Мәскәү (ҡунаҡхана, Дондағы Ростов)
Мәскәү | |
Нигеҙләү датаһы | 1896 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Архитектура стиле | эклектика[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Мәскәү Викимилектә |
«Мәскәү» ҡунаҡханаһы (элекке «Ҙур Мәскәү») — Дондағы Ростовта ҡунаҡхана, Оло Баҡса урамында (62-се йорт) урынлашҡан. Ҡунаҡхана бинаһы 1893-1896 йылда Н.Н. Дурбах ҡатнашлығында архитектор А.Н. Померанцев проекты буйынса төҙөлгән[1]. Әлеге ваҡытта ҡунаҡхана ябылған, реконструкциялау планлаштырыла[2]. «Мәскәү» ҡунаҡханаһы бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат уртаһында Һиндостанда йәшәгән әрмән сығышлы сауҙагәр Бабаджанян Марес мираҫының өлөшөн Дондағы Нахчиванға хәйрәигә ҡалдырырға ҡарар итә. 1860 йылда яҙыусы һәм революционер-демократ Микаэл Налбалдян үҙенең «Северное сияние» (Hyusisapayl) журналында нахичеванлыларға был аҡсаны алыу өсөн сара күрергә саҡыра. Шул саҡта Дондағы Нахчиван ҡала думаһында аҡсаларҙы алыу мәсьәләләре буйынса шөғөлләнеү Налбандяндың үҙенә тәҡдим ителә. 1861 йылдың сентябрендә ул Калкутта судында еңеп сыға, һәм аҡсаны алыуға өлгәшә[4]
Был аҡсаға «Фәҡир әрмәндәр тураһында Нахчиван попечителлек сиркәүе» Дондағы Ростовтың үҙәк урамында ҡунаҡхана төҙөргә ҡарар итә. Проекттың авторы булып билдәле архитектор А.Н. Померанцев тора, ул быға тиклем Ростовта сауҙагәр Генч-Оглуев йортон төҙөй. Төҙөлөштә Нахчиван һәм Ростов архитекторы Николай Никитич Дурбах әүҙем ҡатнаша[1]. Строительство здания началось в 1893 году, и к 1896 году гостиница была открыта[4].
Ҡунаҡхана төҙөлөшө өсөн бөтәһе 400 мең һумдан ашыу аҡса тотонола, был сметанан күпкә юғары була. Бының өсөн «Фәҡир әрмәндәр тураһында Нахчиван попечителлек сиркәүе» адресына тәнҡит яңғырай, ләкин йәмғиәт вәкилдәре сығымдар тиҙ арала ҡапланырға тейеш тип яуап бирә: бинаны 11 йылға грек Владос Харлампий ҡуртымға ала, ул йыл һайын 34 мең һум түләү буйынса йөкләмә ала. Әммә тиҙҙән ҡунаҡхана асылыу менән Харлампий Владос бөлгөнлөккә төшә, уның мөлкәте аукционда һатыла. Һөҙөмтәлә йәмғиәт попечителдәре зыян күрә. Шуға ҡарамаҫтан «Ҙур Мәскәү» ҡунаҡханаһы ҡалала тиҙ арала уңайлы һәм иң ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙың береһе була. Ҡунаҡханала «бер һум һәм унан да ҡыйбатыраҡ» хаҡ менән 60 номер була. Биналағы бүлмәләрҙе төрлө ойошмалар ҡуртымға ала, улар араһында «Чахиров һәм К» банкир йорто, Бродскийҙың музыкаль сауҙаһы, Зингер тегеү машиналары магазины, кондитер магазины һәм Д. И. Филипповтәң ҡәһүәханаһы була[4].
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡунаҡхана бинаһы ныҡ зыян күрә, ләкин 1960 йылда ул яңынан тергеҙелә[5]. 2000 йылдар уртаһында, ҡунаҡхана ябыла, бинала офистар урынлаша[6]. 2007 йылдың 1 июнендә унда янғын сыға[7], бынан һуң бина файҙаланыуҙан туҡтай[2]. 2013 йыл башына бинаның торошо насар була. Ҡаттарҙы арттырыу менән бер рәттән реконструкциялау планлаштырыла. Реконструкция тамамлағандан һуң «Мәскәү» биш йондоҙло ҡунаҡхана буласаҡ тигән фараздар бар[2]ю
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунаҡхананың дүрт ҡатлы бинаһы эклектика рухында төҙөлгән. Симметриялы фасады вертикаль рәүештә биш өлөшкә бүленгән. Башта үҙәк өлөшөндә төп инеү урынында тротуарҙың бөтә киңлеген ҡаплап тороусы ҙур япма- балкон булған (хәҙер юҡҡа сыҡҡан). Фасад үҙәгендә өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттар колонналы портиктар һәм коринф ордерының пилястралары менән тоташҡан[1].
Беренсе ҡат ябай итеп көпләнгән. Тәҙрәләренең ҙурлығы һәм формаһы ҡатҡа бәйле төрлөсә: тәүге ҡатта ҙур витриналар, икенсе һәм өсөнсө ҡатында тура мөйөшлө тәҙрәләр, һуңғы ҡаттарҙа тәҙрәләр ярым түңәрәк. Тәҙрә уйымдары ла айырыла: икенсе ҡатында ҙур булмаған фронтондар, өсөнсөлә — үҙәктә кәрниздәр һәм ҡабырға өлөшөндә бәләкәй фронтондар, дүртенсе ҡат аркалар менән биҙәлгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону, 1999. — С. 60—62. — ISBN 5-8456-0433-8.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Анастасия Быченкова. В Ростове из разрушающейся гостинцы «Московская» сделают 5-звездочный отель . donnews.ru (14 май 2013). Дата обращения: 25 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 24 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 63—65.
- ↑ 100 мест: Индийское наследство . werawolw.ru. Дата обращения: 25 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года.
- ↑ Пётр Сергеев, Оксана Антипова, Людмила Хаджамова РО в районах // Ростов официальный. — 2006. — № 11 (590).
- ↑ В Ростове-на-Дону загорелась гостиница "Московская" . Российская газета (1 июнь 2013). Дата обращения: 25 август 2013.