Мөғлифә (йыр)
Мөғлифә | |
Башҡарыусы | |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле |
Мөғлифә — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй, шул уҡ ваҡытта ошо уҡ көйгә һалынған милли бейеү[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мөғлифә» йырын тәүге тапҡыр Солтан Ғәбәши 1932—34 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында Һөйөмбикә Кулибаеванан яҙып алған һәм 1935 йылда «Башҡорт халыҡ йырҙары» тигән йыйынтыҡта баҫтырып сығарған.
Александр Ключарёв, Лев Лебединский, Ғата Сөләймәнов яҙып алған йырҙың башҡа вариаттары ла бар. Йырҙың көйө лирик бейеүгә тап килә. Йыр ҡабатланып килгән ике музыкаль һөйләмдән торған периодик рәүешлтә ҡабатлана, йырҙа Мөғлифә исемле ҡыҙҙың матур сифаттары маҡтала. Өҫтән аҫҡа һикерештәргә бай кварталы мажор пентатоникасағыу интонацияла йырҙың нигеҙендә ята.
Башҡарыусылар һәм эшкәртеүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыр Азат Айытҡолов, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар репертуарында бар. Йырҙы Камил Рәхимов хор һәм фортепьяно өсөн, Ф. З. Яруллин тауыш һәм фортепьяно өсөн эшкәрткән.
Бейеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мөғлифә» шулай уҡ яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ башҡарыуындағы башҡорт халыҡ бейеүе лә булып тора. Фольклор вариантында профессиональ сәхнәлә тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 40‑сы йылдары башында Бәҙәр Йосопова башҡарыуында күрһәтелә.
Фәйзи Ғәскәров 1939 йылда Х. Н. Мағазова өсөн шул уҡ исемле йөн иләгән ҡыҙ образында бейеү ижад итә. Ҡулдарының һығылмалы хәрәкәттәре менән йомшаҡ аҙымдар, еңел әйләнеүҙәр һәм тыпырлауҙар менән башҡарыла был бейеү.
1945 йылда хореограф Тамара Хоҙайбирҙина бейеүҙе классик хореография элементты менән үҙгәртә. Был бейеүҙе иң билдәле башҡарыусылар Ф. С.Гәрәева, Рәүилә Хажиева.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974.
- Н а г а е в а Л. Н. Танцы восточных башкир. М., 1981.
- Мөғлифә (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ * Мөғлифә (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.