Мөрәле мәсете (Ҡайбыҫ районы)
Уҡыу көйләүҙәре
| Мөрәле мәсете | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Мәсет | |
Мөрәле мәсете (Ҡайбыҫ районы) Мөрәле мәчете | |
| Ил | Рәсәй |
| Ауыл | ТР, Ҡайбыҫ районы, Мөрәле ауылы |
Мөрәле мәсете — Татарстандың Ҡайбыҫ районы Мөрәле ауылында урынлашҡан мәсет.
1870 йылда Мөрәлелә ағастан ике ҡатлы беренсе мәсет төҙөлә. Бадамшин – беренсе мулла була. Был мәсет төҙөлгәнгә тиклем йома намаҙҙарын шәхси хужалыҡтарҙа уҡыйҙар ине. 1936 йылда мәсеттең бейек манараһын киҫеп ауҙаралар. Был эшкә ауыл кешеләре алынмағас, Бағай ауылынан ике урыҫты яллайҙар.
1933 йылда ете йыллыҡ мәктәп янғас, был мәсет бинаһы 1950 йылға тиклем мәктәп булып хеҙмәт итә. Әхмәтсафа мулланың йортон ауыл клубына әйләндерәләр.
1992 йылдың июнендә иҫке мәсет урынында яңы мәсет төҙөлә башлай.
1994 йылдың ноябрендә яңы Мөрәле мәсетендә тәүге намаҙ уҡыла.