Мәшәҡәт (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәшәҡәт
Нигеҙләү датаһы 1885
Атамаһы Канитель
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 27 апрель (9 май) 1885
Баҫылған Пёстрые рассказы, 1886[d][1] һәм Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Мәшәҡәт — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 27 апрелендә «Осколки» журналының 17 һанында А.Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Мәшәҡәт» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 27 апрелендә «Осколки» журналының 17 һанында А.Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығында баҫыла, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙысының әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәлә яҙыусының Во имя Святого Митрофания сиркәүендә хорҙа йырлаған осоро тураһында яҙылған. Уның ағаһы Ал. П. Чехов: «Антон Павлович, сиркәү клиросында тороп, ҡатындарға ҡағыҙҙа һәм просфорала „һауҙар өсөн“ һәм „мәрхүмдәр өсөн“ проскомидияларын яҙа, һәм ошо саҡта яҙған исемдәр уға „Мәшәҡәт“ хикәйәһен яҙырға ярҙам итә…», — тип хәтерләй[2].

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Л. Н. Толстой «Мәшәҡәт» хикәйәһен Чеховтың иң һәйбәт хикәйәләренең береһе тип атай.

Тәнҡитсе А. Басаргин 1900 йылда яҙыусының әҫәрҙәрен нәшер итеүсе А. Ф. Маркс баҫмаһындағы икенсе томына яҙған рецензияһында «үпкәләтмәҫлек юмор» һәм «һау һәм шат күңеллелек стихиялы» әҫәр тип хикәйәгә үҙ баһаһын бирә[3].

Цензор С. А. Верещагин хикәйәне халыҡ китапханаларына ҡуйыуҙы урынлы тип тапмай, 1904 йылда Матбуғат буйынса баш идаралыҡҡа был турала рапорт яҙа: «Хикәйәне баҫтырырға ярамай, сөнки унда сиркәү тәртиптәре, православие йолаларына хөрмәт менән ҡарау юҡ, был турала мин Һеҙ ғәли йәнәптәренә еткерәм. Драматик әҫәрҙәр буйынса цензор Верещагин. 13 февраль, 1904 йыл».

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Отлукавин, дьяк.
  • Әбей, сиркәүгә мәхәлләнән йөрөүсе.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәләге ваҡиға сиркәүҙә бара. Өлкән рухани өйҙә булмағанлыҡтан, сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу эшен дьяк Отлукавин алып бара. Дьяк клироста тора һәм «һауҙар өсөн», «мәрхүмдәр өсөн» һүҙҙәрен уның алдында торған әбей һорауы буйынса яҙа. Әбей ғибәҙәт ҡылдырыу өсөн Хоҙай ҡолдарының исемдәрен бик шәп әйтә, шунлыҡтан дьяк, өлгөрә алмайынса, яҙыуын бутай һәм әбей ҙә үлгәндәре менән тере Хоҙай ҡолдарының исемдәрен бутай башлай. Улар бәхәсләшеп китә һәм дьяк: «Ярар, мин уларҙы көтөүе менән бергә яҙам да ҡуям, ә һин уларҙың исемлеген дьяконға алып бар. Дьякон үҙе ҡараһын, кемеһе бында — тере, кемеһе — мәрхүм: ул семинарияларҙа уҡыған, ғилемле кеше, ә мин был эштә үлтерһәң дә бер нимә лә белмәйем», — ти.

Әбей дьяк менән ризалаша, аҡсаһын түләй ҙә миһрабтағы дьякон яғына йүнәлә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Канитель// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=75
  2. «Чехов в воспоминаниях современников», ГИХЛ, 1952, стр. 38
  3. «Московские ведомости», 1900, № 270, 30 сентября, стр. 3