Эстәлеккә күсергә

Мәсеҙе (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Меседа
Мәсеҙе
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Ҡытау-Ивановск

Ауыл биләмәһе

Мәсеҙе

Координаталар

54°46′15″ с. ш. 58°41′50″ в. д.HGЯO

Бейеклеге

494 м

Халҡы

275[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 35147

Почта индексы

456101

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 229 833 001

Код ОКТМО

75 629 433 101

Номер в ГКГН

0326295

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Меседа (Рәсәй)
Меседа
Меседа
Мәсеҙе (Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Меседа

МәсеҙеСиләбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районындағы ауыл. Мәсеҙе ауыл биләмәһенең үҙәге.

Район үҙәге Ҡытау-Ивановск ҡалаһынан көнсығышҡа табан, 28 саҡрым алыҫлыҡта, Мәсеҙе йылғаһы буйында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге—494 м[2].

Ауыл 18 быуатта старообрядсылар тарафынан барлыҡҡа килә. Петр I идара иткән ваҡытта Мәсеҙене Твердышев һатып ала һәм Арзамас (Түбәнге Новгород губернаһы), Ветлужский (Кострома губернаһы), Симбирь (Ҡазан губернаһы) өйәҙҙәренән крәҫтиәндәр килтергән. Ауыл Йүрүҙән заводына күсә. Ауыл халҡы ағас ҡырҡып,уны ташығандар, дегет ҡайнатҡандар,завод ихтыяждары өсөн мәғдән сығарғандар. 1861 йылда ауылда 32 ихата, һыу тирмәне булған. 1926 йылда - 143 ихата. 1930 йылда "Красноармеец" артеле ойошторола, уның ағзалары саналар, арбалар, тәгәрмәстәр, мебель эшләгәндәр, икмәк бешергәндәр, май бешкәндәр, иген, йәшелсә, картуф, малдар үҫтергәндәр. Тимерлек, ағас эше оҫтаханалары булған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында урындағы халыҡ хәрби заказдар үтәгән: бричкалар, сана һәм башҡалар яһағандар. 1963 йылда таҡта ярыу цехы асыла[3].

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[1]
342275

Ауылда "Рәсәй почтаһы" бүлексәһе, китапхана, балалар баҡсаһы, сиркәү, "Тет-а-тет" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй. МТС операторынан мобиль элемтә бар.

Ауылда 6 урам бар:[5]:

  • Карл Маркс
  • Курмышенская
  • Лесная
  • Нижняя
  • Первомайская
  • Советская