Назаров Вячеслав Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Назаров Вячеслав Сергеевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 3 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Вафат булыу көнө 2 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (43 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Колорадо, Денвер[d]
Үлем төрө авария[d]
Причина смерти авария[d]
Һөнәр төрө джазмен, пианист
Жанр Джаз
Музыка ҡоралы тромбон[d]

Вячеслав Сергеевич Наза́ров (3 июнь 1952, Өфө — 2 ғинуар 1996, Денвер, США) — джаз тромбонист, пианист һәм вокалист[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәбен (Суворов училищеһының уҡыу-уҡытыу структураһына оҡшаған) һәм Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

Ун алты йәшенән Советтар Союзының төрлө музыкаль коллективтарында профессиональ сығыш яһай башлай. Герман Лукьяновтың «Каданс» ансамблендә уйнай, 19771983 йылдарҙа Олег Лундстремдың оркестрында төп солист була, 1983—1989 йылдарҙа — «Аллегро» ансамблендә, 1989—1990 йылдарҙа «Мелодия» ансамблендә эшләй.

Был оркестрҙар менән бөтә илде гиҙеп сыға һәм сит ил фестивалдәрендә һәм конкурстарында сығыш яһай. 1990 йылда Вячеслав Преображенский менән бергә квинтет ойоштора һәм ике диск яҙа. Джаз тәнҡитселәренең һорау алыуы буйынса Вячеслав Назаров 8 йыл дауамында Советтар Союзының иң яҡшы тромбонисы булып һанала.

1990 йылда АҠШ-ҡа күсеп китә. Нью-Йоркта һәм Денверҙа үҙен төрлө составтар менән һынап ҡарай, шул иҫәптән америка джаз йондоҙҙары Лю Табакин Лю Бен Голсон, Валерий Пономарев, Карл Фонтана, Фредди Коул һ. б. менән сығыш яһай.

1995 йылда «Аллегроның» яңыртылған составында Нью-Йорктың Эйвери Фишер Холлында JVC фестивалендә ҡатнаша.

1996 йылдың 2 ғинуарында Коннектикут штатынан Яңы йыл һәм Раштыуа концерттарынан өйөнә ҡайтышлай Денверға килеп ингән ерҙә, Колорадо штаты, автомобиль аварияһына осрап, һәләк була.

Дискографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Максим Дунаевский. «Три мушкетёра», мюзикл. Атос — В. Назаров (1981, «Мелодия»)
  • Джаз-82. VIII Джаз музыкаһының Мәскәү фестивале (пластинка 1). Олег Лундстрем оркестрының составында (1983, «Мелодия»)
  • Олег Лундстрем оркестры. «В сочных тонах» (1982, «Мелодия»)
  • Олег Лундстрем оркестры. «В наше время» (1982, «Мелодия»)
  • Көҙгө ритмдар-84. Джаз музыкаһының Ленинград фестивале концерттарынан. «Каданс» ансамбле составында (1985, «Мелодия»)
  • Көҙгө ритмдар-85. Джаз музыкаһының Ленинград фестивале концерттарынан (пластинка 1). Вячеслав Назаровтың триоһы (1985, «Мелодия»)
  • «Аллегро» джаз-ансамбле. «Золотая середина» (1985, «Мелодия»)
  • «Аллегро» джаз-ансамбле «Сфинкс» (1986, «Мелодия»)
  • Сергей Гурбелошвили. «Простое и сложное» (1986, «Мелодия»)
  • Көҙгө ритмдар-87. Джаз музыкаһының Ленинград фестивале концерттарынан (пластинка 1). Вячеслав Назаровтың джаз-квартеты (1988, «Мелодия»)
  • Сергей Гурбелошвили. «Бриз». Бөтә аранжировкалар Вячеслав Назаровтыҡы (1989, «Мелодия»)[2]
  • Николай Левиновский. «Пять Новелл» (1989, «Мелодия»)
  • Вячеслав Назаровтың һәм Вячеслав Преображенскийҙың джаз-квинтеты. «Обратный Адрес» (1990, «Мелодия»)
  • Вячеслав Преображенский. «Ещё вчера…» (1991, «Мелодия»)
  • Джазность: Мәскәү — Вашингтон. Юғары кимәлдә осрашыу (1991, «Элефант Рекордс»)
  • Вячеслав Назаров иҫтәлегенә (1999, IBM Music; альбом сыҡмай).

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вячеслав Назаров «Д’Артаньян һәм өс мушкетер» фильмында Атостың «Есть в графском парке черный пруд» данлыҡлы йырын башҡара — Вениамин Смеховтың үҙ версияһы башҡарыуҙа яһалмалылығы менән композитор Максим Дунаевскийҙы ҡәнәғәтләндермәй[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Trombone Page of the World — Index N
  2. Также выступил в качестве автора одной из пьес.
  3. Георгий и Наталия Юнгвальд-Хилькевич За кадром — М.: Центрполиграф, 2000. — (Наше кино). — ISBN 5-227-00627-X.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советский джаз. Проблемы. События. Мастера. Сборник статей. — М.: Советский композитор, 1987. — 592 с.
  • Фейертаг В. Б. Джаз. XX век. Энциклопедический справочник. — СПб.: «Скифия», 2001. — С. 101. — ISBN 5-94063-018-9.
  • Николай Левиновский. Держи квадрат, чувак!. — NY: Liberty Press, 2007. — 343 с. — ISBN 1-932686-20-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]