Мәғизов Мөхәмәтшәриф Мөхәммәт улы
Мәғизов Мөхәмәтшәриф Мөхәммәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 октябрь 1936 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Түбәнге Бикҡужа, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | агроном |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Мәғизов Мөхәмәтшәриф Мөхәммәт улы (20 октябрь 1936 йыл) — ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе, агроном, педагог. Ленин ордены, ике тапҡыр Почёт билдәһе ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғизов Мөхәмәтшәриф Мөхәммәт (Мөхәмәтша) улы 1936 йылдың 20 октябрендә Мәләүез районы Аҡбута ауылында тыуа, ләкин документтарҙа Күгәрсен районы Түбәнге Бикҡужа ауылында тыуған тип күрһәтелгән. Атаһы Мөхәмәтша Хәтип улы Мәғизов сығышы менән Күгәрсен районы Түбәнге Биккужа ауылынан, 1936 йылдан алып, 1947 йылға тиклем Ҡыҙыл Армияла хәрби хеҙмәттә була, 1940—1941 йылдарҙа ғына өйөндә йәшәп өлгәрә. Мөхәммәтшәриф бәләкәй сағынан әсәһенә төрлө йорт эштәрендә ярҙамлаша, бик иртә колхоз эштәрендә, һал ағыҙыу һ.б.кеүек эштәрҙә ҡатнаша.
1954 йылда ул Күгәрсен районы Йомағужа урта мәктәбен тамамлай һәм Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә.
1959 йылда институт тамамлаған йәш белгес Мәләүез районы Ленин исемендәге колхозға агроном итеп тәғәйенләнә.
1961—1962 йылдарҙа ул ВЛКСМ-дың Мәләүез район комитеты секретары вазифаһына һайлана.
1962 йылда Мәләүез районы Әбет ауылы тулы булмаған урта мәктәбе директоры Әлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улының өлкән ҡыҙы Флораға өйләнә.
1963—1966 йылдарҙа М.Мәғизов Мәләүез районы ауыл хужалығы идаралағында баш агроном вазифаһын башҡара.
1967—1970 йылдарҙа ул Мәләүез районы «Нөгөш» колхозы рәйесе була, был йылдарҙа Бәләкәй Моҡас һәм Арыҫлан ауылдарында мәктәп төҙөлә, Смаҡта урта мәктәп төҙөлөшө башлана.
1970—1982 йылдарҙа Мәләүез районы Ергән ауылындағы Салауат исемендәге колхозды етәкләй. Колхоз эшсәндәре Краснодар өлкәһе игенселәре менән ярышып, мул уңыш алыуға өлгәшә. Фиҙаҡәр хеҙмәте, өлгәшкән уңыштары өсөн М.Мәғизовҡа Ленин ордены һәм ике тапҡыр Почёт билдәһе ордены тапшырыла.
1977 йылда ул Бөтә союз профсоюздарының XVI съезы эшендә делегат булараҡ ҡатнаша.
1983 йылда ул 109-сы һанлы һөнәрселек училищеһы (СПТУ) директоры итеп тәғәйенләнә, бында экономика фәнен уҡыта. Бынан һуң 1986—1998 йылдарҙа, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Мәләүез ауыл хужалығы идаралағының баш белгесе булып эшләй.
Ҡатыны Флора Искәндәр ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы (1982)
- РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1976)
- Ленин ордены(1976)
- Почёт билдәһе ордены (1971, 1973)
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тыуыуы айҡанлы» юбилей миҙалы (1970)
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (196)
- «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» (1966)
- «Хеҙмәт ветераны» (1989)