Мөслим (ауыл, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Мөслим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Ҡоншаҡ

Ауыл биләмәһе

Мөслим

Координаталар

55°21′42″ с. ш. 61°22′23″ в. д.HGЯO

Халҡы

464 кеше (2010)

Милли состав

татарҙар, башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Телефон коды

+7 35148

Почта индексы

456730

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 236 860 001

Код ОКТМО

75 636 450 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мөслим (Рәсәй)
Мөслим
Мөслим
Мөслим (ауыл, Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Мөслим

Мөслим (рус. Муслюмово)  — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Мөслим ауыл биләмәһенең үҙәге.Халҡы күсерелеп бөтөп бара.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл аша радиактив ҡалдыҡтар менән зарарланған Тинес (Теча) йылғаһы аға. Район үҙәге Ҡоншаҡ ауылынан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан.Эргәһендә элек Туғаняҡ тип аталған Шуғуняҡ күле.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөслим – боронғо башҡорт ауылы. Мәғлүмәттәр бер иш кенә түгел. Ауыл 1730-се йылдарҙа барлыҡҡа килеүе билдәле. Кемдер ауылға нигеҙ һалыусы башҡорт старшинаһы Мөслим Әширов; кемдер шулай уҡ башҡорт старшинаһы Абдулмәннән Мөслимов; өсөнсөләр мишәр Мөслим Даушевтарҙан киткән тип һанай.[1]

1919 йылдың июлендә Мөслим ауылы янында Силәбе операцияһы һуғыштарының береһе булған.

1949 йылдан Тинес йылғаһына Маяҡ химик комбинаты бер ниндәй контролһеҙ радиоактив ҡалдыҡтарын түгеп тора. Был комбинат Силәбе өлкәһенең Озёрск ҡалаһында ( ул саҡтағы Силәбе-40) йылғаның үр яғында урынлашҡан. Радиоактив бысраныуҙы 1957 йылдағы «Ҡыштым авария»һы тағы ла нығыраҡ хөртәйтеп ебәрә.

2000-се йылдарҙан йылғалағы радиоактив ултырмаларҙың ауыл кешеләренә йоғонтоһон кәметеү буйынса эштәр алып барыла.2009 йылдан кешеләрҙе «Яңы Мөслим ҡасабаһы»на күсерә башлайҙар. Уны Мөслим ҡасабаһын көнбайышындараҡ, йылға үҙәненән бер нисә км-ға арыраҡ төҙөйҙәр[2][3][4][5].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 464 кеше йәшәй.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса татарҙар һәм башҡорттар йәшәй[6].

Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдың 22 урамы һәм 1 тыҡрығы булған[7].

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күрше Мөслим ҡасабаһында шундай уҡ атамалы Мөслим станцияһы урынлашҡан.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөслим ауылы күренештәре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]