Мәмәтәй ауыл Советы (Тәтешле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәмәтәй ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Мәмәтәй
Административ-территориаль берәмек Тәтешле районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 19 ноябрь 2008

Мәмәтәй ауыл Советы — Тәтешле районы составында ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы) Почта индексы — 452839. ОКАТО коды — 80250847000. ИФНС коды — 0271. Башҡортостан республикаһы закондарына ярашлы «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» 2004 йылдың 16 декабрендәге Законына ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[1].

2008 йылда Бүл-Ҡайпан ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәмәтәй ауыл Советы: Мәмәтәй ауылы — административ үҙәге, Иҫке Ҡайпан, Иҫке Соҡор, Ҡарман ауылдары (ҡушымта 45к);[1]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

41) Тәтешле районы буйынса:

Бүл-Ҡайпан ауылында административ үҙәге менән «Бүл-Ҡайпан» атамаһын һаҡлап, Бүл-Ҡайпан һәм Мәмәтәй ауыл Советтарын берләштерергә.

Мәмәтәй ауыл Советының Иҫке Ҡайпан, Иҫке Соҡор, Мәмәтәй, Ҡарман ауылдарын Бүл-Ҡайпан ауыл Советы составына индерергә.

Бүл-Ҡайпан ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Мәмәтәй ауыл Советын алып ташларға;

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылда Пермь өлкәһе, Аҡсәйет ауыл Советы , Бәҙрәш ауыл Советы, Бүл-Ҡайпан ауыл Советы, Ҡоҙаш ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы")[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]