Эстәлеккә күсергә

Мәскәү йәмиғ мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Мәскәү йәмиғ мәсете
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ҡала Мәскәү
йүнәлеш, мәктәп Сөнниселек, Әбү Хәнифә мәҙһәбе
Диниә назараты, мөхтәсибәт ДУМЕР, Мәскәү ҡала мөхтәсибәте
Мәсет төрө Йәмиғ мәсете
Архитектура стиле византия
Проект авторы Н. А. Жуков
Төҙөүсе С. Ю. Ерзин
Төҙөлөү датаһы 1904 йыл
Төп даталары:
11.9.2011 — 1904 йылғы бинаны емереү
Манаралар һаны 2
Торошо Хеҙмәтләндерә
Сайт mihrab.ru

1904

Тышҡы видеофайлдар
Мәскәү йәмиғ мәсете
Тыныслыҡ проспектында Мәскәү Йәмиғ мәсете

Мәскәү йәмиғ мәсете — Мәскәүҙә иң ҙур һәм боронғо мәсеттәрҙең береһе. Мәскәү мосолмандары ойошмаһы символы булып тора һәм Рәсәйҙәге иң билдәле мәсеттәрҙең береһе.[1]. Мәсеттең тәүге бинаһы 1904 йылда төҙөлгән. 2011 йылда ул яңынан төҙөү өсөн емертелгән. Өр-яңы мәсетте асыу тантанаһы 2015 йылдың 23 сентябрендә була. Мәсет Мещан районының Выполозов тыҡырығында, Дуров урамы һәм Олимпия проспекты ҡаршыһында, «Олимпийский» спорт комплексына яҡын ғына урынлашҡан. Янында «Тыныслыҡ проспекты» метро станцияһы. [2].

1996 йылдан алып Мәскәү йәмиғ мәсете биләмәһендә, айырым бинала Рәсәй мөфтийҙәр шураһы һәм резиденцияһы урынлашҡан. Мөфтөй — Рауил Ғәйнетдин[3].


1902 йылдың декабрендә сауҙагәр Хәбибулла Аҡбулатов һәм мещан Сабирйән Бакиров Выползов тыҡырығындағы уларға ҡараған ерҙәрен Ырымбур мосолмандар назараты файҙаһына бирәләр. [3][4]. 1904 йылдың майында Ырымбур мосоламндар назараты тарафынан мосолмандар өсөн намаҙ йорто төҙөү тураһында үтенес яҙмаһы бирелә. Ошо уҡ йылдың июнендә архитектор Николай Жуковтың проекты раҫлана. Төҙөлөш үҙе татар сауҙагәре Сәлих Ерзин тарафынан бағымсылыҡ ителә. Уның бихисап ярҙамы менән 1904 йылдың аҙағында инде әҙер ҙә була.1999 йылда меценат иҫтәлегенә мәсет фасадында уға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла [5][6][7][8]. 1913 йылда мәхәллә мәсет биләмәһендә йәшәргә йорт төҙөү өсөн рәхсәт ала. Был йортта йәшәү өсөн фатирҙан тыш дини мәҙрәсә асыла. Был мәҙрәсә революциянан һуң, 1917 йылдан донъяуи татар мәктәбенә әүерелә[3][7]. Совет осоронда мәсет ябылмай. 1936 йылдан һуң был мәсет Үҙәк Рәсәй биләмәһендә берҙән-бер мәсет булып ҡала. Был ваҡытта Мәскәү беренсе йәмиғ мәсете ябыла.[9] [10]. Ошо уҡ йылда ул йәмиғ мәсете исемен ала.[11]. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда мәскәү мосолмандары тарафынан Ҡыҙыл Армияның танк колоннаһы өсөн аҡса йыйыла. Бының өсөн 1944 йылда мәсет имамы Хәлил Насретдин исеменә СССР Оборона Халыҡ комиссары Сталиндан Рәхмәт хаты килә. [3][5]. 1950—1970 йылдарҙа мәсеттә Африка һәм Азия дәүләттәре етәкселәре, милли — азатлыҡ хәрәкәте лидерҙары һәм парламент делегаттары килә. [5][12][13].

1980 йылда Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән Йәйге олимпиадалар алдынан мәсеткә ҡурҡыныс янай. Төҙөләсәк Олимпия спорт комплексы янында булғанға, уны емерергә ҡарар сығарыла. Мәсетте мәскәү дин әһелдәре һәм ғәрәп илселектәре вәкилдәре ҡотҡарып ҡала. [13][14]. 1994 йылда мөфтөй Рауил Ғәйнетдин башланғысы менән мәсет биләмәһендә Мәскәү юғары ислам дини колледжы асыла, ә 1995 йылда Мәскәү ислам университеты барлыҡҡа килә.[13][14].

Глобаль үҙгәртеп ҡороуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәсеттең яңы бинаһын төҙөү барышы, 2009 йыл

2005 йылда РФ мосолмандары диниә назараты мәсеттә ҙур масштабтағы төҙөкләндереү башарға ниәт ҡылына. Ошо йылдың 7 сентәбрендә Рауил Ғәйнетдин: 1904 йылғы мәсет бинаһы һүтелмәйәсәк, ә реконструкция ғына үткәреләсәк, — тип белдерә.[15].Әммә был ваҡытта яңы Йәмиғ мәсете комплексына тәүге нигеҙ ташын һалыу булғандыр моғайын[16]. Реконструкция планы Мәскәү ҡалаһы хөкүмәте тарафынан хуаланыу таба[17]. Проект авторы булып архитектор Ильяс Тажиев тора.[18][19]. Мәсеттең баш рәссамы вазифаһын Рәсәй художество академияһы корреспондент ағзаһы Фиринат Халиков үҙ өҫтөнә ала.

[20][21]. Проектлауҙы һәм төҙөлөш эштәрен финанслау РФ Мосолмандары диниә назаратына йөкмәтәләр[22];реконструкциялауҙың спонсорҙары булып эшҡыуар Сөләймән Керимов, Төркиә хөкүмәте һәм Ҡаҙағстан дәүләте тора[23]. 2008 йылдың 30 июнендә Мәскәү комнаследиеһының Тарихи-мәҙәни экспорт советы президиумы уны Рәсәй мираҫ мәҙәни объекты тип иҫәпләргә ҡарар сығара. Әммә 2009 йылда был ҡарар юҡҡа сығарыла. Ә мәсетте һүтергә планлаштыралар[15][24]. Ҡарарҙың юҡҡа сығарылыуының сәбәбе мәсеттең төҙөлөш йүнәлеше буйынса була. Ул Мәккә ҡалаһына табан ҡарап тормаған. Бөтә мәсеттәрҙең дә михраб яғы менән Мәккә ҡалаһына ҡарап тороуы мотлаҡ һанала. Рәсәй Федерацияһының үҙәкләштерелгән мосолман ойошмалары мәсетте һүтеүгә риза булмай. Улар Асыҡ хат менән Мәскәү ҡалаһы меры Сергей Собянинға мөрәжәғәт итәләр. Хатҡа Рәсәй Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Үҙәк диниә назаратының беренсе урынбаҫары, Мәскәү ҡалаһы һәм Рәсәйҙең үҙәк төбәктәре мөфтөйө Албир Ҡрғанов, Рәсәй ислам ойошмалары берлеге үҙәге рәйесе Шәфҡәт Әүәсов, Рәсәй ислам ассоциялары Килешеүе лидерҙары ҡул ҡуя.[8][25][26][27]. Среди несогласных со сносом здания был также Ильяс Тажиев[23][28]. 2010 йылдың апрелендә Мәскәү йәмиғ мәсетен төҙөү һәм реконструкциялау буйынса проект авторҙары Ильяс Тажыев һәм Алексей Колонтеев адвокат ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Улар заказсы менән инвестор һәм ошо объекттың хужаһы РФ Үҙәк диниә назараты араһында килешеүҙең боҙолоуын ғәйепләй.[8][29]. 2011 йылдың 11 сентябрендә мәсеттең иҫке бинаһы һүтеләо[15][26].Рәсәй мөфтфөҙәр шураһы мәсет бинаһының тиҙ рәүештә һүтелеүенең сәбәбе итеп бер яҡ стенаһының емерелеүен күрһәтә[17][30].

Яңы төҙөлгән мәсет 2015 йылдың 23 сентябрендә асыла. Асылыу тантанаһнда Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин, Төркиә президенты Рәжәп Эрдоған, Палестина дәүләте башлығы Махмуд Аббас, шулай уҡ төрлө илдәрҙән делегаттар: Әзербайжандан, Иорданиянан, Ирандан, Ҡаҙағстандан, Катарҙан, Кувейттан, Ҡырғыҙстандан, Сәғүд Ғәрәбстанынан, Тажикстандан, Төрөкмәнстандан, Үзбәкстандан булалар. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының мсолман төбәктәренең башлыҡтарынан Рөстәм Миңлеханов, Рамзан Ҡадиров, Рамазан Абдулатипов, Юнысбәк Евкуровтар ҡатнаша. Шулай уҡ башҡа дини берекмәләрҙән дә ҡунаҡтар саҡырыла.[31]. В память о торжественном событии на мечети установлена мемориальная доска[32].

  • Әлимов Бәҙретдин Әли улы (1904—1910) — Ҡуй һыуы ауылы муллалар нәҫеленән.
  • Әлимов Сафа (Мөхәммәд-Сафа) Бәҙретдин улы (1911-22 хәтле)[33]
  • Абдулвадуд Фәттәхетдинов (1928 йылға тиклем)
  • Исмәғил Мөштәри
  • Әхмәтйән Мостафин,
  • Ризаитдин Басиров,
  • Рауил Ғәйнетдин (1988 йылдан)

Шулай уҡ ҡарарға мөмкин

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Московская соборная мечеть. Живая Москва (12 май 2016). Дата обращения: 21 март 2018. Архивировано из оригинала 24 июнь 2016 года. 2016 йыл 24 июнь архивланған.
  2. Открытие Московской Соборной мечети - событие исторического масштаба. Узнай Москву. Дата обращения: 21 март 2018. 2018 йыл 28 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 История Московской Соборной мечети. Духовное управление мусульман Российской Федерации (9 октябрь 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  4. Авайылдаев Э. Ислам. Книга стремящихся. — Москва: Litres, 2017.
  5. 5,0 5,1 5,2 Московская Соборная мечеть. ИсламЦентр. Дата обращения: 21 март 2018.
  6. Ерзин Салих Юсупович. Общество купцов и ремесленников. Дата обращения: 21 март 2018. 2018 йыл 22 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 Московская Cоборная мечеть: возникновение и первые годы деятельности. Официальный сайт Совета муфтиев России (19 ғинуар 2016). Дата обращения: 21 март 2018.
  8. 8,0 8,1 8,2 Эксперт: Снос московской Соборной мечети - крупнейший политический провал Собянина. REGNUM (11 сентябрь 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  9. История становления, 2005, с. 401
  10. Московская Cоборная мечеть: грозовые годы. Официальный сайт Совета муфтиев России (7 ноябрь 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  11. Авайылдаев Э. Ислам. Культура, история, вера. — Москва: Litres, 2017.
  12. Мечеть особого значения. Как геостратегическое и внутриполитическое сплелось воедино. Официальный сайт Совета муфтиев России (21 август 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  13. 13,0 13,1 13,2 Минбар Ислама № 239 Спецвыпуск / Сентябрь 2015 История Московской Соборной мечети. Медина (25 сентябрь 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  14. 14,0 14,1 История Московской Соборной мечети и мусульманской общины города. Медина (23 июль 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  15. 15,0 15,1 15,2 Реконструкция Соборной мечети дошла до полного сноса. Известия (12 сентябрь 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  16. Строительство нового комплекса московской Соборной мечети начнется уже в сентябре. Благовест-Инфо (9 сентябрь 2005). Дата обращения: 21 март 2018.
  17. 17,0 17,1 Новая жизнь Соборной мечети. Духовное управление мусульман Российской Федерации (11 март 2014). Дата обращения: 21 март 2018.
  18. Гильманов, 2010, с. 116
  19. Червонная, 2008, с. 219
  20. Уникальная и неповторимая Московская соборная мечеть. МИР24 (27 сентябрь 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  21. Фиринат Халиков, главный художник московской Соборной мечети: «Можно считать, я бесплатно все сделал». Вечерняя Казань (21 август 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  22. Червонная, 2008, с. 220
  23. 23,0 23,1 Как Соборная мечеть в Москве скрестила Спасскую башню с башней Сююмбике. Бизнес Online (16 сентябрь 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  24. Московскую Соборную мечеть уличили в нетрадиционной ориентации. Русский Обозреватель (23 ноябрь 2009). Дата обращения: 21 март 2018.
  25. Исламские деятели РФ просят не допустить сноса Соборной мечети Москвы. Россия сегодня (5 сентябрь 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  26. 26,0 26,1 В Москве снесли Соборную мечеть. Вести (11 сентябрь 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  27. Мечеть без ордера на снос. Газета.Ру (20 сентябрь 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  28. Вокруг проекта Соборной мечети опять вспыхнули споры. Вести (3 ноябрь 2010). Дата обращения: 21 март 2018.
  29. «Золотая» мечеть. Новая газета (13 ноябрь 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  30. Соборная мечеть сама себя снесла. Коммерсантъ (13 сентябрь 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  31. В Москве торжественно открывается крупнейшая мечеть в Европе. РИА Новости (23 сентябрь 2015). Дата обращения: 21 март 2018.
  32. Годовщина Соборной мечети в Москве. Духовное управление мусульман Санкт-Петербурга и Ленинградской Области (Санкт-Петербургский Мухтасибат) (26 сентябрь 2016). Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 24 август архивланған.
  33. Мишәр донъяһы, № 2 (июль 2007 г.)Суфия апа — Алимовлар нәселенең сакчысы