Назаров Айрат Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Айрат Әхмәт улы Назаров
Тыуған көнө:

1 октябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Байыш (Ейәнсура районы), БАССР, СССР

Гражданлығы:

СССР СССР
Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

физик

Эшләгән урыны:

БДУ

Ғилми дәрәжәһе:

физика-математика фәндәре докторы

Уҡыу йорто:

БДУ

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Айрат Назаров

Назаров Айрат Әхмәт улы (1 октябрь 1959, Байыш (Ейәнсура районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, физигы һәм юғарып мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәр докторы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фәндәр эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Назаров Айрат Әхмәт улы 1959 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Байыш ауылында тыуа.

1981 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан СССР Фәндәр академияһының Башҡорт филиалының Физика һәм математика бүлегендә хеҙмәт юлын башлай.

1985 йылдан алып Өфө нефть институтында эшләй, ә 1986—2004 һәм 2007 йылдан алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында эшмәкәрлеген алып бара: 1994 йылдан алып — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2003 йылдарҙа — сектор мөдире, 2007 йылдан фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

Айрат Назаров 2005—2007 йылдарҙа Перспективалы материалдар физикаһы институтының директоры урынбаҫары вазифаһын биләй, бер үк ваҡытта 1999—2008 йылдарҙа ӨДАТУ‑ла, ә 2009 йылдан башлап БДУ‑ла уҡытыу эшен алып бара.

Назаровтың ғилми эшмәкәрлеге ныҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ физикаһына, шулар араһында кристаллы төҙөлөш теорияһы һәм уның дефекттары моделдәрен башҡарыуға, наноструктур материалдарҙы өйрәнеүгә арналған.

Айрат Әхмәт улы тарафынан металдарҙағы бөртөктәр сигенең тигеҙ булмаған торошо, бөртөктәр сиге буйындағы диффузия теорияһы үҫтерелә, нано‑материалдар структураһының моделе яһала.

Уның 130-ҙан артыҡ ғилми хеҙмәте бар.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Nanostructured Materials //Handbook of Nanoscience, Engineering and Technology. Boca Raton [etc.] 2003 (авторҙ.)
  • Modeling of Grain Boundary Structure in Nanostructured Materials //Severe Plastic Deformation: Toward Bulk Production of Nanostructured Materials. New York. 2006

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Фәндәр академияһының почётлы грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фәндәр эшмәкәре
  • «Фәндәр докторҙары» номинацияһы буйынса «Выдающиеся ученые. Кандидаты и доктора наук РАН» программаһының лауреаты (2005)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]