М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы
Нигеҙләү датаһы 1961
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө

М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Өфө) (Калинин паркы) — Өфөләге парк. «Бөтә союз старостаһы» Михаил Иванович Калинин хөрмәтенә аталған. Октябрь проспекты аҙағында Черниковка менән сиктә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Паркка 1961 йылда нигеҙ һалынған. Бында 1973 йылдың 28 июнендә М. И. Калининға һәйкәл асылған.

1989 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем парк тәрбиәләнмәгән урман массивынан ғибәрәт, уның аша аллея үтә. Ниндәй ҙә булһа инфраструктура юҡ. Парктың көньяҡ яғында Калинин һәйкәле тирәләй трамвай әйләнеше урынлашҡан. 2007 йылда Рәсәй урамын Дежнево юл үткәргесенә тиклем дауам итеү өсөн һәм ҡаланың Үҙәген, хәрәкәт көслө булған Октябрь проспектына сыҡмайынса, Черниковка менән тоташтырыу өсөн урман массивында километрлыҡ ҡырҡынты ҡырҡыла, әммә был проект экологик экспертиза стадияһында туҡтап ҡала, ә һуңынан финанслауҙан төшөрөлә. 2013—2014 йылдарҙа төҙөлөш тергеҙелмәй[1].

Паркты төҙөкләндереү буйынса пландар бар, уға ярашлы аллеяны төҙөкләндереү, автопарковка, скейтта йөрөү өсөн майҙансыҡ төҙөү ҡаралған, ә паркка инеү урынын Ҡала Мәҙәниәт йорто ҡаршыһында эшләү ҡаралған[2]. Шулай уҡ Калинин паркына ингән ерҙә һәйкәл менән йәнәшә, урман массивына зыян килтермәйенсә, мәсет төҙөү проекты бар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. МедиаКорСеть: Маршрут через парк Калинина, спасающий от пробок, не появится еще два года
  2. Ольга Астафьева В Уфе реконструируют парк Калинина  (рус.). ГОРОБЗОР.РУ (2009-05-23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 17 май 2012 тикшерелгән.(рус.). ГОРОБЗОР.РУ (2009-05-23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 17 май 2012 тикшерелгән.
  3. В Уфе построят новую мечеть  (рус.). Комсомольская правда (2011-02-07). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 17 май 2012 тикшерелгән.(рус.). Комсомольская правда (2011-02-07). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 сентябрь 2012. 17 май 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 б. — 3000 экз.