Мәғәсүмов Фәтхулла Борхай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәғәсүмов Фәтхулла Борхай улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1892
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы
Вафат булыу көнө 1921

Фәтҡулла Борхай улы Мәғәсүмов (октябрь 18921921) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәтҡулла Борхай улы Мәғәсүмов 1892 йылда Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Ҡарт Муйнаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районында) тыуған.

Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнаша. Прапорщик званиеһендә хеҙмәт итә.

1920 йылдың йәйендә Мәғәсүмов тарафынан Тамьян-Ҡатай кантонында партия ячейкаларын тар-мар иткән баш күтәреүселәр отряды төҙөлә.

1920 йылдың сентябренән берләшкән баш күтәреүсе формированиеләрҙең командиры була («Башҡорт ҡыҙыл Армияһының», ҡара Бөрйән-Түңгәүер күтәрелеше). 1920 йылдың сентябрь аҙағында Фәтҡулла Мәғәсүмов отрядының большевиктар менән һуғышы Златоустан 40 километр алыҫлыҡта бара. Баш күтәреүселәр ғәскәренең һаны 3000 кешегә етә, был ғәскәргә башҡорттарҙан тыш Выдрин һәм Лукониндың казак отрядтары ла инә[1]. Златоуст ҡалаһының хәрби комиссариаты һәм батальон казармаһы баҫып алына, әммә тиҙҙән баш күтәреүселәр ҡаланан РККА частары тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла.

1920 йылдың 26 ноябрендә П. Н. Мостовенко етәкселегендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты вәкилдәре менән С. Ш. Мырҙабулатов етәкселегендә баш күтәреүселәрҙең башлыҡтары килешеү төҙөй. Был килешеүгә ярашлы Башҡортостан Ҡыҙыл Армияһының Реввоенсоветы эшен туҡтата, үҙ ирке менән ҡорал һалған баш күтәреүселәргә амнистия гарантиялана, башҡорт халҡын йәберләүҙә ғәйепләнеүсе Е. В. Поленов, М. Руденко һәм башҡалар енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш булалар. Ләкин Фәтҡулла Мәғәсүмов һәм баш күтәреүселәрҙең ҡайһы бер башҡа етәкселәре совет власына ышаныуҙан баш тарталар һәм көрәшен дауам итәләр.

1921 йылдың яҙында Ғ. Я. Амантаев менән берлектә Охранюк-Черскийҙың баш күтәреүселәр отрядына ҡушылалар (ҡара. Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921)). Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының көньяғында башҡорт хәрби көстәренең командиры итеп тәғәйенләнә.

1921 йылдың июнь башында Ғ. Я. Амантаев менән бергә Бөрйән-Түңгәүер кантисполкомы рәисе К. А. Иҙелғужин менән һөйләшеүҙәр алып баралар. Һөйләшеүҙәр барышында баш күтәреүселәрҙең лидерҙары күтәрелеште туҡтатыу буйынса талаптар ҡуялар. Улар араһында ихтилалда ҡатнашыусыларҙы тулыһынса амнистиялау, республикаға Башревком ағзаларының 1-се составын ҡайтарыу, «автономияның йәшәйеше өсөн зарарлы бөтә элементтарҙы» республиканан ситкә ҡыуыу һәм башҡа талаптар була[2].

1921 йылда ҡулға алына һәм үлтерелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халҡының тарихы: 7 т./ баш ред. М. М. Ҡолшәрипов; УНЦ РАН Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — Өфө: Ғилем, 2010. — Т. V. — 468 б.
  • Зарипов А. Б. Көньяҡ - көнсығыш Башҡортостан 1917 – 1922 йылдар. — Өфө, 2001. — 213 б.
  • Сафонов Д. А. 1920—1921 йылғы Бөйөк крәҫтиән һуғышы. һәм Көньяҡ Урал — Ырымбур: Ырымбур губернаһы, 1999. — 314 б.
  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009. (баш.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Зарипов А. Б.1920 йылдың икенсе яртыһында — 1921 йылдың башында Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында башҡорттарҙың күтәрелеше
  2. Башҡорт халҡының тарихы: 7 т./ баш ред. М. М. Ҡолшәрипов; УНЦ РАН Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — Өфө: Ғилем, 2010. — Т. V. — Б. 191—192. — 468 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]