Мәскәү Изге Екатерина ордены училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәскәү Изге Екатерина ордены училищеһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1802
Дәүләт Рәсәй
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү ҡалаһы
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Commons-logo.svg Мәскәү Изге Екатерина ордены училищеһы Викимилектә

Мәскәү Изге Екатерина ордены училищеһы — (Московский Екатерининский институт благородных девиц) — Рәсәйҙәге иң тәүге ҡатын-ҡыҙ уҡыу йорттарының береһе.

Тарихи мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәү Екатерина затлы ҡыҙҙар институты 1802 йылда, император Александр I идара иткән осорҙа, уның әсәһе императрица Мария Фёдоровнаның башланғысы буйынса ойошторолған[1]. Ул 1796 йылдан алып Затлы ҡыҙҙар тәрбиә йәмғиәтенә етәкселек иткән[2] Баш ҡалала элек ойошторолған Екатерина институты өлгөһөндә һәм уға оҡшатып ойошторолған.

Уҡыу программаһына рус телмәре, Закон Божий, немец һәм француз телдәре, арифметика, география, тәбиғәт һәм дөйөм тарих, физика индерелгән. Бынан тыш музыка, һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре дәрестәре ингән. Уҡыусыларҙың үҙ аллы ижадына етди иғтибар бүленгән. Көн режимы бик ҡәтғи һәм бай булған. Иртән сәғәт 6-ла торғандар һәм, тәнәфестәр яһап, киске сәғәт 8-гә тиклем шөғөлләнгәндәр.

Екатерина училищеһының беренсе уставына ярашлы, башта аҙ тәьмин ителгән дворяндар ғаиләләренән ҡыҙҙар уҡыуға ҡабул ителә, әммә 1804 йылда уҡ башҡа ҡатлам балалары өсөн мещан бүлеге булдырылған. Институт курсы кесе һәм өлкән ике синыфҡа бүленә; һәр уҡыусы өс йыл буйына уҡый; синыфтарҙа өсәр бүлексә була: 1-се, 2-се һәм 3-сө бүлектәр — өлкән, 4-се, 5-се һәм 6-сы — кесе синыфтарҙа була.

Мещан бүлексәһе 1842 йылға тиклем эшләп килгән, артабан уны үҙ аллы Мещан училищеһына бүлеп биргәндәр, уның нигеҙендә, үҙ сиратында, 1891 йылда Мәскәү Александр институты[2] Александр ҡатын-ҡыҙҙар институты асылған, ул Яңы Божедомкала урынлашҡан булған.

Императрица Мария учреждениелары ведомствоһы эмблемаһы

Мәскәүҙәге ике ҡатын-ҡыҙ институты ла — Екатерина һәм Александр институттары — 1917 йылға императрица Мария учреждениелары ведомствоһына ҡараған. 1917 йылдың 4 мартында ведомство бөтөрөлә, уның учреждениелары Халыҡ мәғарифы министрлығына буйһона, ә ведомствоның канцелярияһы Мария хәйриә һәм уҡыу йорттарына үҙгәртелә. 1917 йылдың 12 майында ведомство Дәүләт ҡурсыуы министрлығы (рус. Министерство государственного призрения) составына индерелә. 1917 йылдың 12 декабрендә балалар приюттарына идара итеү буйынса элекке ведомствоның бөтә учреждениелары бөтөрөлә, һәм 1918 йылдың 23 февралендә Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағына тапшырыла[2].

Бина тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Екатерина институты урынлашҡан бина тәүҙә граф Салтыковтың «ҡаланан ситтәге» мөлкәте булған. 1777 йылда мөлкәт ҡаҙнаға алынған; палаталар, парк, йорт сиркәүе булған биләмәлә офицерҙар һәм һалдаттар өсөн Инвалид йорто асылған. Училище асылыуына бина 1802 йылда архитектор И. Д. Жилярди тарафынан яңыртып төҙөлгән[3]. 1812 йылғы янғын ваҡытында бина зыян күргән, һәм 1826—1827 йылдарҙа Доменико Жилярди[4] менән А. Григорьев уны һуңғы классицизм үрнәгендә реконструкциялаған.

1818 йылда бинаһы алдында майҙан ҡорола, ул институт исеменән Екатерина (хәҙер Суворов) майҙаны тип атала башлай; уның аръяғында Екатерина паркы менән быуа булдырыла[3].

1830 йылдың 14 сентябрендә, митрополит Филарет бинаның көнбайыш тармағының һул ҡанатында урынлашҡан Екатерина сиркәүен изгеләндереү (рус. освящение) йолаһын атҡара[5].

1928 йылдан бинала Ҡыҙыл Армия Үҙәк йорто (әле Рәсәй Армияһы үҙәк йорто)[3] урынлашҡан.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Московское училище ордена Св. Екатерины 1803—1903 гг.: Исторический очерк. Составлен по поручению Совета Училища Комиссией преподавателей под общей редакцией инспектора классов В. А. Вагнера. М., [печатня А.Снегиревой], 1903. VIII, [4], 560 с.; 3 л. портретов.
  • Половцова Е. А. Екатерининский институт полвека назад. (Из воспоминаний бабушки). М.: Унив. тип., 1900. 50 с.
  • Энгельгардт А. Н. Очерки институтской жизни былого времени. (Из воспоминаний институтки).- «Заря», 1870, № 8, С. 107—149; № 9,. С 3—65. Под псевдонимом — Вельская А. (см. список и цитаты)
  • Ведомство учреждений императрицы Марии: Краткий исторический очерк… СПб.: 1912.

Нәфис әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Куприндың «Юнкера» повесындағы Знаменка юнкерҙары тап ошо Александр училищеһының балына килгән:

Дрозд начинает читать, мучительно растягивая свои яти:

— По распоряжению начальника училища сегодня наряжены на бал, имеющий быть в Екатерининском женском институте, двадцать четыре юнкера, по шести от каждой роты. От четвертой роты поедут юнкера:

Он делает небольшим молчанием двоеточие, совсем маленькое, всего в полторы секунды, но в этот короткий промежуток сотни тревожных мыслей пробегают в голове Александрова…

Дрозд начинает читать, мучительно растягивая свои яти:

— По распоряжению начальника училища сегодня наряжены на бал, имеющий быть в Екатерининском женском институте, двадцать четыре юнкера, по шести от каждой роты. От четвертой роты поедут юнкера:

Он делает небольшим молчанием двоеточие, совсем маленькое, всего в полторы секунды, но в этот короткий промежуток сотни тревожных мыслей пробегают в голове Александрова…

Глава XVI. Дрозд.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. По воспоминаниям А. Б. Гольденвейзера о С. В. Рахманинове юбилей института предполагалось праздновать в феврале 1903 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ведомство учреждений императрицы Марии//Энциклопедия благотворительности. Санкт-Петербург
  3. 3,0 3,1 3,2 Москва: Энциклопедия / Глав. ред. С. О. Шмидт; Сост.: М. И. Андреев, В. М. Карев. — М.: Большая российская энциклопедия, 1997. C. 278.
  4. По его же проекту был воостановлен Московский Университет
  5. 6 сентября 1894 года настоятелем институтской церкви стал Иоанн Арсеньев; он же был в Институте законоучителем до конца 1917 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Институты женские // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Хвощинская-Зайончковская С. Д. Воспоминания институтской жизни (2011). 5 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  • Ведомство учреждений императрицы Марии//Энциклопедия благотворительности. Санкт-Петербург
  • Завадовский П., Каменева, Рогова Л., Стихи институток и отзыв гр. Завадовского. 1807 г. На кончину кн. Александра Михайловича Голицына / Сообщ. П. И. Саваитов // Русская старина, 1875. — Т. 14. — № 12. — С. 748—749.
  • Видеосюжет о московском Институте благородном девиц на канале ТВЦ