Надеждино (Бәләбәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

{{ТП-Рәсәй|Надеждино

Ауыл
Надеждино
рус. Надеждино
Надеждино. Сиркәү.Аксаковтар музейы.jpg
Дмитриев храмы һәм Аксаковтың йорт-усадьбаһы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бәләбәй районы

Ауыл биләмәһе

Аксаков ауыл Советы (Бәләбәй районы)

Координаталар

54°02′07″ с. ш. 54°09′17″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII

Элекке исеме

Куроедово, Дмитриевское [1]

Халҡы

#Н/Д[2] кеше ([[#Н/Д[3] йыл|#Н/Д[3]]])

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар, сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452020

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 209 801 002

ОКТМО коды

80 609 401 106

ГКГН номеры

0518160

Надеждино (Рәсәй)
Надеждино
Надеждино
Надеждино (Бәләбәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Надеждино


Надеждино (рус. Надеждино) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 701 кеше[4]. Почта индексы — 452020, ОКАТО коды — 80209801002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 701 332 369 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Бәләбәй): 7 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Аксаков): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксаков): 2 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Надеждино. Церковь Димитрия Солунского

Надеждино (Куроедово) Аксаков ауыл Советына ҡарай. Район үҙәгенән көнсығышҡа табан 7 саҡрым һәм Аксаков тимер юлы станцияһынан төньяҡҡа табан 2 саҡрым алыҫлыҡта Сиушка йылғаһы (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуат уртаһында отставкалағы полковник М. М. Куроедовтың Сембер губернаһы крепостной крәҫтиәндәре Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәренә Куроедово исеме менән нигеҙ һала[5]. Аҙаҡ ауыл Куроедовтың ҡатынының исеме менән йөрөтөлә. XIX быуаттан Аксаковтар нәҫеленең имениеһы булып ҡала. М. М. Куроедовтың ҡатыны, Надежда Ивановна Аксакова, С. Т. Аксаковтың олатаһының ике туған апаһы булған. 1821 йылда Михаил Максимович Куроедов бында таш сиркәү һәм усадьба йорто төҙөй. Надежда Ивановна вафат булғандан һуң, Надеждин ауылы яҙыусы Тимофей Степановичтың атаһы ҡарамағына күсә. 1859 йылда ул вафат була. Имениеһын улдары Григорий Сергеевич мираҫҡа ала. 1892 йылдан Надеждин усадьбаһының һәм яҡын-тирәләге ерҙәрҙең хужалары тип нәҫелдән килгән дворян Г.С.Аксаковтың вариҫтары — Сергей Григорьевич һәм ҡыҙҙары Ольга Григорьевна Аксаковтар таныла. Ольга яҙыусының яратҡан ейәнсәре була. XIX быуаттың 1-се яртыһынан хәҙерге исемен йөрөтә. Шулай уҡ Дмитриев булараҡ билдәле булған. 1865 йылда 166 йортта 1138 кеше йәшәгән. Игенселек, балсыҡтан көршәк яһау кәсебе менән шөғөлләнгәндәр. Надеждино улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, училище, туң май иретеү заводы, 2 һыу һәм 2 ел тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 йылда — 1085 кеше; 1920 йылда — 1168 кеше; 1939 йылда — 904 кеше; 1959 йылда —335 кеше; 1989 йылда — 411 кеше; 2002 йылда — 498 кеше; 2010 йылда — 701 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Аксаковтар ғаиләһе музейы, Димиртий Солунский сиркәүе бар; Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.[6][7]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исемдәре:[8]

  • Аксаков тыҡрығы (рус. Аксаковская (переулок))
  • Күк сәскә урамы (рус. Васильковая (улица))
  • Клевер Туҡранбаш урамы (рус. Клеверная (улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица))
  • Соҡорло урам (рус. Овражная (улица))
  • Беренсе май урамы (рус. Первомайская (улица))
  • Ялан урамы (рус. Полевая (улица))
  • Иркен урам (рус. Просторная (улица))
  • Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица))
  • Һандуғас урамы (рус. Соловьиная (улица))
  • Тирәкле урамы (рус. Тополиная (улица))
  • Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица))

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1799 йылдан алып ауылда тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып торған Димитрий Солунский (Надеждино) сиркәүе эшләй.
  • Йыл һайын Надеждино Халыҡ-ара Аксаков көндәре ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы ҡаршы ала.[10]
  • 2002 йылдың 28 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы буйынса Надеждин ауылында "Надеждин ауылы" Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Уның нигеҙенә Дмитриев храмы һәм яҙыусының яңынан төҙөлгән йорт-усадьбаһы инде, унда Аксаковтар ғаиләһе музейы урынлашҡан.[10]
  • Тарихи-мәҙәни үҙәк территорияһында урынлашҡан С. Т. Аксаков һәйкәле.

Видеояҙмалар һәм матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]