Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтғата Мансуров

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтғата Мансуров
Дин:

ислам

Титул:

ишан

Тыуыу выҡыты:

1834({{padleft:1834|4|0}})

Тыуған урыны:

Солтанай ауылы, Уҫы өйәҙе Пермь губернаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы)

Үлеү ваҡыты:

24 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Вафат булған урыны:

Солтанай, Барҙы районы, Сарапул округы[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Мөхәмәтғата Мансуров (18341924) — башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, эшҡыуар һәм меценат.

1899 йылда Мөхәмәтғата Мансуров тарафынан Уҫы ҡалаһында төҙөлгән мәсет бинаһы

Мөхәмәтғата Мансуров 1834 йылда Пермь губернаһы Уҫы өйәҙенең (хәҙерге Пермь крайы Барҙы районының) Солтанай ауылында тыуған. Сығышы менән боронғо башҡорт кенәздәре нәҫеленән булған[1]. Мәҙрәсәлә белем алған.

Ҙур ер биләмәләренә һәм тирмәндәргә хужа булған. Уның магазиндары Тол йылғаһы районында, шулай уҡ Пермь, Ирбит, Красноуфимск һәм Бөрө ҡалаларында, Күчтәнтей, Солтанай, Сәрәш һәм Бикбарҙы ауылдарында, Уҫы ҡалаһында сәй фабрикаһы һәм магазины булған. Шәфҡәтлелек менән шөғөлләнгән[1].

1897 йылда Солтанай ауылында «Мансуриә» мәҙрәсәһен һәм бер нисә башҡа мәғрифәтселек учреждениеларын аса. Йәдитселек яҡлы булып, мәҙрәсәгә донъяуи дисциплиналарын индерә[2]. 1899 йылда Уҫы ҡалаһында таш мәсет төҙөй. 1906 йылда Түбәнге Новгородта уҙғарылған III Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша.

1914 йылда Мансуров бөлгөнлөккә төшә, ә уның барлыҡ мөлкәте аукционда һатыла. Сәйәсәт менән шөғөлләнә башлай[1].

  • Пермь ҡалаһындағы мосолман гимназияһына Мөхәмәтғата Мансуров исеме бирелә[3].
  • 2008 йылда Пермь крайы Диниә назараты уның исемендәге премия булдыра.
  • Солтанай ауылы мәктәбендә Мөхәмәтғата Мансуров исемендәге тарих музейы эшләй[4].
  1. 1,0 1,1 1,2 Старостин А., Ижгузина М. Мансуров Мухаммадгата //Ислам на Урале: Энциклопедический словарь. Коллектив авторов. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов.. — М.: Медина, 2009. — С. 185—186. — 404 с. (рус.)
  2. Старостин А. Н. Образовательные практики мусульман Урала: история и современность. ИД «Медина». Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  3. В Перми появится первая мусульманская гимназия. ProPerm.ru. Дата обращения: 18 сентябрь 2015.
  4. Музей истории имени Гаты Хазрата Мансурова Султанайской школы-сада// Музеи Пермской области: информационный справочник. — Пермь, 2002. Вып. 2: Музеи образовательных учреждений. — С. 82.