Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөтнөк (лат. Méntha) —ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы 50—80 см бейеклектә, төҙ, дүрт ҡырлы, ябай йәки тармаҡлы, бер аҙ төклө. Япрағы төклө, ҡапма‑ҡаршы теҙелешле, йомортҡа, йомортҡа‑ланцет йәки оҙонса‑эллиптик формала,ситтәре киртләсле йәки бысҡы һымаҡ. Сәскәһе ваҡ, алһыу зәңгәр, зәңгәр йәки асыҡ сирень төҫөндә, тәлгәш сәскәлегенә йыйылған. Июнь — сентябрь айында сәскә ата. Емеше 4 сәтләүектән тора, авг.— сент. өлгөрә. Йылға ярында, дымлы болонда, әрәмәлектәрҙәге ҡыуаҡлыҡта, дымлы урманда, һыу буйында үҫә. Ҡыр БР бөтә терр‑иторияһында таралған, оҙон Б. —башлыса Башҡортостандың Урал алдында. Декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек, составында кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында, парфюмерия-косметика сәнәғәтендә, ликёр‑араҡы сәнәғәтендә һәм кондитер сәнәғәтендә ҡулланыла[2] [3].
- ↑ NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0. Entry for Mentha L. Архивная копия от 4 август 2009 на Wayback Machine (инг.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2009)
- ↑ Бөтнөк
- ↑ Борисова, 1954