Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ишембай
Вафат булған көнө 27 май 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (60 йәш)
Үлем сәбәбе авария[d]
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены медаль «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы (10 апрель 1930 йыл27 май 1990 йыл) — совет нефтсеһе, Ләнтор нефть ятҡылығын асыусы һәм Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхтәр Бәхтиғәни улы Назарғәлиев 1930 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ның Маҡар (хәҙер Ишембай районы) Түбәнге Әрмет ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның әсәһе Фатима Әхмәҙей ҡыҙы һәм атаһы Бәхтиғәни Мырҙағәле улы эшлекле һәм йүнсел кешеләр була. Назарғәлиевтарҙың йорт хужалығы хәлле һаналған һәм шуға күрә коллективлаштырыу осоронда, раскулачиваниенан ҡотолор өсөн, уларға тыуған яҡтарынан күсеп китергә тура килә. 1940 йылда ғына ғаилә кире ҡайта һәм Ишембай ҡалаһында төпләнә. Уҡ ваҡытта ғаиләлә ете бала үҫеп килгән була.

Мөхтәргә 6 йәш тулғас та, ул мәктәпкә бара, 1945 йылда уны тамамлай һәм Ишембай нефть техникумына уҡырға инә. 1949 йылда техникумды «нефть һәм газ скважиналарын быраулау» һөнәре буйынса тамамлай. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген «Ишембайнефть» тресының быраулау контораһында быраулау эшсеһе булып башлай..

1957 йылдан алып етәксе булараҡ Назарғәлиевтың биографияһының этаптары башлана: быраулау буйынса өлкән инженер, производство-техник бүлегенең быраулау буйынса инженеры; ПТО начальнигы; нефть һәм газ сығарыу участкалары начальнигы; ЦНИПР начальнигы; өлкән инженер, нефтепромысел мөдиренең урынбаҫары; производство хеҙмәтләндереүе базаһы начальнигы урынбаҫары; ЦИТС начальнигы; НГДУ начальнигы.

1956 йылда И. М. Губкин исемендәге Ҡыҙыл Хеҙмәт Байраҡ орденлы Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтына «нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса уҡырға инә.

1962 йылда Мәскәү нефть институтын (Салауат филиалының Ишембай бүлеге) тамамлай.

1963 йылдың декабрендә СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы «Тюменьнефтегаз» Идаралығы ҡарамағына күсерелә. 1966 йылдың яҙына тиклем Игрим быраулау контораһында ПТО (производство-техник бүлеге) начальнигы булып эшләй. 1965 йылда Березовка районы Игрим ҡасаба эшселәр депутаттары Советынан депутат итеп һайлана.

1966 йылдың апреленән — «Ишимбайнефть» НПУ-нда нефтепромыселдың нефть һәм газ сығарауы буйынса участка начальнигы, ә шул уҡ йылдың октябренән — «Ишимбайнефть» НПУ ЦНИПР-ҙың начальнигы.

1958 йылдан КПСС ағзаһы. 1970—1972 йылдарҙа Ишембай КПСС ҡала комитетының марксизм-ленинизм университетында юғары партия белемен ала.

1973 йылдың февралендә Мөхтәр Бәхтиғәни улы «Сорғотнефть» НГДУ-һы ҡарамағына ЦИТС (Үҙәк инженер-технологик хеҙмәте) начальнигы урынбаҫары итеп күсерелә, ә 1975 йылда ошо хеҙмәттең начальнигы булып китә. Көнбайыш Себерҙә ете йыл эшләгән дәүерҙә М. Б. Назарғәлиев төньяҡ нефть ятҡылыҡтарҙың файҙаланыу һәм эшкәртеү тәжрибәһен туплаясаҡ, шулайтып ғүмеренең төп эшенә — Лянтор нефтенә ынтыласаҡ.

ААЙ «Сорғотнефтегаз» ветераны Ильдус Усманов, «Нижнесортымскнефть» НГДУ-ның элекке начальнигы ул осор тураһында иҫләй:

80-се йылдар башында, Ләнтор ятҡылығын артабан эшкәртеү кәрәклеге тураһында мәсьәлә күтәрелгәс, беҙ Назарғәлиев етәкселегендә бик күп ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға алдыҡ. Бөтә көсөбеҙҙе һалып, нефтте сығарыу буйынса мөмкин булған бөтә ысулдарҙы һынап ҡарап, Советтар Союзының нефть һәм газ сәнәғәте Министрлығына, иң мөһиме, үҙебеҙгә, Ләнтор нефтен табып булғанлығын иҫбат иттек.

1980 йылдың беренсе ғинуарында М. Б. Назарғәлиев яңы барлыҡҡа килгән «Ләнторнефть» НГДУ-һын етәкләй башланы Предприятие менән ул үҙенең 1990 йылдың майында ваҡытһыҙ вафатына тиклем етәкселек итәсәк.

Ҡала төҙөүсе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы эш урынында Мөхтәр Бәхтиғәни улы производство эшмәкәрлеген йәмғиәт эшмәкәрлеге менән бер төптән башҡара, күп иғтибарҙы предприятие янындағы эшселәр ҡасабаһының төҙөлөшөнә һәм үҫешенә бирә.

Ишембай журналисы Рәмил Кағиров ул ваҡытты ошолай тасуирлай:

Пим ауылы эргәһендә башта Ләнтор вахта ҡасабаһы барлыҡҡа килә, уның «генераль конструкторы» тип Назарғәлиевты атайҙар. Ҡасабаның планлаштырыу нигеҙенә һүрәттәрҙә, эскиздарҙа уның буласаҡ ҡаланы күреүе һалынды. 1982 йылда Ләнтор СССР ВДНХ-нда «Главтюменнефтегаз» вахта ҡасабалары араһында смотр-конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы тип таныла. Был байрам да, еңеү ҙә була: делегациялар килә, ҡарайҙар, маҡтайҙар, үрнәк итеп алалар. Урындағы халыҡ, нефтяниктар был крайға ниндәй ныҡышмалыҡ менән үтеп ингәндәрен күреп, яңы тормошто төҙөүселәр оҙаҡҡа килгәндәрен аңлай. Төҙөүселәр үҙҙәре лә ҡайһы берҙә хыялдарын тормошҡа ашыра алыуҙарына ышанмайҙар.

Барыһы 12 йыл эсендә, күпселеген Мөхтәр Бәхтиғәни улы тырышлығы арҡаһында ханты ауылы Пим һәм вахта ҡасабаһы заманса Ләнтор ҡалаһына тиклем үҫешәләр. Назарғәлиев үҙе шәхсән йорттарҙы һәм урамдарҙы проектлай, материалдар эҙләй, төҙөкләнеүгә һәм үҫешкә финанстар йүнләй. Назарғәлиев үҙе Ләнторҙағы беренсе йылдар тураһында ошолай хәтерләй ине:

Мин Пимға килгәс, ҡасабаның тарихын яңынан яҙырға тура килде. Башта иң кәрәкле объекттарҙы булдырҙыҡ: магазин, фельдшер пункты, ашхана, пекарня. 1978 йылдың мартында Ләнтор ҡасабаһының төҙөү планы тулыһынса раҫлана. Проектировщиктар тәҡдим иткәндәрҙең барыһы ла нефтяниктарҙы ҡәнәғәтлендермәй, шуға күрә өйҙәрҙе генә түгел, тулыһынса урамдарҙы яңынан проектларға тура килде. Шунан һәр төҙөләсәк объектҡа материалдар һәм аҡса эҙләргә кәрәк булды.

1985, 1987 һәм 1989 йылдарҙа Мөхтәр Бәхтиғәни улы өс тапҡыр Сорғот район халыҡ депутаттары Советы депутаты итеп һайлана.

1990 йылдың 27 майында М. Б. Назарғәлиев автокатастрофала фажиғәле һәләк була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1986)
  • Медаль «За доблестный труд. В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
  • «Көнбайыш Себерҙең ер аҫтын үҙләштереүе һәм нефтегаз комплексын үҫтереүе өсөн» миҙалы (1985)
  • «Нефть сәнәғәте отличнигы» почётлы исеме

Хәтерен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уның хөрмәтенә 1996 йылда асылған Назарғәлиев нефтегаз ятҡылығына һәм Лянтор ҡалаһының төп урамына М. Б. Назарғәлиев исмем бирелде.
  • Сорғот районының Почёт Китабына индерелгән (үлгәндән һуң) (1999), Лянтор ҡалаһының Почёт һәм Хәтер Китабына индерелгән (2002).
  • Йыл һайын Сорғот районында М. Б. Назарғәлиев иҫтәлегенә Хәтер Мемориалы үткәрелә.
  • 2007 йылдың октябрендә М. Б. назарғәлиевтың мемориаль хәтер таҡтаһы асылды.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В памяти и делах: Мухтар Назаргалеев : ист.-краевед. сб. / [ред.-сост. Л. В. Цареградская] ; Музей геологии, нефти и газа. — Екатеринбург : Баско, 2006. — 69, [1] с. — (Именные месторождения Югры; вып. 4). В издании публикуются материалы об освоении и развитии нефтегазоносной провинции Западной Сибири: информация об именных месторождениях Югры, об истории их открытия и о людях, в честь которых они названы. ISBN 5-900474-902 [2](недоступная ссылка)