Нагареви күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нагареви күпер — Тержола муниципалитетының Нагареви ауылында урынлашҡан мәҙәни ҡомартҡы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нагареви Имеретияның төньяҡ тауы битләүендә ята, Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 100 метр тәшкил итә, Тержоланан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 395 кеше йәшәй. Ауылда 1667 йылда епископ Гелати төҙөгән күпер бар.

Ул шулай уҡ "Кузян" һәм "Тамар күпере" булараҡ билдәле. Күпер әле лә Кутаиси-Тбилиси йүнәлешендә эшләп тора.

Традиция буйынса Нагареви ауылында элек күҙәтеү вышкалары булған, ваҡыт үтеү менән улар харабаға әйләнгән. Версияларҙың береһе буйынса ауылдың исеме шунан барлыҡҡа килгән.

Бер өс ҡатлы күҙәтеү башняһы бөгөн һаҡланған һәм ул юлдарҙан күренеп тора. Ауылдың бер өлөшө "Сабанела" XIII быуат сығанаҡтарында телгә алына.

Нагареви күпере 2006 йылдың 7 ноябрендә Грузия президентының указына ярашлы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелгән[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]