Мөлөков Радик Рафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөлөков Радик Рафиҡ улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 май 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Шишмә районы
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Механика
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Урал дәүләт техника университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Мөлөков Радик Рафиҡ улы (2 май 1951 йыл) — совет һәм Рәсәй ғалим-механигы, наноматериалдар физикаһы һәм механикаһы өлкәһендә белгес, Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә үҙлелеге проблемаһы институты директоры (2006 йылдан алып), Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Радик Рафиҡ улы Мөлөков 1951 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Шишмә районында Ыҫлаҡ ауылында тыуған.

1974 йылда Урал политехник институтының физика-техник факультетын тамамлай.

1982 йылда — «Теплофизические свойства перегретого н-пентана» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1983—1985 йылдарҙа — Урал дәүләт техник университеты — Киров исемендәге Урал политехник институт (УГТУ-УПИ) ҡарамағындағы Көнбайыш-Себер ғилми-тикшеренеү геология нефть институтының база лабораторияһы етәксеһе.

1985 йылда Өфөгә күсә, Өфө дәүләт авиация техник университетының Дөйөм физика кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эшләй башлай.

1987 йылдан башлап — Рәсәй Фәндәр академияһының Металдар үтә үҙлелеге проблемаһы институтында эшләй, унда ғилми хеҙмәткәрҙән директорға тиклем юл үтә (2006 йылдан).

1996 йылда «Структура и свойства субмикрокристаллических металлов, полученных интенсивной пластической деформацией» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]

2004 йылдан бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының профессоры вазифаһында эшләй. Унда 2007 йылда Радик Рафиҡ улы етәкселегендә, Рәсәй Фәндәр академияһының Металдар үҙлелеге проблемаһы институты менән берлектә, «Физика һәм наноматериалдар технологияһы» кафедраһы ойошторола.

2016 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланған.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наноматериалдар физикаһы һәм механикаһы өлкәһендә белгес.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шулар иҫәбендә 2 монография, коллектив монографияның 4 бүлеге, 2 уҡыу әсбабы авторы, 18 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты эйәһе.

Төп фәнни һөҙөмтәләре:

  • металдарҙы деформациялау ысулдары менән наноструктурлау ысулы эшләнә, күләмле наноматериалдарҙың физик-механик үҙенсәлектәре һәм структураһы өйрәнелә;
  • юғары ныҡлыҡтағы конструкцион һәм функциональ наноматериалдар, юғары һөҙөмтәле эмиссион катодлы матрицалар һ. б. алыуҙа деформациялау ысулдарын практик ҡулланыуҙың фәнни-техник нигеҙҙәре эшләнгән;
  • атом сәнәғәтендә уран изотоптарын бүлеү буйынса үҙәктән ҡыуыусы ҡоролмаларҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек биреүсе материал эшләнгән;
  • перспективалы авиация двигателдәре өсөн вентиляторҙың ҡыуыш ҡалаҡтарын эшләү технологияһы булдырылған, ҡалаҡтарҙың уңышлы һынау үткән һынау партиялары эшләнгән;
  • никель һәм титан нигеҙендә эҫегә сыҙамлы иретмәләрҙән газ турбиналы двигателдәрҙең деталдәрен үтә һығылмалы йәйеү өсөн стан булдырылған;
  • үтә эҫетелгән шыйыҡлыҡтарҙың йылы һыйышлығы, йылы үткәреүсәнлеге һәм хәл торошо тигеҙләмәһе өйрәнелгән;

Мөлөков Радик Рафиҡ улы тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре яңы материалдарҙы уйлап табыуҙа һәм уларҙы эшкәртеү технологияларын эшләгәндә ҡулланыла.

Фәнни-ойоштороу эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Письма о материалах» журналының баш мөхәррире;
  • «Фундаментальные проблемы современного материаловедения» һәм «Физика и механика материалов» журналдарының мөхәррирҙәр ҡоро ағзаһы;
  • Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә үҙлелеге проблемаһы институты базаһында докторлыҡ диссертация советы рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Диссертация на тему «Структура и свойства субмикрокристаллических металлов, полученных интенсивной пластической деформацией», автореферат. dissercat.com. Проверено 23 февраля 2018.
  2. О присвоении почетных званий Республики Башкортостан работникам Федерального государственного бюджетного учреждения науки Институт проблем сверхпластичности металлов Российской академии наук. bashkortostan.regnews.org. Проверено 3 марта 2018.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәһенең "ufaras" исемле <ref> билдәһе үрҙәге текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәһенең "ras" исемле <ref> билдәһе үрҙәге текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]