Мәскәү Александр институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәү. Александр институты (1902)
Мәскәү Александр институты
Нигеҙләү датаһы 1891
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Марьина Роща[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Москва/Северо-восточный округ[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться улица Достоевского, 4
Карта
 Мәскәү Александр институты Викимилектә

Мәскәү Александр институты — рус. Московский Александровский (Александринский) институт — Мәскәүҙәге ҡатын-ҡыҙ белем биреү-тәрбиә учреждениеһы, 1891—1918 йылдар.

Әлеге ваҡытта бинала Фтизиопульмонология һәм йоғошло ауырыуҙар институты (Достоевский урамы, 4-се йорт) урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1804 йылда Мәскәү Екатерина затлы ҡыҙҙар училищеһы эргәһендә дворян булмаған сословиелар — обер-офицерҙарҙың, мещан һәм башҡаларҙың ҡыҙҙары өсөн бүлексә ойошторола. 1807 йылдың декабренән ул Александр исеме менән менән йөрөтөлә башлай. Мещан училищеһы учреждениеһы ике маҡсатты күҙ уңында тота: дөйөм белем бирелгән кешеләр даирәһен һәм императрица Мария Федоровнаның уҡыу йорттарында тәрбиәләнеүселәр даирәһен киңәйтеү. 1842 йылдан бүлек үҙ аллы мещан училищеһына бүленә, ул 1891 йылдан Александр ҡатын-ҡыҙҙар институты тип үҙгәртелә.

Ҡабул итеү шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институтҡа ҡабул итеү шарттары төрлө булған: үкһеҙ етемлек, атаһы үлеү һәм, ниһәйәт, ғаиләләге матди ауыр хәл. Устав нигеҙендә, башта училищеға штат вакансияларына хәрби, статский һәм һарай хеҙмәтендәге офицерҙарҙың Екатерина училищеһына ҡабул ителә алмаған ҡыҙҙары; теләгән бер ҡаланың гильдияһына яҙылған мещандарҙың; руханиҙарҙың; штабс-офицер чины булмаған медиктар һәм лекарҙарҙың; уҡытыусылар һәм рәссамдарҙың ҡыҙҙары ҡабул ителергә мөмкин булған. Тора-бара белем алыу хоҡуғынан файҙаланыусы заттар даирәһе киңәйә. 1898 йылға ҡабул итеү ҡағиҙәләре полковниктан һәм коллежский советниктан алып штабс-капитанға һәм титулярный советникҡа тиклем заттарҙың, шулай уҡ протоиерейҙар, руханиҙар һәм пасторҙарҙың балаларын ҡаҙна иҫәбенә ҡабул итеү мөмкинлеген күрһәтә. Бөтә урындар үкһеҙ етем, ярым етем һәм етем булмағандар араһында бүленә.Ҡаҙна иҫәбенә уҡыусыларҙан тыш, урындар булған осраҡта, институтҡа уҡырға түләп уҡыусы пансионерҙарҙы ла ҡабул иткәндәр.

Уҡыу-уҡытыу шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәрбиәләнеүселәр һаны даими рәүештә арта; әгәр беренсе ҡабул ителештә 80-90 уҡыусы булһа, 1850 йылда 150 ҡаҙна тәрбиәләнеүсеһе һәм 70 пансионер иҫәпләнгән, ә 1917 йылға институтта 158 ҡыҙ уҡытылған: бушлай — 84, ҡаҙна стипендиаты — 40, хәрби ведомство стипендиаты — 11, бушлай георгий стипендиаттары — 3, экстерн (фәҡир хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары) — 8.

Институтҡа уҡырға ингән ҡыҙҙар ике синыфҡа бүленә: өлкәненә — 13-14, кесеһенә — 11-12 йәшлектәр инә. Өс йылдан кесе синыф тамамлаусылар өлкән синыфтарға күсә[2] Тамамлаусылар араһынан иң яҡшы уҡыған биш тәрбиәләнеүсе иҫәбенән, һуңғараҡ өс ҡыҙҙы синыф ханымдары (классные дамы) махсус пепиньер синыфында әҙерләү өсөн ҡалдырғандар. Был синыфты тамамлаған уҡыусылар гимназияларҙа һәм ике синыфлы мәктәптәрҙә белем бирә. Педагогик синыфтан тыш, оҙаҡ ваҡыт француз әҙәбиәте, тарих, география, мифология һәм физика уҡытылған 1812 йылғы синыф була.

Александр институтының административ һәм педагогик штаты-инспектор, һуңғараҡ етәксе (рус. начальница), уның ярҙамсыһы ханымдарҙан, шулай уҡ синыф инспекторҙарынан, педагогтарҙан, башланғыс синыф уҡытыусыларынан, хеҙмәтләндереүселәрҙән (сиркәүҙә, канцелярияла, лазаретта, «экономияла» һәм полицияла) тора. Төрлө ваҡытта синыф инспекторҙары булып, мәҫәлән, Мәскәү университеты профессоры Л. А. Цветаев (1805—1827) һәм М. М. Катков (1901—1905) эшләгән. Француз телен унда Ф. Куртенер уҡытҡан.

1898—1914 йылдарҙа почетлы опекун А. А. Пушкин уҡыу бүлегенең кураторы булып торған.

Бинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Училище башта А. И. Глебовтың Кудрин майҙаны янындағы элекке йортонда урынлашҡан (1803 йылдан — Медицина контораһына йорто) ; 1812 йылдан — Яңы Божедом урамында И. Д. Жилярди 1809—1811 йылдарҙа «Тол ҡатындар йорто» өсөн төҙөгән бинала урынлашҡан.

Етәксе ханымдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 772311305850046 (ЕГРОКН)
объект № 7710220000 (БД Викигида)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. До реформы 1861 года все воспитанницы в течение шести лет жили безвыездно в учебном заведении.
  3. 3,0 3,1 Неуймин Н. Б., Потемкина О. Н. Ольга Веселкина — «Свердловская фрейлина»? // Пятнадцатые Романовские чтения: всероссийская научно-практическая конференция (Екатеринбург — Алапаевск, 16—17 июля 2015 г.): материалы. — Екатеринбург: Квадрат, 2015. — С. 225—226.

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Московский Александровский институт. 1805—1905 гг.: [История возникновения Ин-та и его деятельность]. — М.: тип. Г. Лисснера и Д. Собко, 1905. — VIII, 223 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]