Эстәлеккә күсергә

Мәҡсүд Сөндөклө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы битенән йүнәлтелде)
Мәҡсүд Сөндөклө
татар. Садыйк Мөбин улы Максудов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 2 (15) сентябрь 1904
Тыуған урыны Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 октябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎ һәм татар теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Мәҡсүд Сөндөклө, Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы (2 (15) сентябрь 1904 йыл23 октябрь 1981 йыл) — шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).

Мәҡсүд Сөндөклө (Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы) 1904 йылдың 2 (15) сентябрендә Ҡазан губернаһы Сөндөклө ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте үҙ ауылында ала. Егерме йәшенән Донбасста шахтер булып эшләй. 1925—1927 йылдарҙа Артем ҡалаһында партия мәктәбендә уҡый. 1935 йылда Өфөгә килә.

Мәҡсүд Сөндөклөнөң тәүге шиғырҙары Мәскәүҙә татар телендә сыҡҡан «Эшче», «Яшь эшсе» гәзиттәрендә егерменсе йылдың урталарында баҫыла башлай. Шахтерҙар хеҙмәтенә арналған шиғырҙары, «Стаханов тураһында йыр» поэмаһы менән ул утыҙынсы йылдар поэзияһына яңылыҡ алып килә. Әҙип 1981 йылда Өфөлә вафат була.

  • «Күмер тауышы» Өфө-1930 йыл
  • «Сатҡылар» Өфө-1934 йыл
  • «Мөхәббәт» Казан-1938 йыл
  • «Шиғырҙар, поэмалар» Казан-1940 йыл
  • «Хеҙмәткә дан» Өфө-1949 йыл
  • «Һайланма әҙәрҙәр» Өфө-1952 йыл
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы.Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте-2001 йыл
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 61-62 с. ISBN 5-295-02294-3.

Мәҡсүд Сөндөклө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)