Эстәлеккә күсергә

Википедия:Мөрәжәғәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөрәжәғәт битенән йүнәлтелде)

Башҡорт халҡына мөрәжәғәт!

Уҡы һәм башҡаларға уҡыт!

Башҡорт халҡының данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары! Һеҙҙе башҡорт телендәге Википедия төҙөүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Википедия (Wikipedia) — Интернет селтәрендә урынлашҡан ирекле һәм төрлө телдәге бөтә кешеләр өсөн дә асыҡ энциклопедия.

Википедия тәү башлап 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә ойошторолған. Ойоштороусыһы — Викимедия фонды (Wikimedia Fondation Inc.). Маҡсаты — Ер шарындағы барлыҡ телдәрҙә ниндәйҙер сикләүҙәрҙән азат, ғәҙел энциклопедия төҙөү.

Википедияның төп тәртибе — һәр кем үҙе теләгән йүнәлештә мәҡәлә яҙа йәки булған мәҡәләгә үҙгәртеш индерә һәм башҡа мәғлүмәт сараларында ирекле рәүештә тарата ала. Шулай булғас, Википедияла авторлыҡ хоҡуҡтары бер кемгә лә бирелмәй. Тәү ҡарашта, бындай хәл мәҡәләләрҙең дөрөҫлөгөнә, тулылығына зыян килтерә һәм бер кем дә бының өсөн яуаплы түгел һымаҡ. Ләкин бындай фекер дөрөҫ түгел. Сөнки мәҡәләләргә үҙгәреш бик тиҙ һәм еңел индерелә. Был үҙ сиратында мәҡәләрҙең тәү торошон ҡайтанан тергеҙергә ярҙам итә. Икенсе яҡтан, донъяла зыян яһаусыларға ҡарағанда, файҙа килтереүселәр күберәк.

Шулай уҡ Википедия төрлө уй-фекерҙәр, ҡараштар өсөн аралашыу урыны ла. Һәр мәҡәләлә маҡсус аралашыу, фекерләшеү бите бар. Үҙен һәм башҡаларҙы ихтирам иткән һәр кем фекерен әйтеп хәҡиҡәтте табыуҙа ҡатнаша ала.

Үткән ваҡыт эсендә Википедия үҙенең маҡсатына иреште һәм артабан йәшәйәсәген иҫбатланы. Ер шарында булған бик күп телдәрҙең үҙ бүлектәре бар. Һәр телдәге бүлектәрҙең үҫеше тураһындағы тулы мәғлүмәтәрҙе http://en.wikipedia.org/wiki/Wikipedia:Multilingual_statistics битендә ҡарай алаһығыҙ.

2002-се йылда ойошторолған башҡорт телендәге бүлек тә 2006-сы йыл башынан үҫеш юлында. Башҡорт бүлегенең тышҡы күренеше үҙгәрҙе. Әленән-әле яңы мәҡәләләр тыуып тора. Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәргә үҙ көстәрен һынау урыны булдырылған. 2008-се йылдың июль айында 400-се мәҡәлә яҙыла башланы.

Һүҙемде Рауил Бикбаевтың «Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!» исемле шиғырынан өҙөк менән тамамлайым:

Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу,
Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу,
Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу,
Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!

Хөрмәтле ҡан-ҡәрҙәштәр! Үҙебеҙең телебеҙҙе онотмайыҡ! Бөтә донъя Интернет селтәре биргән мөмкинселектән файҙаланайыҡ. Интернеттағы башҡорт телен белгән һәм белергә теләгән бөтә кешеләр http://ba.wikipedia.org/wiki тирәһендә берләшегеҙ!