Эстәлеккә күсергә

Мәҡсүтов Вил Шәрифйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҡсүтов Вил Шәрифйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  РСФСР
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 май 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (103 йәш)
Тыуған урыны Күкҡуян, Дүртөйлө районы
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мәҡсүтов Вил Шәрифйән улы (рус. Максютов Виль Шарифьянович 6 май 1931 йыл23 март 2020 йыл) — дәүләт органы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1967—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта хәрби һәм дәүләт серҙәрен һаҡлау буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Вил Шәрифйән улы Мәҡсүтов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете класты тамамлай. Артабан 1-се Дүртөйлө урта мәктәбендә уҡый. Атаһы 1942 йылда Ленинград фронтында һуғыша, ҡаты яралана, әммә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, ауыл мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә йәшәй һәм 94 йәшендә вафат була[1].

1950 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Вил Шәрифйән улы ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1957 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтыын (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университеты) уңышлы тамамлағандан һуң тыуған Күкҡуян мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 19571958 йылдарҙа мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты инструкторы, белгес (специалист) булып эшләй[2].

1967 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта хәрби һәм дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, был вазифала 1991 йылға тиклем[1].

1991—1996 йылдарҙа республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының төп белгесе, министрлыҡты ойоштороуҙа һәм уның эшен яйға һалыуҙа әүҙем ҡатнаша[1].

1996 йылдың декабрендә Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары һәм яуаплы секретары итеп раҫлана[2].

СССР Журналистар союзы ағзаһы (1958)[2].

Мәҡсүтов Вил Шәрифйән улы 2020 йылдың 23 мартында оҙаҡ ауырыуҙан Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хаҡлы ялға киткәндән һуң Вил Шәрифйән улы оҙаҡ йылдар йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың ветерандар советы рәйесе, республика журналистика ветерандары берекмәһе советы рәйесе урынбаҫары, Республика ветерандар советының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса комиссия ағзаһы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы.
  • СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларында дәүләт серҙәрен һаҡлау буйынса Баш Идаралыҡтың Почёт китабына индерелгән[2].
  • Диплом (Рәсәй Журналистар союзының киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн)[2]
  1. 1 2 3 4 Видные деятели печати Башкортостана: Виль Максютов (К 85-летию ветерана журналистики), Башинформ, bashinform.ru (6 май 2016). 21 май 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 5 Максютов Виль Шарифьянович, Дюртюлинская энциклопедия, enc.durtulicbs.ru. 21 май 2025 тикшерелгән.
  3. Не стало Виля Шарифьяновича