Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтлатипов Филор Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтлатипов Филор Усман улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө социолог
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Ғилми дәрәжә социология фәндәре докторы[d]

Мөхәмәтлатипов Филор Усман улы (13 апрель 1946 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Социаль фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1994), социология фәндәре докторы (1991), профессор (1992), Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының философия, иҡтисад һәм социология фәндәре буйынса диссертация советтары ағзаһы (1991 йылдан). Эксперт, 1993—1994 йылдарҙа Рәсәйҙең Федерация Советы һәм 1992—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы консультанты.

Филор Усман улы Мөхәмәтлатипов 1946 йылдың 13 апрелендә Өфө ҡалаһында (СССР) тыуа. Урал дәүләт университетын (1974), Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһын (1982), Беларусь Республикаһы Фәндәр академияһының Социология институты докторантураһын (1990) тамамлаған. 1970—1974 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетының социология лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре, 1974—1979 йылдарҙа — С. М. Киров исемендәге ғилми-етештереү берекмәһенең социология, иҡтисад һәм хеҙмәт психофизиологияһы лабораторияһы мөдире (Өфө ҡалаһы). 1979 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында — профессор, Хеҙмәт социологияһы һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире.[1] 2017 йыл 13 май архивланған. СССР һәм РФ-тың Социологтар ассоциацияһы һәм Философтар йәмғиәте ағзаһы. Фәнни тикшеренеүҙәренең төп өлкәләре — иҡтисад һәм социология. Кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы — «Предприятиела хеҙмәт мобиллегенә идара итеү». Докторлыҡ диссертацияһының темаһы — «Хеҙмәт мобиллеге: тикшеренеү методологияһы һәм реаль тенденциялар».

Нәшер ителгән төп фәнни дәреслектәре һәм уҡыу әсбаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Внимание: Человек! Ленинец, орган Башкирского обкома ВЛКСМ. Уфа, 1979;
  • Некоторые вопросы повышения эффективности труда рабочих 2-й смены. В кн.: Социальные и социально-психологические элементы культуры производства. Уфа, 1981;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. Увольнение — это поражение, а нужна победа! (по поводу статьи И. Гамаюнова, 1983, № 49), Литературная газета, 9 мая, 1984;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. По поводу некоторых положений статьи Т. И. Заславской «Человеческий фактор развития экономики и социальная справедливость». Ж. «Коммунист», 1986, № 17;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. Думы о Президенте. (Итоги социологического опроса в г. Уфе). Ленинец, 1991, 26 октября;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. Так жить нельзя. (По итогам опроса населения). Ленинец, 1991, 5 ноября;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. …Прошлое нас держит (об истории межнациональных отношений). Волга-Урал, 1991, № 14;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. Будущее нас тревожит… (о проблемах межнациональных отношений) Волга-Урал, 1991, № 15;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. и другие. Основные направления стабилизации социально-экономической ситуации в РБ. Известия Башкортостана, 1994, № 177—180, 187, 188;
  • Mukhametlatypov F, Shomko O. Cost and Creativity. All News in One ygyg.net/77964;
  • Dr.Philor U. Mukhametlatypov. Russia: The Perpetual Stuggle Between Barbariarism and Civilization. October 29, 1996 — FHU (USA);
  • Мухаметлатыпов Ф. У. Мотивационная модель труда. Гранты по фундаментальным экономическим исследованиям РФ в 1994—1996 г. СПб, 1997;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. Уровень жизни населения РБ в условиях рыночной экономики//Социология. М.: Изд-во МГУ, № 4-5, 2008;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. Социальная ответственность: социально-философский аспект//Вопросы экономических наук. М.: Изд-во МГУ, № 4-5, 2008;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. и Мухаметлатыпов Р. Ф. и другие. Инновационная роль творческого наследия К. Маркса. Уфа, РИЦ БашГУ, 2010;
  • Мухаметлатыпов Ф. У. и другие. Двойственность предпринимательства: противоречивость экономической функции и условия социально-ответственного выбора. Казанская наука № 1, 2012; Мухаметлатыпов Ф. У. и Мухаметлатыпов Р. Ф.
  • Симбионергетика труда и капитала в регионе: концептуальный аспект решения проблемы. Вестник ВЭГУ № 2, 2012;

Фәнни һөҙөмтәләрҙе файҙаланыуға индереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гео-, био-, социоген һәләкәттәр ваҡытында власть органдарының эш итеү моделдәрен ғилми нигеҙҙә эшләү (әҙерләнгән тәҡдимдәр 1983—1984 йылдарҙа СССР Оборона министрлығына һәм 1993—1994 йылдарҙа РФ Федерация Советына ебәрелә. Мөхәмәтлатипов Ф. У. СССР, РФ һәм Башҡортостан Республикаһының төрлө предприятиеларында хеҙмәт, производство, эш урындарын паспортлаштырыу проблемалары (шулай уҡ социаль гигиена, хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәтте һаҡлау һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш урыны талаптарына тап килеүе проблемаларын да индереп) буйынса тикшеренеүҙәр авторы булып тора; шул иҫәптән: «Краснохолмнефть» нефть һәм газ сығарыу иаралығы, «Саҡмағошнефть», «Синтезспирт», Өфө ҡалаһының бөтә нефть эшкәртеү заводтары; машиналар эшләү предприятиелары (БелЗАН, «Красный пролетарий», «УМПО» ААЙ, «С. М. Киров исемендәге ғилми-етештереү берекмәһе»; Дербент, Дилижан, Львов, Мәскәү, Пермь, Рига, Томск ҡалаларындағы Элемтә саралары сәнәғәте министрлығы предприятиелары; Башҡортостан Республикаһының урындағы сәнәғәт заводтары (Сортлы прокат, Өфө ремонт-механик, Лак-буяу, Һыҙым приборҙары, Металлист); Башҡортостан Республикаһының Иглин һәм Дүртөйлө райондарының аграр предприятиелары, «Башкирхлебоптицепром», «Алексеевка» совхозы. Ғилми һөҙөмтәләр үҙәк һәм урындағы матбуғатта баҫылған, шул иҫәптән 19 фәнни монографияла, дәреслектәрҙә һәм уҡыу әсбаптарында, улар нигеҙендә иҡтисад һәм социология фәндәре буйынса 3 докторлыҡ һәм 15 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған, РФ һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса 7 грант алынған. Мөхәмәтлатипов Ф. У. является автором создания и методологии исследования концептуальной модели экономико-стоимостной теории труда как необходимого условия эволюционного разрешения противоречий между трудом и капиталом.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 50 йыл» (1968) миҙалы.
  • РФ Юғары белем буйынса дәүләт комитетының иҡтисад өлкәһендәге фундаменталь тикшеренеүҙәр буйынса 43-сө гранты (1995—1996).
  • Победитель общероссийского конкурса грантов «Рәсәй университеттары», «Рәсәй халыҡтары» Бөтә Рәсәй грант конкурстары еңеүсеһе
  • Электрон дәреслектәр һәм электрон әсбаптар сығарыу буйынса конкурста I урын
  • РФ Дөйөм һәм профессиональ белем биреү министрлығының Почёт грамотаһы (1997)
  • «РФ почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе (2000).