Күп мәғәнәлелекте тәртипләү

Наилә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Наилә

Наилә  — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наилә башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән, бүләк тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы (3 ғинуар 1946 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1965 йылдан Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Сәфәрғолова (Байкова) Наилә Абдулхай ҡыҙы (10 март 1963 йыл) — театр‑йәмәғәт эшмәкәре, 2002 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).

Абдулкаримова Наилә Йосоп ҡыҙы (29 декабрь 1929 йыл, Ҡаҙағстан АССР-ының Семипалатинск өлкәһе Зөбәйер ауылы) — педагог, тәржемәсе, журналист, йәмәғәт эшлеклеһе.

Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (8 июнь 1969 йыл) — ғалим-журналист, 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты. 2010 йылдан Рәсәй Журналистар союзы, 2019 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007).

Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28 сентябрь 1954 йыл) — ғалим-химик. Химия фәндәре кандидаты, ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).

Сафина (Круговых) Наилә Файыҡ ҡыҙы (4 ноябрь 1963 йыл) — ғалим-патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001).

Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы (15 апрель 1961 йыл) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ