Мөхәммәт ҡомартҡылары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәммәттең с.ғ.с. һаҡалы һаҡланған ҡумта.
Мәүләнә Руми кәшәнәһе, Koнья, Tөркиә

Ғәҙәттә, исламда ҡомартҡыларға, айырыуса Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡараған ҡомартҡыларға, ҙурлап ҡарау тарихы бай[1]. Беренсе мосолмандарҙың ҡайһы берҙәренең ҡомартҡыларға табыныуын билдәләгән тарихи дәлилдәр ҙә бар, һәм был тәжрибә ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем Сөнни ислам донъяһының күпселек өлөштәрендә популяр булып ҡалыуын дауам иткән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ун һигеҙенсе быуатҡа тиклем Сөнни ислам донъяһының күпселек өлөштәрендә ҡомартҡылар популяр булған. Артабан сәләфилек һәм үәһһәби реформаторлыҡ хәрәкәттәре ширк гонаһы (һындарға табыныу) менән бәйләп, бындай ғәмәлдәрҙе ҡәтғи ғәйепләй һәм тыя башлаған.

Был ҡараштар тәьҫирендә ҡайһы бер хәҙерге мосолмандар ҡомартҡыларҙы ихтирам итеү тәжрибәһен бөтөнләй кире ҡаға. Ысын мәғәнәһендә пәйғәмбәр ҡомартҡылары Истанбулда Топҡапы һарайындаe[2][3][4] һаҡлана, тип һанала. Улар Hirkai Serif Odasi (Изге Мантия залы) тигән исем менән билдәле булған секцияла урынлаштырылған.

XVII быуат француз тикшеренеүсеһе Жан-Батист Тавернье Константинополдә ике ҡаҙнасы менән әңгәмәләре тураһында яҙа, улар штандарт, мантия һәм мөһөрҙө тасуирлай.[5] Ике быуаттан Һуң Чарльз Уайт Мөхәммәттең хиркәһе (мантияһы), штандарты, һаҡалы, теше һәм табан эҙе тураһында яҙа, һуңғыһын ул шәхсән күрә[6].

Штандарт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрөксә Sancak-ı Şerif («Изге санжак») исеме менән билдәле булған Мөхәммәт пәйғәмбәр штандарты ҡатыны Ғәйшә бинт Әбү Бәкерҙең сатыр ишегендә ҡорған булып хеҙмәт иткән. Икенсе риүәйәт буйынса, штандарт Мөхәммәткә һөжүм итергә бойороҡ бирелгән Бурайдаһ ибн әл-Хәсибтең бының урынына сәлләһенеү бер киҫәге — быны ул һөңгөһөнә беркетеп, Пәйғәмбәргә баш эйгән һәм үҙен Мөхәммәткә хеҙмәт итеүгә бағышлаған[7]

Изге хирҡә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге хирҡә һаҡланған бүлмә эсендә

Изге мантия, Hırka-i Şerif (Хирҡә-и шәриф) йәки Бүрдә  — Ҡәғб Ибн Зөһәйргә Мөхәммәт с.ғ.с. бүләк иткән кейем (хирҡә, мантия). Уның балалары хирҡәне Өмәүиҙәр династияһына нигеҙ һалған Мүәвиә ибн Әбү Суфыянға һата. Өмәүиҙәр ҡолатылғандан һуң мантия Ғәббәсиҙәр ваҡытында Бағдадҡа, мәмлүктәр ваҡытында Ҡаһирәгә күсә һәм, ниһайәт, 1595 йылда Сәлим I тарафынан Топҡапы һарайына килтертелә[8].

Изге мөһөр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге мөһөр (Mühr-ü Şerif) ғосман солтандарының Топҡапы һарайында һаҡланған ҡомартҡылар коллекцияһының бер өлөшө.Жан-Батист Тавернье 1675 йылда мисәттең Топҡапылағы ҡомартҡылар бүлмәһендә эбен ағасынан эшләнгән бәләкәй генә ҡумтала һаҡланыуы тураһында хәбәр итә[5]

Мөхәммәттең һаҡалы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрөк телендә Sakal-ı Şerif (Һаҡал-шәриф) Мөхәммәт Пәйғәмбәр һаҡалы Топҡапыла быяла һауытта һаҡлана[9].

Мөхәммәттең теше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Өхүд һуғышында дүрт тешен юғалта. Ике теш юғалған, береһе Топҡапылала һаҡланған, ә икенсеһе Мәхмәт II-лә булған[10].

Бәрәкәтле сандалиҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәрәкәтле сандалиҙар, урдуса Nalain Shareef (Налайн Шәриф) ,[11] традицион рәүештә Мөхәммәттең фатихаһын алыу өсөн ҡулланылған.[12]

Мөхәммәт кәсәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1400 йыл элек Мөхәммәт ҡулланған һәм уның вафатынан һуң ҡыҙы Фатимала һәм уның ире, дүртенсе хәлифә һәм Мөхәммәттең ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талип һаҡланған кәсә. Улар үлгәндән һуң, кәсә уларҙың балалары Хәсән һәм Хөсәйенгә күсә. Ҡомартҡыны Мөхәммәт Пәйғәмбәр тоҡомдары быуындан-быуынға тапшыра килгән, ниһайәт, ул Британияға барып еткән. 2011 йылдың 21 сентябрендә туҫтаҡ Чечняға килтерелгән, хәҙер ул Грозныйҙа Әхмәт хажи Ҡадиров исемендәге «Чечня йөрәге» мәсетендә һаҡлана[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Goldziher, I. and Boer, Tj. de, «At̲h̲ar», in: Encyclopaedia of Islam, Second Edition, Edited by: P. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel, W.P. Heinrichs.
  2. Topkapi Web Page. www.ee.bilkent.edu.tr.
  3. The 2002 Smithsonian Folklife Festival: Connecting Culture, Creating Trust. 2009 йыл 24 сентябрь архивланған.
  4. Islamic Picture Gallery - Home > Islamic Relics. 2015 йыл 1 июнь архивланған.
  5. 5,0 5,1 Tavernier, Jean-Baptiste. «Nouvelle Relation de l’Intérieur du Sérail du Grand Seigneur», 1675
  6. White Charles. Three Years in Constantinople; or, Domestic Manners of the Turks in 1844. — Henry Colburn, 1845.
  7. Penzer, Norman Mosley. «The Harem», Chapter XI
  8. Penzer, Norman Mosley. «The Harem», Chapter XI
  9. Bozkurt Nebı. SAKAL-ı ŞERİF - An article published in 36th Volume of Turkish Encyclopedia of Islam. — Istanbul: TDV İslâm Ansiklopedisi. — Vol. 36. — P. 2–3.
  10. Penzer, Norman Mosley. «The Harem», Chapter XI
  11. In Arabic, the Holy Prophet's sandal is known as Na'al. The Na'layn are the blessed sandals worn by Blessed Messenger, Muhammad (2013). 2018 йыл 26 декабрь архивланған.
  12. Nalain shareef.
  13. Prophet Muhammad’s relics arrived in Chechnya 2012 йыл 6 апрель архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Patrizi, Luca, «Relics of the Prophet», in Muhammad in History, Thought, and Culture: An Encyclopedia of the Prophet of God (two vols.), Edited by C. Fitzpatrick and A. Walker, Santa Barbara, ABC-CLIO, 2014. ISBN 1610691776

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]