Мәмлиев Рәшит Фәрит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәмлиев Рәшит Фәрит улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Шишмә эшселәр ҡасабаһы
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Мәмлиев Рәшит Фәрит улы (рус. Мамлеев Рашит Фаритович) (1 март 1945 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1988 йылдан эре парелле йорттар төҙөү идаралығының генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәмлиев Рәшит Фәрит улы 1945 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Шишмә ауылында тыуған. Милләте буйынса татар , юғары белемле — 1984 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын, 1964 йылда Өфө автоюлдар техникумын тамамлағас, төҙөлөш идараһында мастер булып башлай. 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһына саҡырыла. 1967—1986 йыолдарҙа «Башнефтезаводстрой», «Башсельстрой» трестарында өлкән инжеренр, төҙөлөш идараһы начальнигы булып эшләй. Артабан «Башщлавстрой» идаралығында начальник урынбаҫары. 1988 йылдан эре парелле йорттар төҙөү идаралығының генераль директоры.[2]

Өфө ҡалаһының Октябрь районы 37-се Российский һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мамлеев Рашит Фаритович – биография
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]