Мәндәр Ҡарабаев
Мәндәр Ҡарабаев | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Тубыл йылғаһы буйындағы яуҙа |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Командалыҡ итеү |
Башҡорт баш күтәреүселәренең хәрби частары |
Хәрби алыш/һуғыш |
Мәндәр Ҡарабаев (?—1740) — (1735—1740) йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе, Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорт старшинаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәндәр Ҡарабаев сығышы буйынса Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттарынан. Ошо уҡ волоста старшина булып торған.
1735 йылда Ҡара-Табын улусы старшинаһы Йосоп Арыҡов менән берлектә Себер даруғаһы биләмәһендә баш күтәреүселәрҙең етәксеһе булып китә.
1737 йылдың яҙында Урта жуз ҡаҙаҡтары менән баш күтәреүсе башҡорттарға ярҙам күрһәтеү буйынса алып барылған һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.
1737 йылдың март-июнь айҙарында уның ҡулы аҫтындағы баш күтәреүселәр отряды «тоғро» старшиналар Ҡоҙаш Рахманғолов һәм Таймаҫ Шәһимов командаларына ҡаршы һуғыша.
1737 йылдың июнь аҙағы — август баштарында уның отрядтары Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов, Юлдаш Һөйәрембәтов һәм башҡалар етекселегендәге баш күтәргән башҡорттар менән берлектә Өфө һәм Исәт провинцияларының Бөрө, Ҡатай төрмәһе, Красноуфимск ҡәлғәһе, Көңгөр, Уҫы һәм башҡа ауыл-ҡалалар өсөн көрәшәләр.
1738 йылдың ғинуарынан Себер даруғаһы биләмәһе баш күтәреүселәрен етәкләй.
1738 йылдың авгусы урталарынан ҡайһы бер ихтилалсылар менән бергә Табын ҡәлғәһенә, генерал-лейтенант Соймонов Леонтий Яковлевичҡа, баш һалып килә.
1739 йылдың мартында Себер даруғаһы халҡы йыйын ойоштора һәм унда халыҡ иҫәбен алыуҙан баш тартыу ҡарарын ҡабул итәләр, шулай уҡ батша властарының башҡа ҡарарҙарын үтәүҙән баш тартыу тураһында ла килешәләр.
Йөҙ башы Сибекәй Ҡыҙраҡов ошо хаҡта былай тип яҙа:
«…Әйле улусынан башҡорт Аланейәнғол халыҡ иҫәбен алыу буйынса старшиналарға һәм халыҡтың хөрмәтле кешеләренә килде. Ундағы старшиналар Мырҙалар улусының Мәте тигән ауылында йыйылдылар. Атап әйткәндә, был 2-3 көнлөк кәңәшмәлә Дыуан улусының Мәндәр, Әйле улусының Сурашмулла, Ҡаратаулы улусының Стайғол (?) һәм башҡа ауылдарының 30-лап хөрмәтле кешеләре йыйылды. Улар халыҡ иҫәбен алыусы офицерҙарҙың ҡайҙа һәм ҡасан булырын әйттеләр, кешеләрҙе үҙҙәренең мөлкәтен, мал-тыуарын урыҫтар тартып алмаһын өсөн, иҫәп алдыртмаҫҡа кәңәш иттеләр.»[1].
1739 йылдың көҙөндә Алландығол Ҡотлоғужин Ҡараһаҡал һәм Йәрмөхәмәт Хажиев менән бергә яңы ихтилалдың етәкселәре булып китә.
1740 йылдың ғинуарынан уның етәкселегендәге баш күтәреүселәр отряды Себер даруғаһы, ә 1740 йылдың май айынан Нуғай даруғаһы биләмәләрендә «тоғро» старшиналар командаларына һәм Л. Я. Соймонов командалығындағы батша ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшә.
1740 йылдың 3 июнендә Тубыл йылғаһы буйында Я. Павлуцкий етәкселегендәге батша ғәскәре менән алышта һәләк була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡманов И. Г. XVII быуатта — XVIII быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостан Рәсәй дәүләте составында. Свердловск, 1991.
- Алтон С. Доннелли. Рәсәйҙең Башҡортостанды баҫып алыуы. Инглиз теленән Л. Р. Бикбаева тәржемәһе. Өфө, 1995.
- Башҡорт халҡы тарихы: 7 томда./ баш ред. М. М. Ҡолшәрипов. — Өфө: Ғилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Амантаев И. Ф. XVIII быуаттың өсөнсө өлшөндәге документтарҙа власть һәм башҡорттар араһындағы мөнәсәбәттәр. // Ватандаш. — 2011. — № 9. — С. 38—43. — ISSN 1683-3554.