Нагоряны мәмерйәләре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нагорян мәмерйәләре битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску

Нагоряны мәмерйәләре
Нагорянські печери?
Nagoryany 02.JPG
ИлУкраина Украина
РегионВинница өлкәһе
Күләме? м³
Нагоряны мәмерйәләре (Украина)
Нагоряны мәмерйәләре (Винница өлкәһе)
Commons-logo.svg Нагоряны мәмерйәләре Викимилектә

Нагоряны мәмерйәләре (укр. Нагорянські печери) — Украиналағы урындағы әһәмиәткә эйә тәбиғи геологик ҡомартҡы[1]. Винница өлкәһе Могилев-Подольск районының Нагорян ауылында урынлашҡан. Днестр йылғаһының һул яғындағы ҡая.

Майҙаны 1 гектар. 1969 йылдан һаҡланған тәбиғәт статусына эйә. «Днестр» ойошмаһы ҡарамағында. Нагоряны мәмерйәләре урта һәм юғары палеолит эпохаһына ҡарай. Ҡаяла төрлө дәүмәлдәге уйымдар бар. Тикшеренеүселәр фаразы буйынса, уларҙа неандерталецтар йәшәгән. Ҡаяның үҙәк өлөшөндә йыйындар үткәрелгән мәмерйә бар, шулай уҡ унда экзогамия ғаиләһе барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, мәмерйәләр территорияһында казак үҙәге булған монастырь торған. Тарихсылар раҫлауынса, Нагорны мәмерйәләре - Гайдамактарҙың йыйылыу урыны. Ҡаяла Тарас Шевченконың рәсеме бар. Уны монастырь монахтарының береһе эшләгән. Шулай уҡ ҡая таштарында бынан 40 мең йыл элек яҙылған пиктограммалар ҙа бар.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Заповідні об'єкти Вінниччини. — Вінниця: Велес, 2005. — 104 с.+ 28 с. іл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]