Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 8 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Бурлы ауылы
Һөнәр төрө селекционер
Эш биреүсе Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты‎
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы (1952 йылдың 8 августында тыуған, БАССР‑ҙың Ғафури районы Бурлы ауылы) — селекционер, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы 1952 йылдың 8 августында БАССР-ҙың Ғафури районы Бурлы ауылында донъяға килә. Ауылда урта мәҡтәпте тамамлай.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай.

1972—1976 йылдарҙа Әбйәлил районының Байым урта мәктәбендә эшләй.

1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында (БНИИСХ) эшләй. 1999 йылда өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 2012 йылдан лаборатирия мөдире вазифаларын башҡара.

2006 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында ауыл хужалығы фәндәре кандидатына дәғүә итеү диссертацияһын яҡлай[1]. Диссертация темаһы Башҡортостандың Урал алды далаларында минераль ашламалар тәьҫирендә ҡарабойҙай һәм тары ярмаларын формалаштырыуға арналған.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге ярма культуралары селекцияһына арналған. Мәғәфүрова тарафынан ҡарабойҙайҙың Агидель, Башкирская красностебельная, Илишевская, Инзерская, Светлана, Уфимская сорттары сығарыла, Башҡортостанда ярма культураларын үҫтереү буйынсаса тәҡдимдәр яһала.

Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  1. Российская государственная библиотека