Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мөхәммәт
ғәр. أَبُو الْقَاسِمِ مُحَمَّدُ بْنُ عَبْدِ اللهِ بْنِ عَبْدِ الْمُطَّلِبِ
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме ғәр. مُحَمَّدٌ
Тыуған көнө 26 апрель 570 или 570[2]
Тыуған урыны Мәккә
Вафат булыу көнө 8 июнь 632
Вафат булған урыны Мәҙинә
Ерләнгән урыны Мәсжид ән-Нәбәүи мәсете
Атаһы Абдуллах ибн Абд аль-Мутталиб[d]
Әсәһе Әминә - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әсәһе
Бер туғандары Зәйнәб - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәнсәре
Хәләл ефете Хәҙисә бинт Хүвәйлид, Сәүҙә бинт Зәмғә, Хафса бинт Ғүмәр, Йүвәйриә бинт әл-Харис, Ғәйшә бинт Әбү Бәкр, Зәйнәб бинт Йәһеш, Сафия бинт Һүәй, Зәйнәб бинт Һүзәймә, Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә, Рәмлә бинт Әбү Суфьян, Рәйхана бинт Зәйед, Мәрйәм (әл-Кибтия) һәм Мәймүнә бинт Харис
Балалары Абдуллах ибн Мухаммад[d], Касим ибн Мухаммад[d][3], Ибраһим ибн Мөхәммәт[d], Зайнаб бинт Мухаммад[d], Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы, Умм Кульсум бинт Мухаммад[d] һәм Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
Һөнәр төрө сауҙагәр, Сәйәсмән, Пәйғәмбәр, Рәсүл, дин өндәүсе
Нәҫеле курайшит[d] һәм Ахль аль-Байт[d]
Уҡыусылар Анас ибн Малик[d], Ибн Аббас[d] һәм Укба ибн Амир[d]
Һуғыш/алыш битва при Бадре[d], Битва при Ухуде[d], Битва у рва[d], Битва при Хайбаре[d], Битва при Хунейне[d] һәм Битва при Табуке[d]
Викимедиа исемлеге Википедия:Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлеге
Commons-logo.svg Мөхәммәт Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр. محمد[mʊħɑmmæd], әйтелешен тыңларға , (ғәр. محمد‎‎‎), (20 (22) апрель 571 (570)[4], Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — Пәйғәмбәр, мәшһүр дин хеҙмәткәре, бер Аллаһҡа табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөүсе.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр - Рәсүл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер мәл Мөхәммәт (ғәләйһиссәләм) Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Һира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә – Джибрил) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡыҫып: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт (саллә-ллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Мин бит уҡый белмәйем» - тип яуап ҡайтара. Ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән була. Ябраил фәрештә ғәләйһиссәләм тағы ла берҙе: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә уны йәнә ныҡ итеп ҡыҫа һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың – Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» (Ҡөрьән, әл-Ғәләҡ («Уҡмашҡан ҡан») сүрәһе, 96:1-5). Бөйөк Ҡөрьән Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары ошо. Мөхәммәт Пәйғәмбәр кешеләргә үҙенең яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим пәйғәмбәр динен тергеҙергә ебәрелеүен әйтә[5]

« Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Әт-Тәүрат менән Әл-Инжил унан һуң ғына иңдерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Аллаһ белә!

Ибраһим йәһүҙи ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин инанған [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

»

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Каллиграфик һәм ғаҙи яҙыуҙа Мөхәммәт исеме

Мөхәммәт исеме «Маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәне аңлата. Башҡа исемдәре лә бар: Әхмәт, Мәхмүт, Мостафа. Аллаһ Ҡөрьәндә уға исеме менән дүрт тапҡыр өндәшә[6], шулай уҡ уны Нәби, Рәсүл, Ғәбд, Бәшир, Нәдхир, Мудхәккир, Шәһит, Дәғый кеүек исемдәр менән атай. Мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исемен әйткәндән йәки яҙғандан Һуң, уға салауат («Саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәлләм» (ғәр. صلى الله عليه وسلم‎) тип) әйтәләр[7].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыуған йылы һәм урыны — 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы. Үлгән йылы һәм урыны — 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Пәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһы мәсетендә ерләнгән.

Ҡыҫҡаса хронология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 571 йылдың апреле — Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәккә ҡалаһында донъяға килә.
  • 595 йыл — Хәҙисәгә өйләнә.
  • 613 йыл — Мөхәммәт Пәйғәмбәр халыҡ араһында дәғүәт башлай.
  • 615 йыл — Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафдарҙарының мәжүсиҙәрҙең эҙәрлекләүҙәренән Эфиопия (Хәбәшстан)ға ҡасыуы (үҙе Әбү Талип ҡурсыуында ҡала).
  • 619 йыл — Хәҙисә һәм Әбү Талип вафат була.
  • 622 йыл — Һижрәт, Мәҙинәгә күсенеү.
  • 623 йыл — Мосолмандар Мәккә каруандарына һөжүм итә башлайҙар.
  • 624 йыл — Мосолмандар Бәҙр янындағы мәккәлеләр ғәскәрен ҡыйрата.
  • 625 йыл — Үхүд һуғышы. Мосолмандар еңелеүгә осрай.
  • 626 йыл — Мәккәлеләрҙең һөжүме уңышһыҙ тамамлана.
  • 628 йыл — Тыныслыҡ килешеүе төҙөлә.
  • 629 йыл — Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән мосолмандар тыныс хаж ҡылалар.
  • 630 йыл — Мәҙинә Мөхәммәт Пәйғәмбәр яғына күсә, Ҡәғбәлә булған һындар (поттар) емерелә.
  • 632 йыл — Мәккәгә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һуңғы хаж ҡылыуы, 8 июнь — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафат булыуы.

Исламда Мөхәммәт Пәйғәмбәр тотҡан урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәт Пәйғәмбәр мөһөрө

Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән башҡа 124 (йәки 224) Пәйғәмбәр булыуын таный[8],мәгәр Мөхәммәт с.ғ.с. барса Пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы — нәби һәм рәсүл тип таныла. Шулай уҡ ул башҡаларҙан айырмалы рәүештә (шул иҫәптән Ғайса Пәйғәмбәрҙән дә), айырым ҡалаға, ауылға йәки халыҡҡа тип түгел,ә ер йөҙөндәге һәммә халыҡтар өсөн ебәрелгән. Уның шәриғәте Ҡиәмәт Көнөнәсә көсөндә ҡаласаҡ. Бүтән рәсүлдәрҙең шәриғәттәре ваҡытлыса бирелгән һәм Мөхәммәт с.ғ.с. килеү менән көсөнән сығарылған. Шулай итеп, мосолмандар Изге Китаптарҙы — (Тора) Тәурат, (Псалтырь) Зәбур һәм (Евангелие) Инжилде таныһа ла, уларҙы ғәмәлдә тип һанамай, бынан тыш улар кешеләр тарафынан боҙолған тип белдерә (тәхриф).

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙәр араһында иң юғары урында тора. Ислам буйынса иманлы булыу, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вәкәләтен таныу һәммә кешелеккә, шул иҫәптән нәсраниҙарға, йәһүдиҙәргә мотлаҡ тип белдерелә, һуңғылары уның шәриғәтен ҡабул итергә тейеш тип һанала.

Рамаҙан әл-Буты Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Исламда тотҡан урыны һәм уның шәриғәте тураһында ошолай яҙа: «Монотеик (бер илаһлы) диндәрҙә, боҙолмаған килеш булһа, бер айырма ла юҡ, сөнки улар барыһы ла бер Аллаһ сылбыры өлөштәре, Мөхәммәт рисаләте кешелектең барса дини үҫешенең иң юғары бейеклеге булып тора. Әммә Пәйғәмбәрҙәрҙең шәриғәттәрендә генә айырма бар»[9].

Мөхәммәт ҡорайыш ҡәбиләһенән булған. Пәйғәмбәрлек вазифаһы уға һәм ғаиләһенә бик ҙур ауырлыҡтар алып килә. Рәсүлде кәмһетәләр, ҡыйырһыталар, хыялланған, сихырсы тип ғәйбәт тараталар. Ҡәғбәтулла алдында намаҙ уҡығанда насар һүҙҙәр менән һүгәләр, балбалдарына бағышлап салынған малдың тиҙәкле эсәктәрен өҫтөнә ташлайҙар, таш бәрәләре. Хатта бер саҡ тешен һындыра һуғалар, бер нисә тапҡыр үлтерергә лә маташалар. Тиҙҙән Мәккә ырыуҙары һүҙ беркетеп, Уның туғандары, диндәштәре менән араны өҙә һәм алыш-биреште туҡтата. Тәүге мосолмандарҙы үлтерә лә башлайҙар.

Мәккә мөшриктәре һыйҙырмауы арҡаһында 622 йылда ул Мәккәнән Мәҙинәгә (элек Йәсриб) һижрәт ҡыла (күсенә). Мосолман календары ошо йылдан иҫәп башлай. Үҙенең арҡалаштары менән ул Мәккәне яулап ала. Мөхәммәт с.ғ.с вафат булған мәлгә тотош Ғәрәп ярымутрауы Ислам ҡабул иткән була. Уның вариҫтары — халифәләр Азия һәм Африкала, өлөшләтә Европала Ислам динен тарата. Улар ғәрәп теле һәм мәҙәниәте йоғонтоһона эләгә. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө, Пәйғәмбәрҙәр хужаһы һәм Ахырызаман Пәйғәмбәре тип тә атайҙар. Мосолмандар иман килтергәндә Шәһәҙәт әйтә, уны Аллаһ Рәсүле тип таный. Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет эргәһендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре Был фотола Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет ихатаһы эсендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118583158 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. (not translated to ru) Encyclopaedia of Islam, vol. VII / под ред. Брилл — С. 360.
  3. Касим ибн Мухаммад
  4. Точная дата рождения достоверно неизвестна, преимущественно указывают 570 и 571 гг. См. Ризванов М. Р. Мухаммад — основатель новой конфессиональной общности арабов : Дис. … канд. филос. наук : Махачкала, 2005 (афтореферат).
  5. Кем ул Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллә-ллаһу ғәләйһи үә сәлләм)?[1].
  6. Jean-Louis Déclais, Names of the Prophet, Энциклопедия Корана
  7. Сафи ар-Рахман аль-Мубарак Фури Жизнь пророка Мухаммеда — Б. 236.
  8. Ахмад ибн Ханбал, Муснад, 5, 266
  9. Аль-Буты Р. Фикх ас-сира ан-набавия [Понимание жизнеописания Пророка]. Каир: ас-Салям, 1999, с. 34.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.