Шамил Анаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы битенән йүнәлтелде)
Шамил Ғүмәр улы Мәхмүтов
Тыуған көнө:

25 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Туҡтар-Әбдрәшит ауылы[1]

Вафат булған көнө:

21 октябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (76 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Әлшәй районы, Раевка ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Шамил Анаҡ (тулы исеме Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы ; 25 ноябрь 1928 йыл — 21 октябрь 2005 йыл) — шағир һәм тәржемәсе. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анаҡ Шамил (тулы исеме Шамил Ғүмәр улы Мәхмүтов) 1928 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Туҡтар-Әбдрәшит (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Әбдрәшит) ауылында тыуған.

Дәүләкән педагогия училищеһында уҡығандан һуң, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын һәм уның аспирантураһын тамамлай. 1957—1959 йылдарҙа М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында, 1959 йылда Прага университетында уҡыта. Шул уҡ йылда ул тыуған ауылына ҡайта. Ҡалған ғүмерен тыуған ауылы Әбдрәшиттә, 1964 йылдан алып Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылында йәшәй.

2005 йылдың 21 октябрендә Раевка ауылында вафат була һәм шунда ерләнә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижадының тәүге осоронда башлыса тәржемәсе булараҡ билдәле. Ул нигеҙҙә төрөк шағиры Назым Хикмәт әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Шулар араһынан «Мөхәббәт тураһында легенда», «Онотолған кеше», «Ҡармаҡ» тигән пьесалар хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. 1968 йылда төрөк яҙыусыларының хикәйәләрен башҡорт теленә тәржемә итеп, уларҙы айырым йыйынтыҡҡа туплап, Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫтырып сығара. Ул шулай уҡ яҡташ шағирыбыҙ Валентин Сорокин әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.

XX быуаттың 50-се йылдары башынан шағир булараҡ йышыраҡ сығыш яһай. Уның «Европа уртаһынан репортаж» тигән шиғырҙар китабы башҡортса 1963 йылда донъя күрә. Был йыйынтығында Чехословакияға сәфәренән алған тәьҫораттары сағылдырыла. «Ябай әйберҙәргә мәдхиәләр» (1970), «Зәңгәр Өстүбә иле» (1984) йыйынтыҡтары — хәҙерге заман, халыҡтың тарихи үткәне, быуындар бәйләнеше тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарҙы тәшкил итә. Был йәһәттән бигерәк тә уның Өфөлә сыҡҡан «Таш тамғалар» (1978) исемле шиғырҙар китабы поэзия һөйөүселәр тарафынан йылы ҡабул ителә.

Шамил Анаҡ шиғырҙарында ысынбарлыҡты сәнғәтле фекерләү аша күҙаллап тасуирлауға ынтыла, поэтик образдарға таянып яңы һүҙ әйтергә, шиғри формалағы стандарт булмаған тәжрибәләр яһарға, айырыуса аҡ шиғыр менән ирекле шиғыр өлкәһендә үҙенсәлекле эҙләнеүҙәр үткәрергә тырыша һәм шуның аша башҡорт шиғриәтен акцентлы шиғыр менән байыта.

Әҙип балалар шиғриәте өлкәһендә лә ижад итә. 1968 йылда уның «Аҡ ҡуян зары» исемле шиғыр китабы баҫылып сыға.

Китаптары рус һәм татар телдәрендә Мәскәүҙә һәм Ҡазанда баҫылып сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әлшәй районы үҙәге Раевкала шағирға музей асылған.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Солнце на дороге. М., 1962;
  • Европа уртаһынан репортаж. Өфө, 1963;
  • Юл стендә кояш. Казан, 1966;
  • Аҡ ҡуян зары. Өфө, 1968;
  • Оды мирным вещам. М., 1968:
  • Ябай әйберҙәргә мәдхиәләр. Өфө, 1970;
  • Көтелмәгән очрашулар. Казан, 1971;
  • Три синих холма. М., 1971;
  • Запах полыни. Уфа, 1973;
  • Полночный бой часов. М., 1975;
  • Таш тамғалар. Өфө, 1978;
  • Тыныч табын. Казан, 1982;
  • Зәңгәр Өстүбә иле. Өфө, 1984;
  • Круг друзей. Русское эхо. М., 1987;
  • Һөйөү тамғалары. Өфө, 1988.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Карим М. Мандат для знакомства. — «Ленинец», 1964 г., 24 марта.
  • Р. Мустафин. Стоит ли читать переводные стихи? — «Дружба народов», 1964, № 86
  • Олег Пучков. Поэтическое раздумье. — «Литература ижизнь», 1966 г., 24 авг.;
  • Р. Харис. Юл өстендә кояш. «Казан утлары», 1967, № 12;
  • Станислав Куняев. Тревоги, сомнения, радости. — «Литературная Россия», 1970, № 4;
  • Атнер Хузангай. Найти лицо человеческое. — «Литературная газета», 1979, № 4;
  • Ғ.Б. Хөсәйенов. Шағирҙар. Әҙәби портреттар. Өфө, 1981, 158-168-се биттәр;
  • Р. Мустафин. Образ времени. («Ищите крупицы добра»). Казань, 1981;
  • Т. Галиуллин. Тыйнак табынга кил, укучы — «Казан утлары», 1983;
  • Атнер Хузангай. Поиск слова. Чебоксары, 1988.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Өфө, 1988, 35-36-сы биттәр;
  • Писатели земли башкирской. Уфа, 2006 г., стр. 37-38.
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа, 1996 г., стр.118.
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Әбдрәшит ауылы.