Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡорт АССР-ы
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 16 ғинуар 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы (16 ғинуар 1976 йыл) — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова (Исламғолова) 1976 йылдың 16 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Байназар урта мәктәбендә уҡый. 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс кластар факультетын тамамлай. Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районы 42-се мәктәбендә башлай. 2010 йылдан алып 159-сы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2018 йылдан — Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡытыусы.

Гөлнәз Әнүәр ҡыҙы — 2010 йылдың 25 — 26 мартында үткән Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)[1]
  • «Башҡортостан баш ҡалаһы Йыл уҡытыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2009» конкурсы лауреаты
  • 2009 йылда «Педагог-тикшеренеүсе» профессиональ педагогия конкурсы еңеүсеһе
  • 2013 йылда «Мастер-педагог» профессиональ педагогия конкурсында еңеүсе
  • XIV төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йылы уҡытыусыһы — 2009» конкурсында Гран-при
  • 2009 йылда «Туған телдәр уҡытыусыларының, шул иҫәптән урыҫ теленең Бөтә Рәсәй мастер-класы» конкурсында беренсе урын[2][3].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]