Набоков Владимир Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Владимир Набоков
Vladimir Nabokov 1969.jpg
Хорст Тэйпп фотоһы, 1969 й.
Исеме:

Владимир Владимирович Набоков

Псевдонимдары:

Сирин, Вл.; Сирин В.[1] Шишков, Василий

Тыуған урыны:

Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы

Вафат булған урыны:

Монтрё, Швейцария

Эшмәкәрлеге:

прозаик, шағир, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1921—1977

Йүнәлеше:

модернизм, постмодернизм

Жанр:

сатира, антиутопия, биография

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус, инглиз

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Влади́мир Влади́мирович Набо́ков (Владимир Си́рин тигән псевдонимы ла булған; 10 [22] апрель 1899, Санкт-Петербург — 2 июль 1977, Монтрё) — рус һәм америка яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе, әҙәбиәтсе һәм энтомолог.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Володя Набоков, 1907 йыл.
Петербургта В. В. Набоков йортондағы музей, Набоковтарҙың ғаиләһе 1897 йылдан унда йәшәй башлай. Владимир Набоков 1899 йылда тыуа, 18 йәшкә тиклем шунда йәшәй.

Владимир Набоков 10 (22) апрель 1899 йылда Санкт-Петербургта бай дворян ғаиләһендә тыуа.

Атаһы Владимир Дмитриевич Набоков (1869—1922), юрист, билдәле сәйәсмән, Конституцион-демократик фиркәһенең (кадеттар партияһы) лидерҙарының береһе, боронғо рус дворяндары Набоковтарҙың тоҡомо. Әсәһе — Елена Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Рукавишникова; 1876—1939), бай золотопромышленник ҡыҙы. Владимирҙан тыш ғаиләлә тағы ике ҡустыһы һәм ике һеңлеһе була.

Атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да яҙыусының ҡартаталары һәм өләсәләре дворяндар нәҫеленән, бай һәм билдәле кешеләр була.

Набоковтарҙың ғаиләһендә өс тел ҡулланылған: рус, инглиз һәм француз, буласаҡ яҙыусы бәләкәйҙән үк өсөһөндә лә һөйләшеп үҫә. Үҙенең әйтеүе буйынса, ул тәүҙә инглизсә уҡырға өйрәнә, шунан һуң ғына русса. Набоковтың баласағы етеш тормошта, байлыҡта уҙа. Уларҙың Петербургта үҙҙәренең йорттары Һәм Гатчина янында имениелары була.

Тәүҙә Набоков Тенишев училищеһында Петербургта уҡый. Әҙәбиәт һәм энтомология менән Набоков ғүмер буйы ҡыҙыҡһынасаҡ.

Рождественолағы имение

1916 йылдың көҙөндә Набоковҡа әсәһенең ағаһы Василий Иванович Рукавишников Рождествено тигән имениеһын һәм миллионлы мираҫын ҡалдыра. Училищела уҡып йөрөгәнендә үк Набоков 1916 йылда «Шиғырҙар» (рус. «Стихи») тигән беренсе йыйынтығын нәшер итә, унда 1915 йылдың авгусынан 1916 йылдың майына тиклем яҙған 68 шиғыры тупланған була.

Октябрь революцияһы Набоковтарҙы Ҡырымға күсеп китергә мәжбүр итә. Набоковтың әҫәрҙәре «Ялта тауышы» (рус. «Ялтинский голос») тигән газетала баҫыла башлай, театраль труппалар уның әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. 1918 йылдың ғинуарында «Ике юл» (рус. «Два пути») тигән альманах сыға, унда Набоковтың 12 һәм уның класташы А. Н. Балашовтың 8 шиғыры тупланған була.

1919 йылдың апрелендә большевиктар Ҡырымды алыр алдынан, Набоковтарҙың ғаиләһе Рәсәйҙе ташлап китә. Улар Берлинда йәшәй, Владимир Кембридж университетында (Тринити-колледж) белем ала, ул унда русса шиғырҙар яҙыуын дауам итә һәм Льюис Кэрроллдың «Алиса мөғжизәләр илендә»һен («Алису в Стране чудес») рус теленә тәржемә итә. Кембридж университетында Набоков Славяндар йәмғиәтен төҙөй, һуңынан ул Кембридж университетының[2] Рус Йәмғиәте тип атала башлай.

1922 йылдың март айында Владимир Набоковтың атаһы Владимир Дмитриевич Набоков үлтерелә.

СПбГУның филология факультетының ихатаһында Владимир Набоковҡа һәйкәл
«Montreux Palace» ҡунаҡханаһының алдында Владимир Набоковҡа һәйкәл, унда яҙыусы тормошоноң һуңғы йылдарын үткәрә

Берлин (1922—1937)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылда Набоков Берлинға йәшәргә күсә, инглиз телен уҡытып йәшәй башлай. Рус эмигранттары сығарған гәзиттәрҙә хикәйәләре баҫылып тора.

1925 йылда Набоков Вера Слонимға өйләнә. Уларҙың беренсе һәм берҙән-бер балаһы, Дмитрий (1934—2012) Дмитрий (1934—2012) атаһының әҫәрҙәрен тәржемә итә һәм баҫтырып сығара, уларҙың Россияла[3] популляр булып китеүенә булышлыҡ итә.

Өйләнгәндән һуң Набоков үҙенең «Машенька» (1926) исемле беренсе романын тамамлай. 1937 йылға тиклем ул рус телендә тағы 8 роман яҙа. Әҫәрҙәрен В Сирин псевдонимы аҫтында «Заман яҙмалары» (Париж) журналында баҫтыра. Набоковтың Совет Россияһында баҫылмаған романдары көнбайыш эмиграцияһында уңыш ҡаҙана һәм әле лә рус әҙәбиәтенең шедеврҙары булып һанала, бигерәк тә «Лужиндың яҡлауы» (рус. «Защита Лужина»), «Һәләт» (рус. «Дар»), «Язаға саҡырыу» (рус. «Приглашение на казнь», 1938).

Набоковтың Cimetière de Clarensтағы (Швейцария) ҡәбере

АҠШ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Америкала 1940 йылдан 1958 йылға тиклем Набоков америка университеттарында рус һәм донъя әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡып, шул аҡсаға йәшәй.

Инглиз телендәге беренсе романын («Себастьян Найттың ысын тормошо»; рус. «Подлинная жизнь Себастьяна Найта») Набоков АКШ-ҡа киткәнсе үк яҙа башлаған булған. 1938 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Набоков башҡа рус телендә бер роман да яҙмай. Инглиз телендәге беренсе романдары «Себастьян Найттың ысын тормошо» (рус. «Подлинная жизнь Себастьяна Найт») һәм «Уйнаштан тыуғандар билдәһе аҫтында» (рус. «Под знаком незаконнорождённых»; ингл. «Bend Sinister») әҙәби әҫәр булараҡ уңышлы булһалар ҙа яҙыусыға табыш килтермәйҙәр. Набоков «Лолита» тигән роман өҫтөндә эшләй, әммә уны баҫтырып сығара алырына ышанмай, сөнки унда өлкән ирҙең 12 йәшлек ҡыҙ менән мауығыуы тасуирлана. Ләкин роман тәүҙә Европала, һуңынан Америкала баҫылып сыға һәм авторына байлыҡ һәм бөтә донъяға танылыу килтерә.

Өр-Яңынан Европа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Набоков Европаға ҡайта һәм 1960 йылдан Монтрё, Швейцарияла йәшәй, унда үҙенең һуңғы романдарын яҙа. Иң билдәлеләре — «Тоноҡ ялҡын» («Бледное пламя») һәм «Ада» (1969).

Набоковтың һуңғы яҙып бөтөлмәгән романы «Лаураның ысыны» (рус. «Лаура и её оригинал», ингл. The Original of Laura) инглиз телендә 2009 йылдың ноябрендә сыға. Шул уҡ йылда уның русса тәржемәһен (Г. Барабтарло тәрж., ред. А. Бабиков) «Әлифба» нәшриәте баҫтырып сығара.

В. В. Набоков 1977 йылдың 2 июлендә вафат була, ул Швейцарияның Монтрё янындағы Кларансе зыяратында ерләнә.

Ҡустылары һәм һеңлеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала Набоковтар 1918 йылда (һулдан уңға): Владимир, Кирилл, Ольга, Сергей һәм Елена.
  • Сергей Владимирович Набоков (1900—1945) — тәржемәсе, журналист, Нойенгамме нацист концлагерында һәләк була.
  • Ольга Владимировна Набокова (1903—1978), беренсе никахта Шаховская[4], икенсеһендә — Петкевич.
  • Елена Владимировна Набокова (1906—2000), беренсе никахта СколариВладимир Набоков. Переписка с сестрой — Ann Arbor: Ardis, 1985., икенсеһендә — Сикорская. Уның Владимир Набоков[5] менән яҙышҡан хаттары баҫылып сыға.
  • Кирилл Владимирович Набоков (1912—1964) — шағир, Владимир[6][7][8] ҡустыһының крестнигы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Масанов И. Ф. Словарь псевдонимов русских писателей, учёных и общественных деятелей. — М.: Всесоюзная книжная палата, 1956—1960.
  2. Cambridge University Russian Society
  3. Умер Набоков: В Швейцарии скончался сын знаменитого писателя РБК daily, 24.02.2012
  4. Nabokov Family Chart
  5. Владимир Набоков.
  6. Ледковская М. Забытый поэт. Кирилл Владимирович Набоков // Новый Журнал. — 1997. — № 209. — С. 277—288.
  7. Поэты пражского «Скита» / Составитель: Олег Малевич. — Росток, 2007. — 704 с.
  8. Ксения Егорова.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]