Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм ул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм ул
Тыуған көнө 1 ноябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ауырғазы районы, Яңы Ҡарамалы
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм ул (рус. Мулюков Галинур Мухаррямович) (1 ноябрь 1949 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауырғазы районының почетлы гражданины[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм ул 1949 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1972 йылда институтты тамамлағас «Ауырғазы» колхозында баш инженер булып башлай. Артабан Ауырғазы районы «Сельхозтехника» берләшмәһендә управляющий булып эшләй.

1982—1985 йылдарҙа Ауырғазы райкомында икенсе секретарб 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш райкомында беренсе секретарь. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында икенсе секретарь. 1991 йылдан «Башкирагропромстрой» берләшмәһе начальнигы.[2]

Стәрлебаш районы, 250-се Йәшергән һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Почёт Билдәһе» ордены, Башҡортостандың Ауырғазы районының почетлы гражданины.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Аургазинский район
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]