М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Файл:Памятник М. И. Калинину (Уфа).jpg
М. И. Калинин һәйкәле
М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы
Нигеҙләү датаһы 1961
Кем хөрмәтенә аталған Калинин Михаил Иванович
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта
 М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө) Викимилектә

М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө) (Калинин паркы) — Өфөләге парк. «Бөтә союз старостаһы» Михаил Иванович Калинин хөрмәтенә аталған. Октябрь проспекты аҙағында Черниковка менән сиктә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркка 1961 йылда нигеҙ һалынған. Бында 1973 йылдың 28 июнендә М. И. Калининға һәйкәл асылған.

1989 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем парк тәрбиәләнмәгән урман массивынан ғибәрәт, уның аша аллея үтә. Ниндәй ҙә булһа инфраструктура юҡ. Парктың көньяҡ яғында Калинин һәйкәле тирәләй трамвай әйләнеше урынлашҡан. 2007 йылда Рәсәй урамын Дежнево юл үткәргесенә тиклем дауам итеү өсөн һәм ҡаланың Үҙәген, хәрәкәт көслө булған Октябрь проспектына сыҡмайынса, Черниковка менән тоташтырыу өсөн урман массивында километрлыҡ ҡырҡынты ҡырҡыла, әммә был проект экологик экспертиза стадияһында туҡтап ҡала, ә һуңынан финанслауҙан төшөрөлә. 2013—2014 йылдарҙа төҙөлөш тергеҙелмәй[1].

Паркты төҙөкләндереү буйынса пландар бар, уға ярашлы аллеяны төҙөкләндереү, автопарковка, скейтта йөрөү өсөн майҙансыҡ төҙөү ҡаралған, ә паркка инеү урынын Ҡала Мәҙәниәт йорто ҡаршыһында эшләү ҡаралған[2]. Шулай уҡ Калинин паркына ингән ерҙә һәйкәл менән йәнәшә, урман массивына зыян килтермәйенсә, мәсет төҙөү проекты бар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. МедиаКорСеть: Маршрут через парк Калинина, спасающий от пробок, не появится еще два года 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  2. Ольга Астафьева. В Уфе реконструируют парк Калинина. ГОРОБЗОР.РУ (23 май 2009). Дата обращения: 17 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.(рус.). ГОРОБЗОР.РУ (2009-05-23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 17 май 2012 тикшерелгән.
  3. В Уфе построят новую мечеть. Комсомольская правда (7 февраль 2011). Дата обращения: 17 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.(рус.). Комсомольская правда (2011-02-07). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 17 май 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.