Мәүлитова Мәғрифә Зәки ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәғрифә Мәүлитова битенән йүнәлтелде)
Мәғрифә Зәки ҡыҙы Мәүлитова
Тыуған көнө

27 август 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Түбәнге Ләмәҙ ауылы

Вафат көнө

7 октябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (91 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

нефть эшкәртеү

Эшләгән урыны

Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты

Альма-матер

Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институты

Награда һәм премиялары
Ленин ордены — 1970 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1948
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1959
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Мәүлитова Мәғрифә Зәки ҡыҙы (27 август 1913 йыл7 октябрь 2004 йыл) — инженер‑технолог. Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институтының беренсе директоры (1947—1956)[1]. РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Ленин (1970), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1959) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғрифә Зәки ҡыҙы Мәүлитова 1913 йылдың 27 авгусында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Әсәһе Хәмдиә Таһир ҡыҙы, атаһы — Зәки Ғәбиҙулла улы Мәүлитов Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 1918 йылда аҡтар тарафынан үлтерелә[2]. 1920 йылда Хәмдиә дүрт балаһы менән бергә Өфөгә күсә.

1931 йылда Өфө рабфагын тамамлай[3].

1936 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтының нигеҙ химияһы факультетын инженер-технолог һөнәре буйынса тамамлай.

1936 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй. 1939 йылдан ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетында эшсе йәштәр бүлеге мөдире, 1940 йылдан — Башнефтекомбинат Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лабораторияһының өлкән химигы, мөдире була.

1945 йылдан «Башнефтехимзаводы» производство берекмәһенең производство‑техник бүлеге өлкән инженеры булып эшләй.

1947 йылда Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институтының директоры итеп тәғәйенләнә, уны ойоштороу менән шөғөлләнә[3].

1956—1987 йылдарҙа — Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институты лабораторияһының мөдире булып эшләй.

РСФСР Юғары Советының 1—2‑се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 3—4‑се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 1944 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана[3].

2004 йылдың 7 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғрифә Мәүлитованың фәнни хеҙмәттәре промыслаларҙа нефтте әҙерләү проблемаларына арналған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның етәкселегендә был тармаҡта тәүге тапҡыр ятҡылыҡтарҙағы нефтте һыуһыҙландырыу, тоҙһоҙландырыу һәм стабилләштереү технологиялары эшләнә, һөҙөмтәлә Өфө нефть эшкәртеү заводынан яғыулыҡ материалдарын фронтҡа өҙлөкһөҙ тапшырылыуы тәьмин ителә. Шулай уҡ Мәғрифә Зәки ҡыҙы етәкселегендә эмульсияларҙың физик‑химик үҙенсәлектәре тикшерелә, нефтте һәм газды көкөртлө водородтан таҙартыу, нефтле ташландыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү ысулдары һәм башҡалар табыла. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы[4].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Опыт подготовки нефти на промыслах Башкирии. — Уфа: «Башкнигоиздат», 1966. (авторҙаш)
  • Скрипченко Е.С., Лакузо Т.П., Жигач К.Ф., Серикова Л.А., Скрипченко В.И., Мавлютова М.З. Комплексно действующие деэмульгаторы сырых нефтей (нефть - вода - минеральные соли) //Добыча нефти, Июнь, 1966 Раздел: Архив журнала[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙы Ирина — техник фәндәре кандидаты, «БАШНИПИНЕФТЬ» институты хеҙмәткәре булған. Улы Валерий — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, анестезиолог-реаниматолог булып эшләгән[3].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөлә Мәүлитова Мәғрифә Зәки ҡыҙы йәшәгән йортҡа (Ленин урамы, 84) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лозин Е. В. Өфө нефть сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү институты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Зәки Ғәбиҙулла улы Мәүлитовтың исемен ауыл мәктәбе һәм колхоз йөрөткән, уның үлеме тулыраҡ Ғайнан Хәйриҙең «Боролош» романында һүрәтләнә.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Зайнетдинов Э. Неисправимая оптимистка // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 6. — ISSN 1683-3554.
  4. Кусеев А. Н. Мәүлитова Мәғрифә Зәки ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. [1]
  6. Уметбаев В. Легенда башкирской науки. «Вечерняя Уфа» (9 октябрь 2015). Дата обращения: 9 март 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]