Мөхәмәтйәнов Рәшит Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтйәнов Рәшит Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Яңы Ахун[d], Форштадтское сельское поселение[d], Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (78 йәш)
Вафат булған урыны Верхнеурал, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе

Мөхәмәтйәнов Рәшит Абдулла улы (10 сентябрь 1940 йыл6 ғинуар 2019 йыл) — уҡытыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе[2]. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Абдулла улы Мөхәмәтйәнов 1940 йылдың 10 сентябрендә Силәбе өлкәһе Үрге Урал районының Яңы Ахун ауылында тыуған.

Түбәнге Тагил педагогия институтының художество-графика факультетын, 1978 йылда «журналистика» һөнәре буйынса Горький ҡалаһындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

1962 йылда Үрге Урал ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булып эш башлай.

1964 йылдан Үрге Урал район гәзите «Красный уралец» менән хеҙмәттәшлек итә.

1973 йылдан редакция штатына даими эшкә ҡабул ителә. Артабанғы осорҙа журналист мәҡәләләренең төп темалары: тыуған яҡ тарихы, дин, фольклор, башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәни һәм ғаилә-көнкүреш йолалары. Ул беренселәрҙән булып яҡташтарын райондың күренекле башҡорт һәм татар ғаиләләре, уларҙың фото архивтары менән таныштыра.

1979—1985 йылдарҙа Рәшит Мөхәмәтйәнов Силәбе өлкәһенең Чесма районының «Степные зори» гәзите мөхәррире булып эшләй[3].

1985—1990 йылдарҙа «Красный уралец» гәзите мөхәррире.

1993 йылға тиклем Үрге Урал район Советы башҡарма комитеты аппаратында, һуңынан Форштадт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

Рәшит Абдулла улы Мөхәмәтйәнов 2019 йылдың 6 ғинуарында Верхнеуральск ҡалаһында вафат була[4].

Ижади эшмкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архивтарҙа һәм музейҙарҙа күп йыллыҡ эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә, Көньяҡ Урал яҙыусылары һәм тарихсылары менән хеҙмәттәшлек итә. Һөҙөмтәлә «Урал йылғаһында» исемле белешмә китабы 1999 йылда «Заповедные уголки Южноуралья» серияһында «Рифей» нәшриәте тарафынан баҫып сығарыла. Китапта Верхнеурал һәм район тарихы, археология, мәҙәниәт, тәбиғәт ҡомартҡылары тасуирламалары, күренекле яҡташтар, утарҙарға нигеҙ һалыусылар, шулай уҡ утар һәм предприятие хужалары тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Баҫмала «Батырҙар галереяһы», «Верхнеурал ере йылъяҙмаһы», «Биографик һүҙлек» исемле бүлектәр бар.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • На Урал-реке. Заповедные уголки Южноуралья : ист., культ. и природ. достопримечательности Верхнеурал. района / сост.: Р. А. Мухамедьянов, А. П. Моисеев. — Челябинск : Рифей, 1999. — 387 с.
  • Победители : Очерки о верхнеуральцах, участниках Великой Отечественной войны. Р. А. Мухамедьянов. — Челябинск : Аркаим, 2005. — 219, (1) c., (8) л. ил. ISBN 5-8029-1180-8
  • Каширины. 2018.
  • Верхнеуральский край: земля и люди [Текст] / Р. А. Мухамедьянов. — Челябинск : Абрис, 2014. — 335 с., [4] л. цв. ил. : ил., карты, портр.; 24 см; ISBN 978-5-91744-082-8

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]