Эстәлеккә күсергә

Мәхмүт Реза Пәһләүи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәхмүт Реза Пәһләүи
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Иран
Тыуған көнө 5 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Тәһран, Иран
Вафат булған көнө 15 март 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Атаһы Реза шаһ Пехлеви
Әсәһе Эсмет Довлатшахи[d]
Нәҫеле Пехлеви[d]

Мәхмүт Реза Пәһләүи (фарс. عبدالرضا پهلوی 5 октябрь 1926 йыл, Тәһран — 15 март 2001 йыл, Лос-Анджелес) — Ирандың шаһ Пеһләүиҙәр династияһы ағзаһы. Ул Иран шаһы Реза Пәһләүиҙең улы һәм Иран шаһы Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙең ике туған ҡустыһы була.

Мәхмүт Реза Пәһләүи 1926 йылдың 5 октябрендә тыуған. Мәхмүт Иран шаһы Реза Пәһләүиҙең һәм уның дүртенсе ҡатыны Эсмәт Дәүләтшаһиҙың өсөнсө балаһы. Башланғыс белемде Иранда ала, артабан урта белем алыу өсөн Швейцарияға китә. Һуңынан Иранға ҡайта[1]. 1941 йылда атаһы тәхеттән баш тартҡандан һуң, уның менән бергә Көньяҡ Африкаға күсә. Ғаилә унда 1940-сы йылдар уртаһына тиклем йәшәй. Атаһы вафат булғандан һуң, ул ваҡытлыса Иранға ҡайта, һуңынан АҠШ-ҡа күсә, Калифорния һәм Мичиган университеттарында бизнес һәм сәнәғәт идаралығы буйынса белем ала[2]. Уҡыуын тамамлағас, ул тағы ла Иранға ҡайта[3].

Мәхмүт Реза Пәһләүи Иранда ауыл хужалығы эшмәкәрлеге һәм ауылдарҙы үҫтереүҙең эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә[4]. Мәхмүттең әфиүн сауҙаһы менән шөғөлләнеүе, шулай уҡ үҙенең героин ҡулланыуы арҡаһында уның ике туған ағаһы Мөхәммәт Реза Пәһләүи менән мөнәсәбәттәре насарлана. Шуға күрә шаһ уға батшалыҡ сараларында һәм тантаналарында ҡатнашыуҙы тыя. Әммә ул Фарсы империяһының 2500 йыллығын билдәләүҙә ҡатнаша[3]. 1979 йылға тиклем башлыса Тәһранда йәшәй.

Ислам революцияһынан һуң Мәхмүт Реза АҠШ-ҡа күсә һәм ҡалған ғүмерен шунда йәшәй. 1992 йылдың майында Беверли-Хиллзда әфиүн һаҡлауҙа һәм һатыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. Уның өйөндә баҙар хаҡы менән 20 мең долларҙан ашыу 1 мең грамм әфиүн табылған. Шулай уҡ эҙләү барышында электрон тәмәке һәм наркотик үлсәүҙәре лә табылған. Ул әфиүн ҡулланыуҙа һәм таратыуҙа ғәйепләнә[5].

Мәхмүт Реза 2001 йылдың 15 мартында 74 йәшендә вафат була.

Уның 1952 йылдың октябрендә Америка актрисаһы Терри Мур менән романтик мөнәсәбәттәрҙә булыуы билдәле. 1954 йылдың февралендә итальян актрисаһы Пьер Анджели менән бер аҙ мөнәсәбәттәрҙә була. Мәхмүт Реза ижтимағи һәм батшалыҡ бурыстарын түгел, ә элиталы күңел асыу даирәләрен яратҡан.

1954 йылда Мәхмүт Реза шаһтың элекке адъютанты полковник Ядулла хан Зәнгәненең ҡыҙы Мәхрдөх Зәнгәнәгә өйләнгән. 1957 йылда улар айырылышалар. 1964 йылда ул сәйәсмән Манучехр Эгбалдың ҡыҙы 18 йәшлек Мәрйәм Эгбалға (1946 йылда тыуған) өйләнә[6]. Әммә 1966 йылда йәштәр айырылыша, бер йылдан һуң Эғбал Мәхмүт Резаның ир туғаны Шәһриәр Шафиҡҡа (1945—1979) кейәүгә сыға. Ике никах та балаһыҙ була.

  1. غلامرضا پهلوی، فرزند رضاشاه درگذشت  (фарс.), BBC News فارسی. 2 февраль 2026 тикшерелгән.
  2. TABNAK, تابناک |. سرنوشت ۱۱برادر و خواهر محمدرضا پهلوی (перс.). fa (10 февраля 2012). Дата обращения: 2 февраля 2026.
  3. 1 2 pahlavi3. www.royalark.net. Дата обращения: 2 февраля 2026.
  4. پهلوی، شاهپور محمود رضا (перс.). Foundation for Iranian Studies. Дата обращения: 2 февраля 2026
  5. Shah’s Brother, Drugs Seized (амер. англ.). Los Angeles Times (9 мая 1992). Дата обращения: 2 февраля 2026.
  6. Gettysburg Times — Google News Archive Search. news.google.com. Дата обращения: 2 февраля 2026.