Мәүлетова Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Отсутствует элемент Викиданных

Мәүлетова Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы- 16.08.1923 йыл Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Уразайбаш ауылында тыуған. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәүлетова Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы 1923 йылдың 16 авгусында хәҙерге Бүздәк районы Уразайбаш ауылында тыуған.

1940 йылда Бүздәк районы Арыҫлан ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1942 —1944 йылдарҙа ошо мәктәп директоры булып эшләй.

1944—1945 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Бүздәк район комитеты секретаре.

1945—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында белем ала.

1950—1953 йылдарҙа Ишембай ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире һәм Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары.

1956 йылдан Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы нда эшләй башлай, 1959 йылдан- бүлек мөдире.

1964— 1966 йылдарҙа - Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге хирургы, шул уҡ ваҡытта, 1964— 1967 йылдарҙа, 1-се һәм 2-се Өфө ҡала дауаханалары табибы, 1966 йылдан- бүлек мөдире.

1966 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) преподавателе.

1966-1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының баш балалар хирургы. Республикала Балалар хирургияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән[2].

1970— 1989 йылдарҙа- балалар хирургияһы кафедраһы мөдире.

2001 йылдан башлап, Республика балалар клиник дауаханаһында эшләй.

Балалар хирургияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Медицина Фәндәре Академияһының С.Д.Терновский исемендәге премияһы менән бүләкләнә (2008).

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге киҫкен һәм хроник деструктив пневмонияны диагностикалау һәм дауалау ысулдарын яҡшыртыу, аппендикуляр перитонитты, гематогенлы остеомиелитты киҫәтеү һәм дауалауға бәйле.

Профессор Мәүлетова етәкселегендә балаларға хирургик ярҙам күрһәтеү өсөн нормативтар , ҡалҡан биҙен хирургия юлы менән дауалауҙы нигеҙләү, балаларҙа бронхоэктатик сирҙе иртә диагностикалау һәм уларҙы диспансеризациялау буйынса тәҡдимдәр эшләп сығарыла .

Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы Мәүлетова- 170 -тән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Профилактика инфекционных осложнений и комплексное лечение детей с сочетанной и комбинированной термической травмой, пострадавших на катастрофе. Уфа, 2004 (соавт.);
  • Организация, развитие и становление детской хирургии в Республике Башкортостан. Уфа, 2011.

Маҡтаулы исемдәре, бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963).
  • Рәсәй Федерацияһы Фәндәр Академияһының Президумының С.Д.Терновский исемендәге премия лауреаты (2008).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. башкирская-энциклопедия.рф/2.../14638-mavlyutova-munavara-gabdrakipovna.htm...
  2. ufa-gid.com/encyclopedia/mavlut_mg.html