Эстәлеккә күсергә

Мөнир Һаҙый

Был мәҡәлә сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөнир Һаҙый
Дин:

ислам

Тыуыу выҡыты:

10 декабрь 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Яңы Әмзә ауылы, Иҫке Әлмәт улусы, Чистай өйәҙе, Ҡазан губернаһы[1]

Үлеү ваҡыты:

10 август 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (36 йәш)

Вафат булған урыны:

Силәбе ҡалаһы, Силәбе өйәҙе, Ырымбур губернаһы

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Мөнир Һаҙый (Мөхәммәт-Мөнир Мөхәммәт-Ғәҙей улы; 10 декабрь 1876 йыл10 август 1913 йыл) — башҡорт тарихсыһы, дин әһеле. Ырымбур губернаһы ғилми архив комиссияһының мөхбир ағзаһы (1911).

Һаҙыев Мөнир Һаҙый улы 1876 йылдың 10 декабрендә Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Иҫке Әлмәт улусының[1] Яңы Әмзә ауылында тыуған.

Ҡазандағы Ғәлекәй мәҙрәсәһендә белем ала. Шул уҡ ҡаланың «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен тамамлай[2]. 1902—1904 йылдарҙа «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә мөғәлимлек итә[3].

1905 йылдан Силәбе ҡалаһы мәҙрәсәһендә мөғәллим, шул уҡ йылдың ноябренән ҡала йәмиғ мәсетенең 2-се муллаһы итеп һайлана[2]. 1906 йылдан йәмиғ мәсетенең имам-хатибы һәм мәҙрәсә мөҙәрисе була. Йәдитселек яҡлы була[3]. 1906 йылдың февралендә Силәбе мосолман хәйриә йәмғиәтенең ойоштороусыларҙың береһе булып тора[2].

Мәхәлләнең уҡыу йорттарында йәдитселек нигеҙендә реформалар үткәрә. 1912 йылда Силәбе уҡытыусылар семинарияһында уҡытырға рөхсәт ала[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ризаитдин Фәхретдинов менән бәйләнеш тота. «Шура» журналында мәҡәләләрен, шул иҫәптән 1909—1910 йылдарҙа «Башҡорттар» тигән мәҡәләһен, баҫтырып сығара[4].

Һаҙый Мөнир 1912 йылда нәшер ителгән «Башҡорт тарихы» хеҙмәтендә башҡорттарҙың традицион рухи һәм материаль мәҙәниәтен, хужалығын, социаль ҡоролошон һәм йолаларын тауисирлай. Бында башҡорттарҙың 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдары, 1755—1756 йылдарҙағы ихтилалы, 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыуы һ. б. буйынса фактик материалдар бар[3].

Ямалетдин әл-Афғаниҙың «Афғанстан тарихы»н тәржемә итә, ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡаҙаҡтарҙың тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнә[2].

  • Башҡорт тарихы. — Ҡазан: «Өмөт» электротипографияһы, 1912.  (төрки)
  • Хадыев М., Фахретдинов А. История башкир. — Уфа: Китап, 2007. — 136 с. — ISBN 978-5-295-04231-7. (рус.)
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Татарстан Республикаһының Норлат районы.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Денисов Д. Н. Гадиев Мунир (Хади Мухаммедмунир) Гариевич // Ислам на Урале : Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — С. 83—84. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  3. 3,0 3,1 3,2 Башҡорт энциклопедияһы — ҺАҘЫЕВ Мөнир Һаҙый улы (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2021)
  4. Хадиев М. История башкир // Ватандаш. — 2007. — № 9. — ISSN 1683-3554.
  • Боже В. С. Школьный мир дореволюционного Челябинска. Т. 2. Справочные материалы. — Челябинск, 2006. — С. 53.
  • Денисов Д. Н. Мусульманская община Челябинска (60-е гг. XIX — начало XX вв.) // Вестник Челябинского госуниверситета. История. Вып. 27. — 2008, № 34. — С. 137—148.