Мәрйәм (әл-Кибтия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәрйәм
ғәр. مارية القبطية
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө билдәһеҙ
Тыуған урыны Византия империяһы
Вафат булған көнө 16 февраль 637({{padleft:637|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Бер туғандары Сирин бинт Шамун[d]
Хәләл ефете Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Балалары Ибраһим ибн Мөхәммәт[d]
Социаль синыф ҡатыны[d]
 Мәрйәм Викимилектә

Мәрйәм бинт Шәмғун әл-Кибти́я (ғәр. مارية القبطية‎; ?, Мысыр — 637 йылда тыуған, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатындарының береһе, ул 628 йылда үҙенең ҡыҙ туғаны менән Мысыр башлығы Мүкәүкис тарафынан Пәйғәмбәргә кәнизәклеккә бүләк ителгән булған.[1]. Уны Рәсүлдең биографияһын яҙғандарҙан Ибн Хишам һәм Ибн Исхаҡ ҡатыны тип телгә алалар[2]. Күп кенә сығанаҡтарҙа уны кәнизәк кенә булған тип һанайҙар[3][4]. Мәрйәм Мөхәммәт Пәйғәмбәргу Ибраһим исемле ул таба, малай бәләкәй генә сағында вафат була. Ҡатын үҙе Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән биш йылға ҡалып баҡыйлыҡҡа күсә.[5]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәрйәмдең атаһы Шәмғун исемле булған, кибти нәсраниҙарҙың бик абруйлы кешеһе. Әсәһе Рим сығышлы. Һижрәнең 6-сы йылында (627—628 г.) Мөхәммәт Пәйғәмбәр Яҡын Көнсығыш башлыҡтарына Ислам дине иңгәнен хәбәр итә һәм үҙенә ҡушылырға саҡыра. Мысыр башлығы Мәкәүкискә хатты Хатиб ибн Әбү Балта тапшыра. Яуап итеп Мысыр башлығы күп бүләктәр ебәрә, улар араһында бер туған Мәрйәм менән Сирин дә була. Бынан тыш бүләктәр араһында Мабур исемле ҡол, мең тысячи мыҫҡал алтын, егерме атлас кейем, Дәлдәл тигән мул, "Йәфур тигән ишәк тә була. Мәҙинәгә китеп барғанда Хатиб ибн Әбү Балта ҡолдар менән һөйләшә. Ике ҡыҙ ҙа Мәҙинәгә мосолман булып аяҡ баҫа.[6].

Мәҙинәгә килгәс, Хатиб бүләктәрҙе Мөхәммәт Пәйғәмбәргә тапшыра, ул түбәнселек менән барыһын да ҡабул итә. Мәрйәмде Мәҙинә ситендәге «әл-Әлия» (хәҙер әл-Әүәли) тигән ергә урынлаштыралар. Мәрйәмдең туғаны Сирин Хәссән ибн Сабит тигән кешегә кейәүгә бирелә, ул ансарҙар шағиры булараҡ танылған булған[7]. Сирин һәм Хәсән бик бәхетле йәшәйҙәр һәм уларҙың Абдуррахман тигән улдары тыуа. Атаһы юлын дауам итеп, ул да шағир булып китә.[6].

Мәрйәм әл-Кибтия 637 йылда ауыр сирҙән вафат була. Ул «әл-Баҡый» зыяратында ерләнгә[6].

Улы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һижрәнең 8-се йылы ахырында Мәрйәм улы Ибраһимды таба. Мөхәммәт Пәйғәмбәр уны ныҡ ярата, шел үҙе менән йөрөтә. Ул тапҡан өсөн рәхмәтенән Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәрйәмде ирекле тип иғлан итә.[6].

16 айлыҡ сағында Ибраһим ҡапыл ауырып китә һәм үлә. Атаһы уға йыназаны үҙе уҡый һәм баланы «әл-Баҡый» зыяратында ерләйҙәр.

Шул көндә ҡояш тотола. Быны Пәйғәмбәр улы үлеме менән бәйләргә тырышыусылар була. Әммә Мөхәммәт Пәйғәмбәр: «Биллаһи, ҡояш та, ай ҙа Аллаһы тәғәләнең бер кирәмәттәренәндер. Улар ниндәйҙер кешенең үлеме йәки йәшәүе менән бәйле тотолмайҙар. Шуның өсөн уларҙың тотолғанын күргәндә Аллаһы тәғәләгә һығынығыҙ, тәкбир әйтегеҙ, намаҙ уҡығыҙ һәм саҙаҡа бирегеҙ», — тип әйтә.[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ibn Ishaq. The Life of Muhammad. — С. 653.
  2. Ibn Ishaq. The Life of Muhammad. — С. 792.
  3. Exegesis (Tafsir) of Quran by ibn Kathir for Chapter 66, verses 1-5 of Quran
  4. Zaad al-Ma’aad, 1/103
  5. Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Из серии «Матери правоверных». Мария - представительница коптов, Журнал Аль-Ваъй (Сознание). 30 март 2013 тикшерелгән.
  7. ат-Табари, Тарих, С.131.