Наборито соборы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Наборито соборы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1950
Хөрмәтенә аталған Вознесение Девы Марии[d]
Дәүләт Flag of Japan (1870–1999).svg Япония[1]
Административ-территориаль берәмек Хиросима[d]
Commons-logo.svg Наборито соборы Викимилектә

Наборито соборы (япон. 世界平和记念圣堂) йәки Бөтә донъя тыныслығының Хиросима мемориаль соборы — Япониялағы, Хиросима префектураһының Хиросима ҡалаһы Нака районындағы Рим-католик сиркәүенең Хиросима епархияһы соборы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элек Ноборимати районы урынында хәҙерге собор урынында ағастан католик сиркәү тора. 1945 йылда атом бомбаһы шартлағанда ул юҡҡа сыға. Ул тулҡын һөҙөмтәһендә юҡ ителмәй, әммә унан һуң башланған янғын һөҙөмтәһендә янып бөтә.

Ноборимати сиркәүенең өлкән священнигы иезуит Гуго Лассаль ауыр йәрәхәт алыуға ҡарамаҫтан, тере ҡала. Хиросима ҡалаһын атом бомбаһына тотоуҙан һуң бушап ҡалған ҡалала ул һәләк булғандарҙы бер туҡтауһыҙ иҫкә алыу һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ теләп доғалар ҡылыу өсөн христиан соборы төҙөү хыялы менән йәшәй башлай. Иң яҡшы собор проекты конкурсы йомғаҡтары буйынса билдәле япон архитекторы Тангэ Кэндзо еңеү яулай.

Собор Мурано Того етәкселегендә төҙөлә. Төҙөлөш эштәре һуғыштан һуңғы Хиросима халҡы һәм бөтөн донъя диндарҙарының иғәнә аҡсаһы иҫәбенә алып барыла.

Эш 1950 йылдың 6 авгусында башлана. Теүәл дүрт йылдан һуң ғибәҙәтхана төҙөү тамамлана.

1981 йылдың 25 февралендә соборға Папа Иоанн Павел II килә һәм ҡорамдағы вәғәзе ваҡытында «Тыныслыҡҡа саҡырыу» менән сығыш яһай. 1983 йылда соборға капиталь ремонт үткәрелә.

2006 йылдың июлендә Наборито соборына Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль музейы менән бергә Японияның мәҙәни ҡиммәттәре статусы бирелә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Собор тимер-бетон-бетондан, ағастан, япон һәм көнбайыш архитектураһы стилдәре ҡатнаштырылып төҙөлгәна. Бинаны тар бетон свайҙар уратып тора.

Орган, витраж, мозаика һәм ҡыңғырауҙарҙы ҡорамға Кельн диндарҙары бүләк итә. Соборҙың дөйөм майҙаны 1230 квадрат метр. Манара бейеклеге 45 метр. 1980 йылдарҙа собор Хиросима ҡалаһының иң бейек бинаһы була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • archINFORM — 1994.