Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мөхәммәт
ғәр. أَبُو الْقَاسِمِ مُحَمَّدُ بْنُ عَبْدِ اللهِ بْنِ عَبْدِ الْمُطَّلِبِ
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме ғәр. مُحَمَّدٌ
Тыуған көнө 26 апрель 570 или 570[2]
Тыуған урыны Мәккә
Вафат булыу көнө 8 июнь 632
Вафат булған урыны Мәҙинә
Ерләнгән урыны Мәсжид ән-Нәбәүи мәсете
Атаһы Абдуллах ибн Абд аль-Мутталиб[d]
Әсәһе Әминә - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әсәһе
Бер туғандары Зәйнәб - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәнсәре
Хәләл ефете Хәҙисә бинт Хүвәйлид, Сәүҙә бинт Зәмғә, Хафса бинт Ғүмәр, Йүвәйриә бинт әл-Харис, Ғәйшә бинт Әбү Бәкр, Зәйнәб бинт Йәһеш, Сафия бинт Һүәй, Зәйнәб бинт Һүзәймә, Өммө Сәләмә бинт Әбү Һүмәйә, Рәмлә бинт Әбү Суфьян, Рәйхана бинт Зәйед, Мәрйәм (әл-Кибтия) һәм Мәймүнә бинт Харис
Балалары Абдуллах ибн Мухаммад[d], Касим ибн Мухаммад[d][3], Ибраһим ибн Мөхәммәт[d], Зайнаб бинт Мухаммад[d], Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы, Умм Кульсум бинт Мухаммад[d] һәм Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
Һөнәр төрө сауҙагәр, Сәйәсмән, Пәйғәмбәр, Рәсүл, дин өндәүсе
Нәҫеле курайшит[d] һәм Ахль аль-Байт[d]
Уҡыусылар Анас ибн Малик[d], Ибн Аббас[d] һәм Укба ибн Амир[d]
Һуғыш/алыш битва при Бадре[d], Битва при Ухуде[d], Битва у рва[d], Битва при Хайбаре[d], Битва при Хунейне[d] һәм Битва при Табуке[d]
Викимедиа исемлеге Википедия:Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлеге
Commons-logo.svg Мөхәммәт Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Пәйғәмбәр мөһөрө

Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр. محمد[mʊħɑmmæd], әйтелешен тыңларға , (ғәр. محمد‎‎‎), (20 (22) апрель 571 (570)[4], Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — Пәйғәмбәр, мәшһүр дин эшмәкәре, бер Аллаһыға табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөгән шәхес.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр - Рәсүл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер мәл Мөхәммәт (ғәләйһиссәләм) Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Һира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә – Джибрил) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡыҫып: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт (саллә-ллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Мин бит уҡый белмәйем» - тип яуап ҡайтара. Ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән була. Ябраил фәрештә ғәләйһиссәләм тағы ла берҙе: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә уны йәнә ныҡ итеп ҡыҫа һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың – Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» (Ҡөрьән, әл-Ғәләҡ («Уҡмашҡан ҡан») сүрәһе, 96:1-5). Бөйөк Ҡөрьән Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары ошо. Мөхәммәт Пәйғәмбәр кешеләргә үҙенең яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим пәйғәмбәр динен тергеҙергә ебәрелеүен әйтә[5]

« Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Әт-Тәүрат менән Әл-Инжил унан һуң ғына иңдерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Аллаһ белә!

Ибраһим йәһүҙи ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин инанған [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

»

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Каллиграфик һәм ябай яҙыуҙа Мөхәммәт исеме

Мөхәммәт исеме «Маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәне аңлата. Башҡа исемдәре лә бар: Әхмәт, Мәхмүт, Мостафа. Аллаһ Ҡөрьәндә уға исеме менән дүрт тапҡыр өндәшә[6], шулай уҡ уны Нәби, Рәсүл, Ғәбд, Бәшир, Нәдхир, Мудхәккир, Шәһит, Дәғый кеүек исемдәр менән атай. Мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исемен әйткәндән йәки яҙғандан Һуң, уға салауат («Саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәлләм» (ғәр. صلى الله عليه وسلم‎) тип) әйтәләр[7].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыуған йылы һәм урыны — 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы. Үлгән йылы һәм урыны — 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Пәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһы мәсетендә ерләнгән.

Ҡыҫҡаса хронология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исламда Мөхәммәт Пәйғәмбәр тотҡан урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) башҡа 124 (йәки 224) Пәйғәмбәр булыуын таный[8],мәгәр Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) с.ғ.с. барса пәйғәмбәрҙәрҙең тажы — нәби һәм рәсүл тип таныла.

Ул башҡаларҙан айырмалы рәүештә (шул иҫәптән Ғайса Пәйғәмбәрҙән дә), айырым ҡалаға, ауылға йәки халыҡҡа тип түгел,ә ер йөҙөндәге һәммә халыҡтар өсөн һәм заман ахырынаса ебәрелгән. Уның шәриғәте Ҡиәмәт көнөнәсә көсөндә ҡаласаҡ. Бүтән рәсүлдәрҙең шәриғәттәре ваҡытлыса бирелгән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) с.ғ.с. килеү менән көсөнән сығарылған. Шулай итеп, мосолмандар Изге Китаптарҙы — (Тәурат), Зәбур (Псалтырь), Инжил (Евангелие)) - таныһа ла, уларҙы ғәмәлдә тип һанамай, бынан тыш, улар кешеләр тарафынан боҙолған тип белдерә (тәхриф).

Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Пәйғәмбәрҙәр араһында иң юғары урында тора. Ислам буйынса иманлы булыу, йәғни Мөхәммәт ПәйғәмбәрҙеңП (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) вәкәләтен таныу һәммә кешелеккә, шул иҫәптән нәсраниҙарға, йәһүдиҙәргә мотлаҡ тип белдерелә, һуңғылары уның шәриғәтен ҡабул итергә тейеш тип һанала.

Рамаҙан әл-Буты Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Исламда тотҡан урыны һәм уның шәриғәте тураһында ошолай яҙа: «Монотеик (бер илаһлы) диндәрҙә, боҙолмаған килеш булһа, бер айырма ла юҡ, сөнки улар барыһы ла бер Аллаһ сылбыры өлөштәре, Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) рисаләте кешелектең барса дини үҫешенең иң юғары бейеклеге булып тора. Әммә пәйғәмбәрҙәрҙең шәриғәттәрендә генә айырма бар»[9].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) ҡорайыш ҡәбиләһенән булған. Пәйғәмбәрлек вазифаһы уға һәм ғаиләһенә бик ҙур ауырлыҡтар алып килә. Рәсүлде кәмһетәләр, ҡыйырһыталар, хыялланған, сихырсы тип ғәйбәт тараталар. Ҡәғбәтулла алдында намаҙ уҡығанда насар һүҙҙәр менән һүгәләр, балбалдарына бағышлап салынған малдың тиҙәкле эсәктәрен өҫтөнә ташлайҙар, таш бәрәләр. Хатта бер саҡ тешен һындыра һуғалар, бер нисә тапҡыр үлтерергә лә маташалар. Тиҙҙән Мәккә ырыуҙары һүҙ беркетеп, Уның туғандары, диндәштәре менән араны өҙә һәм алыш-биреште туҡтата. Тәүге мосолмандарҙы үлтерә лә башлайҙар.

Мәккә мөшриктәре һыйҙырмауы арҡаһында 622 йылда ул Мәккәнән Мәҙинәгә (элек Йәсриб) Һижрәт ҡыла (күсенә). Мосолман календары ошо йылдан иҫәп башлай. Үҙенең арҡалаштары менән ул Мәккәне яулап ала. Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) с.ғ.с вафат булған мәлгә тотош Ғәрәп ярымутрауы Ислам ҡабул иткән була. Уның вариҫтары — хәлифәләр Азия һәм Африкала, өлөшләтә Европала Ислам динен тарата. Улар ғәрәп теле һәм мәҙәниәте йоғонтоһона эләгә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө, Пәйғәмбәрҙәр хужаһы һәм Ахырызаман Пәйғәмбәре тип тә атайҙар. Мосолмандар иман килтергәндә Шәһәҙәт әйтә, уны Аллаһ Рәсүле тип таный.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәҫеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шәжәрәһе егерме беренсе быуында Әднәнгә - Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғилдең улына барып тоташа.Шуға күрә төньяҡ ғәрәптәрҙе исмәғилиҙәр йәки әднәниҙәр тип атап йөрөтәләр. Көньяҡ ғәрәптәр - ҡәхтәниҙәр. Пәйғәмбәрҙең шәжәрәһе бик аныҡ билдәләнгән: Мөхәммәт - Ғабдуллаһ - Ғәбд-әл-Моталлиб (Шәйбә) - Хашим - Әбдманаф- Күсәй - Киләб - Мурра - Ҡәәб - Лүәй - Ғәлиб - Фихр - Мәлик - Нәҙер - Кинәнә - Хүзәймә - Мудрикә - Илйас - Мүдар - Низар - Мәәд - Әднән.

Шәжәрәнән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡорайыштарҙың Бәни Хашим ырыуынан, был ырыу әднәниҙәргә, Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғил пәйғәмбәргә туранан-тура барып тоташа [10].

Ата-әсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһы Ғабдулла - Ғәбд-әл-Моталлиб улы, йәштән үк ҡалала абруй ҡаҙанған шәхес булған. Уны ун һигеҙ йәшендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең буласаҡ әсәһе Ваһаб ҡыҙы Әминәгә өйләндергәндәр. Ул Мәҙинәнән булған.

Ҡатындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәре йәки өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) (ғәр. أمهات المؤمنين‎) — Мөхәммәт Пәйғәмбәргә хәләл ефет булған ҡатындар.Тарихсы Әл-Мәсуди «Муружуҙ-ҙәһәб»[11] тигән китабында Пәйғәмбәребеҙҙең 15 ҡатыны булған, тип яҙа. «Сирейи-Ибн Һишам» китабында 11 ҡатын телгә алына[12], шулай уҡ копт Мәрйәм һәм Өммө-Шәрик Ғазийә исемдәре бар[13]. Йософ Кардауи туғыҙ ҡатын тип яҙған, мәгәр Хәдижә (Хәдисә) әйтелмәгән; Ибн Һишам әйтеүенсә, былар Пәйғәмбәребеҙҙән һуң вафат булған. Уотт Монтгомери, күп ҡәбиләләр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә туған булып күренергә тырышып, Уның ҡатындары һанын бик арттырып әйтелгән булыуы ла мөмкин, ти. Ул Хәҙисәне (р. ғ.) лә телгә алып, ике кәнизәкте лә әйтеп, 11 ҡатын һанай[14].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡатындарына Аллаһы тәғәләнән дүрттән артыҡ ҡатынға өйләнеүҙе тыйыу килгәнгә тиклем өйләнгән булған.[15]. Ғиффәтле Ғәйшәнән (р. ғ) башҡа ҡатындары уға сыҡҡансы ирҙә булған. Һәммә ҡатындары ла өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) дәрәжәһенә эйә булған".

Балалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасим — Мәккәлә тыуған, 17 айлыҡ сабый ғына сағында вафат булған.

Зәйнәб — Мәккәлә тыуған.

Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы (башҡ. {{{1}}} Раҡия, Орҡоя) — Мәккәлә тыуған[16]

Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы) — Мәккәлә тыуған

Үмм Күлсүм (башҡ. {{{1}}} Өммөгөлсөм) Ислам иңгәс донъяға килгән

‘ Абдуллаһ — атаһына рисаләт инә башлағас тыуған, сабый сағында үлеп ҡалған.

Ибраһим — Һижрәнең 9-сы йылында тыуған.

Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима р.ғ. генә атаһынан ҡалып баҡыйлыҡҡа күскән[17].

Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет эргәһендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118583158 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. (not translated to ru) Encyclopaedia of Islam, vol. VII / под ред. Брилл — С. 360.
  3. Касим ибн Мухаммад
  4. Точная дата рождения достоверно неизвестна, преимущественно указывают 570 и 571 гг. См. Ризванов М. Р. Мухаммад — основатель новой конфессиональной общности арабов : Дис. … канд. филос. наук : Махачкала, 2005 (афтореферат).
  5. Кем ул Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллә-ллаһу ғәләйһи үә сәлләм)?[1].
  6. Jean-Louis Déclais, Names of the Prophet, Энциклопедия Корана
  7. Сафи ар-Рахман аль-Мубарак Фури Жизнь пророка Мухаммеда — Б. 236.
  8. Ахмад ибн Ханбал, Муснад, 5, 266
  9. Аль-Буты Р. Фикх ас-сира ан-набавия [Понимание жизнеописания Пророка]. Каир: ас-Салям, 1999, с. 34.
  10. Родословная Пророка [2]
  11. «Муруджуз-захаб» т.2, стр. 282—283
  12. Жёны Пророка — Жизнь пророка Мухаммада
  13. «Тарихи-Йакуби», в переводе на перс. яз., т. 1, стр. 452—455
  14. М. Уотт. Мухаммад в Медине
  15. Юсуф аль-Карадави, глава Международной ассоциации улемов. Из книги «Современные фетвы»
  16. Руҡайя -Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
  17. http://islamdag.ru/book/30138

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлиева М. Ғ., Үтәбай-Кәрими Р. Мөхәммәт // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.