Мәскәү медицина-хирургия академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәү медицина-хирургия академияһы
Нигеҙләү датаһы 1798
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Мәскәү
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Московской медико-хирургической академии[d]
Карта

Мәскәү медицина-хирургия академияһы (ММХА) — рус. Моско́вская ме́дико-хирурги́ческая акаде́мия (ММХА) — Мәскәү госпитале ҡарамағындағы Медицина-хирургия училищеһы базаһында 1798 йылда ойошторолған юғары медицина уҡыу йорто. Күпмелер ваҡыт Петербург академияһы ҡарамағында була. 1837 йылдан академия үҙ аллылыҡ статусы ала. 1845 йылда Мәскәү университетының медицина факультеты менән ҡушыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Петрович Франк — Мәскәү медицина-хирургия академияһы ректоры, 1819

Рәсәй империяһы хөкүмәте медицина өлкәһендә оҙаҡ ваҡыт армияға һәм флотҡа ярҙам итеүҙе төп бурысы һанай, граждандар һаулығын һаҡлау өлкәһе XVIII быуатта ғына барлыҡҡа килә башлай[1].

Академияны ойоштороу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Академияның рәсми нигеҙләнеү датаһы 1798 йылдың 18 декабре тип иҫәпләнә. Был көндө «Төп госпиталдәр ҡарамағында табип училищеһы һәм уҡыу театрҙары өсөн айырым бина ойоштороу тураһында» Император указы сыға.

Мәскәү госпитале ҡарамағындағы Медицина-хирургия училищеһы базаһында булдырылған академия башлыса армия һәм флот өсөн лекарҙар әҙерләй. 1804 йылда ул ябыла, ә уҡыусылары Санкт-Петербургҡа күсерелә. 1808 йылда Мәскәү медицина-хирургия академияһы Санкт-Петербург академияһы ҡарамағында эшләй башлай[2].

1805 йылда учреждение етәкселеге башында билдәле Европа ғалимы Йоһанн Франк була, ул ректор вазифаһын үтәүгә энтузиазм менән тотона. Уның ҡаҙанышы иҫәбенә кафедра һәм үҙаллы курстар һанын 15-кә, студенттар һанын 400-гә тиклем арттырыу, шулай уҡ уҡытыу методикаһы булдыуҙы индерергә кәрәк. Әммә Франк етәкселеге, 1808 йылдан академияға етәкселек иткән һарай табибы Яков Виллиеның аяҡ салыуы сәбәпле, оҙаҡҡа һуҙылмаған. Шул уҡ йылда, яңы уставҡа ярашлы, Медицина-хирургия академияһы ике бүлексәгә айырылған: баш бүлексә — Санкт-Петербургта һәм икенсеһе — Мәскәүҙә. Уҡыусылар һаны 720-гә етә. Уҡыу ваҡыты дүрт йыл тәшкил итә, ә бишенсе йылы госпиталдәрҙә тәжрибә алыуға арнала.

Виллие 1838 йылға тиклем академия президенты булыуын дауам итә[2] Академияны тамамлаусылар хирургия кандидаты исеме ала. Ирекле практикаға тулы хоҡуҡ алыу өсөн хәрби госпиталдә йыллыҡ стаж кәрәк була[3].

1837 йылдан Медицина-хирургия академияһының Мәскәү бүлексәһе, Император медицина-хирургия академияһынан бойондороҡһоҙлоҡ алып, үҙ аллы академия статусын ала. Бындай статуста ул оҙаҡ йәшәмәгән, сөнки 1844 йылда Мәскәү университетының медицина факультеты составына ингән[4]. 1808—1845 йылдарҙа академия Матвей Казаковтың проекты буйынса төҙөлгән Рождественкалағы бинала урынлаша[5]

XIX быуаттың тәүге ун йыллығында учреждениеға Иван Воронцовтың граф Кузнецк күперенә сыҡҡан 9-сы һәм 11-се һанлы биләмәләре һатыла. Воронцовтың ҙур баҡсаһы участкаларҙа дарыу үҫемлектәре үрсетеү өсөн ботаника баҡсаһына яраҡлаштырылған. Платон Бекетовҡа участканың үҙәк һәм мөйөш өлөшө 1809 йылдың 21 сентябрендә унда Император медицина-хирургия академияһының төп бинаһын урынлаштырыу өсөн һатып алынған булған. Унда аудиториялар, кабинеттар, китапхана, төкөтмәләрҙә — дауахана, студенттар өсөн ятаҡ һәм хеҙмәтләндереүсе персоналға фатирҙар булған[6].

Студенттарҙы академияға иң күпләп ебәреүсе булып Рязань, Владимир, Ярославль һәм башҡа дини семинариялар торған, сөнки уларҙы тамамлаусылар латин телен белгән.

Уҡытыу шулай уҡ дүрт йыл дауам итә. 1809 йылдан 1832 йылға тиклем 972 табип сығарылған. Академия шулай уҡ ветеринария табиптарын һәм акушерҙар (повитуха) әҙерләй. 1829 йылда академияны беренсе ҡатын-ҡыҙ теш табибы — Варшаванан билдәһеҙ Назон тигән ҡыҙ тамамлаған[5].

1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында академия Владимир һәм Муром ҡалаларына эвакуациялана[5].

Академия төрлө эпидемияларҙы, шул иҫәптән холераны (ваба) бөтөрөүҙә ҙур роль уйнай. Ғалимдар һәм студенттар госпиталдәрҙә Мәскәү генә түгел, башҡа ҡалаларҙа ла эшләй. Академияла 200 кешегә иҫәпләнгән дауахана булған. Академияның ветеринария бүлеге вәкиле Бунге Христиан мал ҡырылыуҙы, чума эпидемияһын, түләмәне бөтөрөү маҡсатында ил буйынса күп һанлы сәфәрҙәрҙә була[5]

Үҙгәртелеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1845 йылдың 19 июнендәге ҡарар менән Мәскәү дәүләт медицина академияһы Мәскәү университетының медицина факультеты менән берләштерелә. Капиталь ремонттан һуң 1846 йылдың 28 сентябрендә академияның элекке бинаһында Мәскәү университетының терапия һәм хирургия факультеттары клиникалары асыла, һәр береһендә 60 карауат, шулай уҡ 30 урынлыҡ акушерлыҡ бүлмәләре була[5].

Мәскәү Медицина-хирургия академияһы архивы Мәскәүҙә 433-сө айырым фонд ителеп документтар һаҡлау үҙәгендә һаҡлана[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Елена Смирнова. Медицинские чины в российской провинции (XVIII- середина XIX вв.). Новый исторический вестник (2011). Дата обращения: 3 август 2017.
  2. 2,0 2,1 Академии медико-хирургические (2017). Дата обращения: 3 август 2017.
  3. Создание Медико-хирургической академии (23 май 2015). Дата обращения: 3 август 2017.
  4. Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона. — Москва: Терра, 1992.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Прейсман А. Б. Московская медико-хирургическая академия. — Москва: Медгиз, 1961.
  6. Прейсман А. Б. Московская медико-хирургическая академия. — Москва: Медгиз, 1961.