М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты
Нигеҙләү датаһы 1951
Рәсем
Рәсми атамаһы Маскоўскі дзяржаўны завочны педагагічны інстытут, Московский государственный заочный педагогический институт, Московский государственный открытый педагогический институт, Московский государственный открытый педагогический университет, Московский государственный открытый педагогический университет имени М. А. Шолохова һәм Московский государственный гуманитарный университет имени М. А. Шолохова
Ҡыҫҡаса атамаһы МГГУ им. М. А. Шолохова
Кем хөрмәтенә аталған Шолохов Михаил Александрович
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Уҡыусылар һаны 36 200
Алмаштырылған Мәскәү дәүләт педагогия университеты[1]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2015
Рәсми сайт mggu-sh.ru[2]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Московского государственного гуманитарного университета имени М. А. Шолохова[d]
Карта
 М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты Викимилектә

М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты — Рәсәйҙең гуманитар технологиялар һәм ғәмәли гуманитар белем өлкәһендәге юғары уҡыу йорто (1951—2015).

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылдың 26 февралендә сыҡҡан 124-се бойороғона ярашлы, Мәскәү дәүләт педагоги́я университе́тына ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡорола.

Университет күренекле совет яҙыусыһы, 1965 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреатына лайыҡ булған Шолохов Михаил Александрович исемен йөрөтә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү дәүләт гуманитар университеты М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт ситтән тороп уҡыу педагогия институты булараҡ 1951 йылда булдырыла (МГЗПИ)[3]. Юғары уҡыу йортонда 1987 йылда урыҫ теле һәм әҙәбиәте, физика-математика, мәктәпкәсә тәрбиә, шулай уҡ башланғыс кластар факультеттарында көндөҙгө бүлек асыла.

1992 йылда Мәскәү дәүләт ситтән тороп уҡыу педагогия институты Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия институты тип үҙгәртелә (МГОПИ).

1995 йылдың 10 ғинуарында вузға «университет» статусы бирелә, ә исеме Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университеты тип үҙгәртелә (МГОПУ)[3]. Мәскәү Хөкүмәте ҡарары менән 2000 йылдың 16 майында университетҡа яҙыусы М. А. Шолоховтың исеме бирелә, университет М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университеты тип атала башлай.

2006 йылдың 19 октябрендә университет гуманитар вуз була һәм яңы исем ала —— М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты[3].

Мәскәү дәүләт гуманитар университеты педагогик һәм гуманитар белем биреү проблемалары буйынса Рәсәйҙең иң ҙур фәнни үҙәктәрҙең береһе булып тора.

МДГУ ғилми кадрҙар әҙерләүҙә БДБ, Бөйөк Британия, Германия, Израиль, Ҡаҙағстан, Финляндия, Польша, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә[3].

МДГУ шулай уҡ Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһының (МАНПО) ойоштороусыһы булып тора.

Мәскәү дәүләт педагоги́я университе́тына ҡушылған мәлдә университетта 14 меңдән ашыу студент 65 йүнәлеш буйынса белем ала (бакалавриат һәм магистратура). 7 һөнәр буйынса докторанттар, 41 һөнәр буйынса аспиранттар әҙерләү алып барыла. Йыл һайын 7 мең самаһы уҡыусы университет студенты булып китә, юғары уҡыу йорто бөтә эшләгән осоронда 100 меңдән ашыу белгес әҙерләй.

Университет составына инәләр: мәғарифты мәғлүмәтләштереү институты, 54 кафедра, көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу формалары булған 15 факультет, аспирантура һәм докторантура. Өс вуз-ара үҙәк эшләй:

— экологик-педагогик белем биреү технологиялары эшләү буйынса үҙәк,

— дистанцион белем биреү үҙәге,

— Шолоховская үҙәге.

Университетта әҙерлек курстары, спорт-һауыҡтырыу базаһы, спорт клубы, студенттарҙың фольклор ансамбле һәм театр эшләй[4].

Уҡыу процесын билдәле профессорҙар, фән кандидаттары һәм докторҙары, Рәсәй мәғариф академияһының академиктары һәм ағза-корреспонденттары, сит ил академияларының ағзалары, атҡаҙанған фән, мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре алып баралар. Уҡытыусыларҙың 80%-ы авторлыҡ программаһы буйынса дәрестәр үткәрә.

Иң билдәле уҡытыусылары араһында — Галина Алексеевна Аванесова, Вербицкий Андрей Александрович, Наум Яковлевич Виленкин, Ирина Владимировна Гречаник., Лактионов Александр Иванович, Ирина Юрьевна Левченко, Роберт Семенович Немов, Панов Михаил Викторович, Людмила Александровна Рапацкая, Свенцицкая Ирина Сергеевна һәм башҡалар.

Музыка сәнғәте һәм мәҙәниәте факультетында (вокал кафедраһы) Николай Басков һәм Стас Намин эшләйҙәр. Эстрада бүлегенең художество етәксеһе Валерий Сюткин була.

М. А. Шолохов исемендәге МДГУ базаһында Сочи—2014 Олимпия һәм паралимпия уйындары өсөн волонтерҙар әҙерләү буйынса волонтерлыҡ үҙәге асыла.

2009 йылдан университет йыл һайын Селигер Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы өсөн уҡытыу программалары әҙерләй һәм үткәрә.

МДПУ-ға ҡушыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы 2015 йылдың 26 февралендә М. А. Шолохов исемендәге МДГУ-ны Мәскәү дәүләт педагоги́я университе́тына ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡороу тураһында 124-се бойороҡ сығара.[5].

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сәйәсәт, хоҡуҡ һәм социаль үҫеш институты
    • Тарих факультеты
  • Психология, педагогика һәм кеше ресурстары менән идара итеү институты
    • Дефектология факультеты
    • Педагогия факультеты
    • Психология һәм кеше ресурстары менән идара итеү факультеты
  • Тел һәм коммуникациялар институты
    • Журналистика факультеты
    • Филология факультеты
    • Халыҡ-ара коммуникациялар һәм сит ил телдәре факультеты
  • Сәнғәт һәм креатив технологиялар институты
    • Визуаль сәнғәт һәм дизайн факультеты
    • Музыка сәнғәте һәм мәҙәниәт факультеты
  • Теүәл фәндәр һәм инновацион технологиялар факультеты
  • Экология һәм тәбиғи фәндәр факультеты
  • Әҙерлек факультеты
  • Иҡтисад-технология колледжы
  • Гуманитар технологиялар лицейы (9-11 профилле кластар)
  • Дөйөм университет кафедралары
    • Ватан тарихы һәм культурология кафедраһы
    • Сит ил телдәре кафедраһы
    • Физик культура һәм һаулыҡ һаҡлаусы технологиялар кафедраһы
    • Когнитив нейробиология кафедраһы
    • Мәғариф системаһы менән идара итеү база кафедраһы[6]

Рейтингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2001 йылдан М. А. Шолохов исемендәге МДГУ Рәсәйҙең иң яҡшы педагогия һәм лингвистик вуздары исемлегенә инә (Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса).
Йыл Урын
2001 74-тән 6
2002 73-тән 8-10
2003 77-нән 7-11
2004 78-ҙән 7-11
2005 73-тән 9-12
2007 74-тән 7-9
2008 74-тән 11-16


  • 2010 йылда М. А. Шолохов исемендәге МДГУ килгән абитуриенттарҙың уртаса БДИ балдары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 380 университеттары исемлегендә 88-се урынды биләй, ошо күрһәткес буйынса Мәскәү юғары уҡыу йорттарының иң яҡшы егерме бише иҫәбенә инә. Ә 2011 йылда 359 университет араһында 151-се, 2012 йылда 359 университет араһында 118-се урынды биләй.

МДГУ-ның Мәскәүҙә уҡыу корпустары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рязань проспекты, 9
  • Үрге Радищев урамы, 16-18
  • Краснодар урамы, 59
  • Ташкент урамы, 18, корп. 4
  • 3-сө Владимир урамы, й. 7
  • Михайлов урамы, й. 12А

Филиалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университеттың 18 филиалы эшләй, уларҙа 15 меңдән ашыу студент уҡый.

Күпселек филиалдары университет биналарында урынлашҡан. Бөтә филиалдарында ла интернет, электрон почта бар.

Партнерҙары (халыҡ-ара бәйләнештәр)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Google Knowledge Graph — 2012.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Страницы истории | МГГУ им. М.А.Шолохова. mggu-sh.ru. Дата обращения: 18 ноябрь 2019.
  4. ВУЗы Ставропольского края - высшие учебные заведения в Ставропольском крае - контакты, отзывы (28) — каталог «ЮГ РОССИИ». stv.yuginform.ru. Дата обращения: 18 ноябрь 2019. 2019 йыл 25 июль архивланған.
  5. Приказ № 674 от 19.10.15 «О проведении мероприятий по реорганизации МПГУ»
  6. Структура Университета | МГГУ им. М.А.Шолохова. mggu-sh.ru. Дата обращения: 18 ноябрь 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]