Мәғәсүмова Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәғәсүмова Бәһиә Мәғәсүм ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Мәғәсүмова Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Мәғәсүмова Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы (17 ғинуар 1913 йыл1 ғинуар 1995 йыл) — ғалим-педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971) кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәғиә (Бәһиә) Мәғәсүм ҡыҙы Мәғәсүмова 1913 йылдың 17 ғинуарында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Мәскәү ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) тыуған. Милләте — башҡорт.

1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1935 йылдан алып К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй.

1936 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор була.

1938 йылдың 8 октябрендә репрессиялана. 1939 йылдың 28 ғинуарында аҡлана[1].

1939 йылдан Өфө мәктәпкәсә педагогия училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

1941—1944 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында уҡыта.

1948—1978 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡытыусы булып эшләй (1957 йылдан башлап — Башҡорт дәүләт университеты).

Бәһиә Мәғәсүмова 4-7 кластар өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторҙашы[2].

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Изучение биографии и произведений Мажита Гафури в V—VII классах башкирской школы: Автореферат дис. на соискание учен. степени кандидата пед. наук / Акад. пед. наук РСФСР. Науч.-исслед. ин-т методов обучения. — Москва, 1954.
  • Кластан тыш уҡыу китабы: VI класс өсөн / Б. М. Мәғәсүмова, С. Х. Зайлалова. — 3-сө баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 174 б.
  • 4 кластар өсөн «Туған әҙәбиәт» дәреслегенә методик ҡулланма / Б. М. Мәғәсүмова, С. Х. Зайлалова. — 3-сө баҫма, төҙәтелгән.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 112 б.
  • Туған әҙәбиәт: 4 класс өсөн / Б. М. Мәғәсүмова һ. б. — 11-се баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 260 б.
  • Туған әҙәбиәт: 5-се класс өсөн дәреслек-хрестоматия / Б. М. Мәғәсүмова, С. Х. Зайлалова, К. Әхмәтйәнов, Ә. М. Сөләймәнов. — 8-се баҫма, төҙәтелгән. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. — 271 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1987)[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Книга памяти Республики Башкортостан
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Мәғәсүмова Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 май 2018)
  3. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 08.04.1987 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Кировского района города Уфы»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан комсомолы: энциклопедия / баш мөхәррир У. Г. Сәйетов. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2016. — 608 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]