Мәскәү дәүләт юридик университеты
Мәскәү дәүләт юридик университеты | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1931 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Усесаюзны юрыдычны завочны інстытут |
Ҡыҫҡаса атамаһы | МГЮА |
Ректор | Блажеев, Виктор Владимирович[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү ҡалаһы |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү ҡалаһы |
Ҡулланылған тел | рус теле |
Диапазон IPv4 | 80.250.173.32/27[2], 80.250.173.108/30[3] һәм 85.143.238.0/24[4] |
Рәсми сайт | msal.ru[5] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели МГЮА[d] |
![]() |
О.Е.Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты (МДЮА) — юғары белем биреүҙең федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы (юғары уҡыу йорто).
Академияның тарихы 1931 йылда башлана, ул саҡта Мәскәүҙә Совет хоҡуғының үҙәк ситтән тороп уҡыу курстары башлана (ситтән тороп хоҡуҡи вуздарында уҡыу). 1933 йылда курстар Совет хоҡуғының үҙәк ситтән тороп уҡыу институты тип үҙгәртелә (ЦЗИСП), ул 1937 йылда Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институты тип үҙгәртелә (ВЮЗИ), ә 1990 йылда Мәскәү юридик институты тип атала (МЮИ). 1993 йылдың 6 октябрендә МЮИ Мәскәү дәүләт юридик академияһы статусын ала (МДЮА). 2012 йылдың 12 октябрендә Фән мәғарифы министрлығы фән һәм мәғариф министрының 812-се бойороғо менән академия 2013 йылдың 1 февраленән «О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты (МДЮА)» юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғарифы учреждениеһы итеп үҙгәртелә
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәскәү дәүләт юридик университетына нигеҙ һалынған 1931 йылда, Совет хоҡуғының Мәскәү институты ойошторола һәм Совет хоҡуғының үҙәк ситтән тороп уҡыу курстары асыла (ситтән тороп уҡыуҙың совет хоҡуғы институты). 1937 йылда үҙәк ситтән тороп уҡыу курстары Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институты итеп үҙгәртелә (ВЮЗИ), ул Советтар Союзында иң ҙур юридик юғары уҡыу йорто була. 1940 йылға Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтына Бөтә Союз ситтән тороп уҡыуҙың хоҡуҡи академияһы ҡушыла. 1955 йылда Мәскәүҙә киске факультет асыла, 1987 йылда — көндөҙгө факультет. 1990 йылда Мәскәү юридик институты итеп үҙгәртелә, 1993 йылда Академия статусын ала. 2008 йылдың 23 декабрендә Академияға уҡыу йортон 21 йыл етәкләгән О.Е. Кутафин исеме бирелә, 21 йылда етәкләй[6].
Әлеге ваҡытта О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университетында 17 000 студент, 27 кафедра, 150 000 тамамлаусы иҫәпләнә[7]. Бынан тыш, университетта РФ академияһының бер академигы, бер РФА ағза-корреспонденты, 100-ҙән ашыу фән докторы 300-ҙән ашыу фән кандидаты, 14 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 15 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, 13 Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, башҡа академияларҙың 12 академигы эшләй[8].
2015 йылда О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университетының «ПРАВО.RU» порталы уҡыусылары фекере буйынса илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарының булып тора.
Рейтинг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2019 йылда «Өс университет миссияһы» халыҡ-ара рейтингында 1001-1100 урын биләй [9] һәм 2020 йылда — РАЭКС версияһы буйынса Рәсәй вуздары рейтингында 37-се урында тора[10].
Кафедралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университетында түбәндәге кафедралар эшләй:
- Адвокатлыҡ
- Административ хоҡуҡ һәм процес
- Банк хоҡуғы
- Бизнес-хоҡуҡ
- Граждандар хоҡуғы
- Граждандар һәм административ суд эшмәкәрлеге факультеты
- Интергацион һәм Европа хоҡуҡтары
- Интеллектуаль хоҡуҡ
- Мәғлүмәт хоҡуғы һәм цифрлы технологиялар
- Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы
- Конкурентлыҡ хоҡуғы
- Конституцион һәм муниципаль хоҡуҡтар
- Криминалистика
- Криминология һәм енәйәт-башҡарыу хоҡуғы
- Халыҡ-ара хоҡуҡ
- Халыҡ-ара шәхси хоҡуҡ
- Һалым хоҡуғы
- Нотариат
- Суд һәм прокурор-тикшереү эшмәкәрлеген ойоштороу
- Хоҡуҡи моделләштереү
- Эшҡыуарлыҡ һәм корпоратив хоҡуҡ
- Ғаилә хоҡуғы
- Спорт хоҡуғы
- Суд экспертизаһы
- Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы
- Хеҙмәт хоҡуҡтары һәм социаль тәьминәт хоҡуғы
- Енәйәт хоҡуғы
- Енәйәт-процессуаль хоҡуҡтар
- Иҡтисад һәм идара итеү
- Финанс хоҡуғы
- Тәбиғәт ресурстары хоҡуҡтары һәм экология
- Энергетика хоҡуғы
- Инглиз теле № 1
- Инглиз теле № 2
- Сит телдәр
- Практик юриспруденция
- Физик тәрбиә
- Философия һәм социология
МДЮА филиалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлеге ваҡытта О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юоидик университеты составында:
- Ырымбур институты (филиалы) (Ырымбур, Комсомол урамы, 50), 1941 йылдың 20 ноябрендә барлыҡҡа килә[11];
- Төньяҡ-Көнбайыш институты (филиалы) (Вологда, Тыныслыҡ урамы, 32), барлыҡҡа 1968 йылдың 1 авгусында ойошторола[12];
- Волга-Вятка институты (филиалы) (Киров, Ленин урамы, 99 — төп корпусы, Мәскәү урамы, 30 — юридик адрес), 1971 йылда барлыҡҡа килгән[13];
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=80.250.173.32%20-%2080.250.173.63&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=80.250.173.108%20-%2080.250.173.111&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=85.143.238.0%20-%2085.143.238.255&type=inetnum
- ↑ Knowledge Graph — 2012.
- ↑ Указ Президента РФ от 23 декабря 2008 года № 1814 «Об увековечивании памяти О. Е. Кутафина». Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 июль 2012. 1 май 2010 тикшерелгән.
- ↑ МГЮА сегодня (недоступная ссылка). Дата обращения: 2 августа 2009. Архивировано 15 июня 2012 года.
- ↑ МГЮА сегодня (недоступная ссылка). Дата обращения: 2 августа 2009. Архивировано 15 июня 2012 года.
- ↑ Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. mosiur.org. 19 сентябрь 2019 тикшерелгән.
- ↑ Рейтинг лучших вузов России RAEX-100. raex-rr.com. 16 июнь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Сайт Оренбургского института МГЮА
- ↑ Сайт Вологодского филиала МГЮА
- ↑ Сайт Волго-Вятский институт (филиал) МГЮА