Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Наиль Губайдуллин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 23 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Йәрмәкәй районы, Тарҡаҙы ауыл Советы (Йәрмәкәй районы), Исламбаҡты ауылы
Вафат булған көнө апрель 2011 (82 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө композитор, музыка белгесе
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт консерваторияһы[d]

Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы (23 ноябрь 1928 йыл19 март 2011 йыл) — ғалим, музыка белгесе, композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1968).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наил Шәғбән улы Ғөбәйҙуллин 1928 йылдың 23 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Исламбаҡты ауылында тыуған.

1960 йылда Н. Ғ. Йыһанов һәм А. С. Леман класы буйынса Ҡазан консерваторияһын тамамлай. 1960—1976 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында гармония, сольфеджио, рус музыкаһы һәм музыкаль формаларҙы анализлау, педагогика курстарын уҡыта, бер үк ваҡытта 1960—1973 йылдарҙа училищеның теория бүлеге мөдире булып эшләй[1].

1964 йылдан Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институты аспирантураһында уҡый һәм 1968 йылда «Башҡорт совет музыкаһы тарихы» («История башкирской советской музыки») темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай[2].

1970 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. 1980—1988 йылдарҙа Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни‑ағартыу эше ғилми‑методик үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй[1].

Фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостанда профессиональ музыка сәнғәтенең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен өйрәнеү менән бәйле, 50-нән ашыу ғилми һәм методик хеҙмәт яҙа.

Биш томлы «СССР халыҡтары музыкаһы тарихы» («История музыки народов СССР») коллектив фәнни хеҙмәтте әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша[2].

«Нәфисә» (И. Х. Хәбиров һәм Ғөбәйҙуллин либреттоһы, Мостай Кәримдең «Саҡырылмаған ҡунаҡ» поэмаһы буйынса, 1980) балетын, «Скрипка һәм симфоник оркестр өсөн концерт» (1967), Мостай Кәрим шиғырына «Тыуған ерем, һөйгән йәрем!..» («Мой край возлюбленный навеки») кантатаһын, камера‑инструменталь әҫәрҙәр, Ҡадир Даян, Абдулхаҡ Игебаев, Рәшит Ниғмәти, Дауыт Юлтый һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарына романстар, йырҙар ижад итә[1].

Уҡыусылары араһында Э. М. Давыдова, Фәрит Камаев, Н. В. Әхмәтйәнова, Нажиә Аллаярова, А. Сәлмәнова һәм башҡа сәнғәт әһелдәре бар[2].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Новый башкирский балет //Советская музыка. 1963. № 9.
  • История башкирской советской музыки. — Уфа, 1968.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Композиторы Башкирии. — Уфа, 1964.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]